Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Июль 2020, 00:25

ЛИЛИӘ МИРЗА. КӨҘГӨ ПЛАНЕТА (АҘАҒЫ)

Ә иртән приборҙарҙың эшләй башлауына уянып киттеләр. Был автопилоттың ракетаны юлға әҙерләгән программаһы ине. Ҡаһарман скайпҡа ташланды.Ни булды? – тине ул. – Ниңә ракетаны осоуға әҙерләйһегеҙ?Планета кешеләр йәмғиәте өсөн йәшәргә яраҡһыҙ тип табылды, - тинеләр Ерҙән.Нисек яраҡһыҙ? Бында бит кәрәкле бөтә нәмә ҡабатланып тора, йәшәүе күпкә еңелерәк буласаҡ, - тине Ҡаһарман.

Ә иртән приборҙарҙың эшләй башлауына уянып киттеләр. Был автопилоттың ракетаны юлға әҙерләгән программаһы ине. Ҡаһарман скайпҡа ташланды.
Ни булды? – тине ул. – Ниңә ракетаны осоуға әҙерләйһегеҙ?
Планета кешеләр йәмғиәте өсөн йәшәргә яраҡһыҙ тип табылды, - тинеләр Ерҙән.
Нисек яраҡһыҙ? Бында бит кәрәкле бөтә нәмә ҡабатланып тора, йәшәүе күпкә еңелерәк буласаҡ, - тине Ҡаһарман.
Ерҙән айырмалы планетала нимә ҡабатланды 9 көн эсендә? Урман? Еләклек? Улар ултыртһаң да үҫер ине. Ерҙә лә бит бер картуф сәсһәң, ярты күнәк итеп ҡабатлаған йылдары бар. Ә бына төҙәтә алмаҫлыҡ күпме насар әйберҙәрҙе ҡабатлаттығыҙ. Ағас баштарында табып бөтөп тә булмаҫлыҡ шампан – 1, сирле кешелек – 2, ауырыу бала табырға теләмәгән ҡатындар – 3, хәлһеҙ тик ятҡан ирҙәр – 4, яуапһыҙ мөхәббәткә дусар Баһадир – 5, уның менән бәхетһеҙ Миләүшә – 6, хатта бысратҡан урманығыҙҙы ла таҙартып бөтә алманығыҙ, ҡабатланып ятасаҡ – 7. Батыр ҙа күңелендә Былбылға ымһыныу менән көрәшеп йәшәргә мәжбүр. Сирен бының турала ишеткәнен бәлки онотор ҙа ине, Миләүшәгә ҡараған һайын иҫенә төшөп торасаҡ. Ә Былбыл бәхетлеме икән һуң? Азатын Миләүшәгә көнләшеп йәшәргә мәжбүр буласаҡ. Батырҙың Былбылға ымһыныу менән тыуғанын белгән Азат көнләшмәй йәшәй алырмы? Тимәк, улар дуҫ булып, берҙәм ғаилә булып йәшәй алмаясаҡ. Планетаға берәйһе килһә, ситтәргә хеҙмәт итеп бер-береһен һатырға әҙер тормаҫтар тигән ышаныс бармы? Ә өйҙө нимә тип шешәләрҙән һалдығыҙ? Ҡабатланмаһын өсөн уларҙы яңы ракета эсенә ҡуйып булмай инеме ни? Өйҙө ҡайындан һалһағыҙ нисек һәйбәт булыр ине. Хәҙер өйҙәрҙең диуарҙары бит үк Миләүшә артынан күңелле йәшәргә саҡырып торасаҡ. Ғөмүмән, Ер планетаһындағы бөтә ғәҙелһеҙлекте Көҙгө планетаһына сәсеп киттегеҙ булып сыҡты инде. Етмәһә, ҡабатланған ракета. Ракета менән меңәр тапҡыр ҡабатланып берәй көн юлға сыҡһалар? Юлда һәләк булһалар? Һеҙҙең белем менән ҡабатланғандар, тик үҙ көсөң менән алынмаған белем аңлашылып бармай. Китап уҡыған һымаҡ. Унда булған әҙер белемде һәр кем бит кимәленә ҡарап ала. Ә килеп етһәләр ҙә? Ниндәй маҡсат менән килгәндәрен нисек беләсәкбеҙ? Сиргә дусар иткәнгә үс алырға килгән булһалар?
Тағы бер көн генә ҡалдырығыҙ беҙҙе планетала, тик бер көн генә, - тине өҙгөләнде Һандуғас.
