Был, 31 июлгә тиклем дауам итәсәк хәйриә акцияһына теләге булған һәр кем ҡушылып, "Ғаилә" үҙәгенә (Иҫәнғол ауылы, Блюхер тыҡырығы, 7) балалар өсөн яңы йәки бик яҡшы тороштағы тотонолған мебель, балалар өсөн кәрәк-яраҡ (коляска, ходунки, прыгунки)һәм башҡа әйберҙәр алып килә ала. Был әйберҙәр бер юлы ике һәм унан күберәк балалар тыуған ғаиләләргә, етерлек булһа - һәр мохтаж ғаиләгә ҡулланыуға биреләсәк.