Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәк өсөн ят булған ағыулы үрмәкселәр күренеүе хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ. Уларҙан тешләнеп (сағылып), саҡ үлмәй ҡалыусылар хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Ғәҙәттәгесә, улар ҡайҙалыр ситтә, беҙгә килеп етмәҫ, тип, тыныс ҡына йөрөй бирәбеҙ. Бына, Сирғол егете Ильяс Аҙнағолов Ҡарһаҡлыла (шулай тип аталған ерлек) ошо үрмәксегә тап булған. "Желтый сак" Ҡарһаҡлыла" тип яҙған һәм фотоһын һалған ул "Бәйләнештә" сайтындағы Сирғол ауылы төркөмөнә.
Был ағыулы үрмәкселәр ҡырҙа ғына түгел, баҡсаларҙа ла осрауы мөмкин икән. Дуҫтар, иғтибарлы булығыҙ!