Ни эшләргә уйлайһығыҙ?
Яңылышлыҡтарҙы төҙәтер инек.
Ҡайһыларын төҙәтә алаһығыҙ?
Планетала күлдәр яһарға уйлағайныҡ, шампандарҙы йыйырға, сәләмәт көйө ҡабатланырға.
Һеҙҙең яңылышлыҡтар төҙәтеп бөтөрлөкмө икән һуң? Ҡарар ҡабул ителгән: планета был кешеләр йәмғиәте өсөн йәшәргә яраҡлы түгел. Был һорау буйынса бәхәсләшеү урынһыҙ. Ишектәрҙе яңынан асмаясаҡбыҙ, һеҙҙе һаҡлап эшләгән эш был. Һеҙҙе ҡайтарғанды белгәндән һуң һеҙҙе баҫып алһалар?
Экран һүнде. Егеттәр албырғап торған арала Һандуғас планета ерҙә торған саҡта асыла торған иллюминаторға ташланды.
- Былбыл, Былбыл, - тип ҡысҡырҙы ул.
- Беҙ бында, нимә булды? Ниңә сыҡмайһығыҙ? – тине Былбыл.
- Беҙ ишектәрҙе аса алмайбыҙ, Ерҙән аппараттарға бойороҡ бирелгән.
- Ҡасаһығыҙмы? Эшегеҙҙе бөтмәй китәһегеҙме? – быныһы Батыр тауышы ине.
- Ҡасмайбыҙ, юҡ. Беҙҙе ер кире осора, - тине Ҡаһарман.
- Рәхәт икән! Исмаһам, планетала уйлап хаким итерлек сәләмәт кешеләр ҡалдырһағыҙ ине. Ни хәтлем яуызлыҡ эшләп китәһегеҙ был планетаға.
- Бер көн генә яңылыштыҡ бит, Батыр, тик бер көн генә…
Теге яҡта нимә тигәндәрҙер, өндәштеләрме, юҡмы, иллюминатор үҙенән-үҙе ябылды. Ҡаһармандың тауышын моторҙар геүләүе баҫты.
Ҡаһарман баҫҡан еренән әйләнеп, стенаға арҡаһы менән терәлде лә иҙәнгә шыуып төштө.
Бер көн генә бит, тик бер көн генә яңылыш булды…
Түшәмгә текәлеп оҙаҡ уйланып ултырҙы ул. Аҙаҡ башҡалар эргәһенә килде. Ирек компьютерҙа ниҙер эшләп маташа.
Нимә эшләргә йыйынаһың? – тип һораны Ҡаһарман.
Баш менеджерға сығып ҡарайым әле.
Унан ниндәй файҙа?
Ата төлкө икәнен белмәйһеңме? Ер аҫтында йылан көйшәгәнде лә һиҙгән нәмә. Үҙенең обстановканы белгәнен күрһәтергә лә ярата. Бәлки берәй нәмә белербеҙ, йә берәй кәңәш бирер.
Ҡаһарман ойоп киткәндер, Ирек уятҡанға уянып китте.
Гудок китте. Ерҙә төн. Уятабыҙ хәҙер. Тик ҡара уны, ул бик шыма һөйләшә, һүҙҙәре өсөн яуап бирмәҫ өсөн тураһын әйтмәй, тел төбөнән үҙебеҙ аңларға тейешбеҙ. Мин һөйләшәм, һин өндәшмәйерәк тор.
Теге яҡтан яуап бирҙеләр. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, Ирек төп һорауға күсте.
Сергей Иванович, беҙҙе ҡайтарғандарын фирмала беләләрме?
Белеү генә түгел …
Әһә, тимәк, беҙҙе ҡайтарырға фирма ҡушҡан.
Тағы нимә белергә теләйһегеҙ?
Беҙ яңылыштыҡ. Аҙ ғына байрам итергә уйлағайныҡ. Була торған эш бит ул. Һеҙ беҙҙе аңлайһығыҙ бит инде.
Яңылыштығыҙ тип һеҙгә ғалимдар әйттеме?
Әллә фирмала икенсе төрлө ҡарашмы?
Һеҙҙе ебәреү - ҙур уңыш тип иҫәпләнә. Ҡайтҡас, һеҙҙе карьера көтә.
Уңыш? Тимәк, планета үҙләштерәләсәк. Ә беҙгә ғалимдар планета кешеләр йәмғиәте өсөн яраҡһыҙ тип табылды, тинеләр.
Дөрөҫ, планета й ә м ғ и ә т өсөн булмаясаҡ, - тине баш менеджер йәмғиәт һүҙенә баҫым яһап.
Йәмғиәт өсөн булмаясаҡ?.. Тәк, тәк, тәк… Тимәк, йәмғиәттән ситтә, күрәһең, өҫтә торғандар өсөн буласаҡ. Ләкин улар өсөн ярҙамсылар кәрәкмәйме ни? Ни өсөн беҙгә бер көн ҡалырға рөхсәт булманы?
Ә бөтөнләйгә ҡалырға уйлаһағыҙ?
Ләкин бит планетала хәҙер сирле быуын ҡалды.
Сирле быуын – я ң ы л ы ш л ы ҡ тип ғалимдар әйттеме? Кемгә кәрәк сәләмәт быуын? Ғалимдарғамы?
Халыҡ татыу йәшәмәйәсәк, бер-береһе менән дуҫ булмаһалар, ситтәргә ҡол буласаҡ, тинеләр.
Б е ҙ сит түгел.
Миләүшә эсә башлар тип ҡурҡыта. Башҡаларҙың да эйәреүе мөмкин, - тине.
Эскән халыҡ – насар тип һеҙгә ғ а л и м д а р әйттеме? Машинаның йөрөтөргә уңайлымы, түгелме икәнен кем яҡшыраҡ белә – машинаны йөрөтөүсеме әллә ситтән ҡарап тороусымы? Ғалимдар халыҡ менән эшләмәй, милләттәр менән идара итеүҙең ауырлығын татығандары юҡ. Шуға халыҡ айныҡ, берҙәм булырға тейеш, тип лаф оралар.
Миләүшәне бәхетһеҙлеккә дусар иттегеҙ, тип ғәйеп ташланылар беҙгә.
Ҡурҡмағыҙ, уға бәхетһеҙлекте тойорға бирмәҫтәр. Миләүшә һеҙҙең бигерәк тә уңышлы проект, күптәргә оҡшаны. Ғаиләһендә бәхетһеҙ, шампан яратҡан, матур итеп бейей белгән йәш сибәр ҡатын – күптәргә бәхет килтерәсәк. Ә ағас башына шампан ултыртыуығыҙ? Бының өсөн Һандуғасҡа премия яҙылды. Ғомүмән, һәр берегеҙгә премия бар. Бына күлдәрҙе һыуҙан эшләргә уйлауығыҙ – хата, Көҙгө планетаһында күлдәр шампандан буласаҡ! Хәйер, һеҙ асҡан планетаны көҙгө планетаһы тип атанығыҙ, ләкин һеҙҙең эшмәкәрлектән һуң уны ожмах планетаһы тип атарға ла мөмкин. Унда барыу өсөн күпкә тиҙерәк осҡан ракета төҙөлә башланы ла инде. Сығымдар ҙур буласаҡ, шуның өсөн яңы пенсионный реформа үткәрергә уйлайҙар.
Ә пенсия ҡаҙнаһының бында ни ҡыҫылышы бар?
Егеттәр, миңә шылтыраталар, ҡайтҡанығыҙға тиклем һау булығыҙ, - менеджер артығырағын ысҡындырғандыр, күрәһең, хушлаша һалып, элемтәне өҙә һалды.
Туҡта ниңә пенсия реформаһы тураһында һүҙ сығарҙы әле ул? – тине Ирек, Ҡаһарманға аптырап ҡрап.
Кемдер әйткән: Рокфеллерҙарҙа түгел ул аҡса, бына пенсионный фондтарҙа “золотое дно”. Әле пенсияның накопительный фондында йыйылған аҡсаларҙың элекке йылдарҙағы өлөшөн кире бирергә булдылар түгелме? Баҡһаң, ул инфляция менән юҡҡа сыҡҡан, шуға ятҡырырға файҙаһы юҡ икән. Алдан быны “күрә белмәгәндәр” икән. Ә ул фонд тик яттымы ни? Рәхәтләнеп ҡулландылар. Ныҡ оҡшап ҡалғандыр, күрәһең, тағы уйлап сығарҙылар: имеш, үҙ теләгең менән пенсия фондына ун ике меңгә тиклем аҡсаңды бир, хөкүмәт шул уҡ кимәлдә өҫтәр. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас, уны һиңә кире түләйәсәктәр икән. Ә уға тиклем ул нисә тингә ҡаласаҡ? Халыҡтың үҙенә ҙур процентлы ссудалар шул средстволарҙан бирелмәйме икән? Ссуда өсөн ҡаҙнанан айырым аҡса бүленгәне тураһында бер ҙә иғлан иткәндәре юҡ. Шундай проекттарҙы әҙ табып буламы ни? Иренмә генә. Обязательный автостраховка һымаҡ нәмәләр уйлап сығар, йый халыҡтан, кәрәк булғанда этләп кенә бир. Ә үҙең рәхәтләнеп тотон, урла, сит илгә сығып ҡас.
Тимәк, беҙҙең илдә бәпәйҙәрҙе генә яраталар? – был һорауҙы Һандуғас бирҙе. Ҡыҙҙар һөйләшеү тауышына уянып ятҡандар, күрәһең, бер-бер артлы бүлмәләренән килеп сығып ултырғандар ине.
Яратһалар, ваҡытында балалар баҡсаларын ябып бөтмәҫтәр ине. Хәҙер шуларҙы яңынан тергеҙгәндәр, яңыларын асҡандар – герой. Шау-шыулы мәҡәләләр, хөкүмәт был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй һәм башҡа, һәм башҡа. Хәҙер ана мәктәптәрҙе ябалар. Аҙаҡ ҙур батырлыҡ яһап, уларҙы яңынан аса башларҙар. Шау-шыулы мәҡәләләр, хөкүмәт ҡарарҙары буласаҡ, геройҙар табыласаҡ… “Шей да пори – лишь бы не было пустой поры” тигән халыҡ мәҡәле бар, имеш, бының турала, – тип яуап бирҙе уға Күксин.
Беҙҙең ҡасабала совет осоронда ике балалар баҡсаһы бар ине. Икенсеһен туҡһанынсы йылдар аҙағында төҙөп бөттөләр, ун йыл да торманы яптылар. Ике меңенсе йылдарҙа балалар һаны ныҡ ҡына кәмегәйне. Тыуҙырмай башлағайнылар бит. Бинаһын мәктәп директорына бирҙеләр, башланғыс синыфтар икенсе сменала уҡығанға. Иҙәненә хәтлем аҡтарып алып бөттө.
Ҡаһарман менән Ирек өндәшмәй оҙаҡ ултырҙылар. Ергә килеп еткәнсе юлда айҙар үтте. Уларҙы сәскәләр менән ҡаршы алһалар ҙа телевидение, журналистар күренмәне. Был ваҡытта илдә спортсыларыбыҙҙың ярыштарҙа ебәргән биииик ҙур хаталары тураһында яҙалар, әңгәмәләшәләр икән. Ә йәштәрҙе санаторийға алып киттеләр, һаулыҡтарын тикшерҙеләр. Организмдары бер ҙә үҙгәрмәгән булып сыҡты. Сәстәрендә генә ниндәйҙер күкһел осҡондар йымылдап киткәненә иғтибар иттеләр. Шулай ике ай үтеп китте.
Зарплата алғандарында хужалары туй үкәрергә ресторан менеджерын саҡырған булып сыҡты, тағы бер ай туй мәшәҡәттәре менән үтте. Туйҙан һүң уларҙы диңгеҙ ҡарабында круизға ебәрҙеләр. Ҡайтҡас, улар яңы төҙөлгән маркеттың етәкселәре булып эшкә тәғәйенләнгәндәре беленде. Маркетты асырға әҙерләй башланылар. Йыһаздарҙы килтерергә, әйберҙәрҙе теҙергә, асыу тантанаһына ҡунаҡтар саҡырырға һәм башҡалар, һәм башҡалар, шулай тағы бер ай тирәһе үтте. Яңы маркетҡа күпләп кеше йөрөй башланы. Көндәрҙең береһендә Ҡаһарман бүлектәрҙең эшен ҡарап йөрөгәндә өлкән йәштәрҙәге бер ир уны күрҙе лә шып туҡтап ҡалды. Ҡаһарман был ирҙә ракетала осҡан саҡта аралашҡан ғалимдарҙың береһен таныны. Йылмайып туҡтаны, күреште.
Туҡтағыҙ, был һеҙ түгелме ни? Осоусыларҙың береһе? – тине ир.
Эйе мин.
Ә ниңә беҙгә һеҙҙең ҡайтыуығыҙ тураһында хәбәр итмәнеләр?
Әйҙәгеҙ минең кабинетҡа, бында аяғүрә баҫып һөйләшмәйек, - тип Ҡаһарман уны кабинетына алып инде.
Ә, ғөмүмән, һеҙгә планета, беҙҙең турала ни тинеләр һуң? – тип һораны Ҡаһарман.
Хөкүмәт планетаны кешеләр өсөн яраҡһыҙ тип тапты, тине етәкселек, һәм проект ябылды, тинеләр. Беҙ бының менән риза булманыҡ, тикшереүҙәрҙе дауам итергә һорап хат яҙҙыҡ. Унда бит йәшәү шарттары бик һәйбәт.
Беҙгә лә шулай тинеләр, – тине Ҡаһарман.
Әйҙәгеҙ һуң, бергәләп хат яҙайыҡ, – тине ғалим.
Ҡаһарман ни тип әйтергә лә белмәне. Күңелендә бының файҙаһы юҡ икәнен белә, тик өлкән йәштәге ғалимдың күңелен ҡыраһы килмәй. Шул ваҡыт кабинетҡа Ирек килеп инде.
Һине залға саҡыралар, – тине ул.
Ҡаһарман ғалим менән таныштырҙы. Һүҙҙең ни тураһында барғанын аңлатты.
Һеҙ яҙығыҙ, беҙ ҡул ҡуйырбыҙ, - тине Ирек. – Ә хәҙер ғәфү итегеҙ, беҙҙе саҡыралар, унда һатып алыусыларҙың береһе ризаһыҙлыҡ белдерә.
Хаттың файҙаһыҙ икәнен беләһең дә инде, – тине Ҡаһарман Ирек менән кабинетттан сығып киткәс.
Яҙһындар әйҙә, ҡул ҡуйырбыҙ, яуап көтөрҙәр, тағы яҙырҙар, тағы көтөрҙәр. Олоғайған көндәрендә өмөттәрен һүндерә алаһыңмы һин? Шулай булғас, нимә тип әйтергә тейеш инем мин? Совет заманында йәшәгән кешегә дөрөҫөн һөйләһәк, ул бының менән риза булып йәшәй алмаясаҡ, тиҙ инфарктҡа етәсәк.
Ә беҙ йәшәй алабыҙ булып сыға, тимәк.
Ә беҙгә эшләргә лә эшләргә. Унда яңынан барырлыҡ булып байырға.
Хаталарҙы төҙәтергә барабыҙмы?
Төҙәтер өсөн проектты һатып алырға тура килер, тип уйлайым.
Ҡаһарман башҡа өндәшмәне. Эш менән онотола төшкән йөрәк һыҙлауы яңынан ҡайтты. Ләкин иртәгәһенә тағы эш, эш, эш. Үкенеүҙәр, намыҫының тынғы бирмәүе тағы туҡтап ҡалды.
Көҙгө планетаһынан ҡайтыуҙарына бер йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Көндәрҙең береһендә губернаторҙың уларҙы сит илдәге резиденцияһына саҡырғанын әйттеләр. Дүртәүләшеп остолар. Уларҙы ҡаршы алдылар, ҡунаҡханаға алып барып урынлаштырҙылар. Кис губернатор өйөнә алып киттеләр. Губернатор уларҙың һәр береһе менән ҡул бирешеп күреште. Һандуғасҡа ҡулын һуҙғанда ҡапыл ҡараған ыңғайға көтөлмәгән ерҙә таныш кешеһен күргән һымаҡ күҙҙәре ҙур асылып ҡаштары төйөлөп өҫкә һикерҙе. Ҡаһарман менән күрешкәндә уңайһыҙланған һымаҡ күҙҙәренә тура ҡараманы. Бөтәһен дә өҫтәл артына саҡырҙы, ҡунаҡтарына:
Көҙгө планетаһын асыусы ҡыйыу йәштәребеҙ ошо була инде, – тип таныштырҙы.
Табын геү итеп ҡалды. Бөтөнөһө лә тороп улар янына килде, ҡулдарын ҡыҫты, һәр береһе һоҡланыу һүҙҙәрен әйтте. Ултырыштылар. Кисә күңелле генә барҙы. Тостар күтәрелде, осоусыларға маҡтау һүҙҙәре яуҙы. Уңайын тура килтереп, йәштәр Көҙгө планетаһының артабанғы яҙмышы тураһында һоранылар. Табын шымып ҡалды. Күҙҙәр губернаторға төбәлде.
– Планета кешеләр йәмғиәте өсөн йәшәргә яраҡһыҙ тип табылды, – тине губернатор.
Йәштәр, планетала ҡылғандарын иҫкә төшөрөп, уңайһыҙланып күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Губернатор аяғүрә баҫты ла, ҡурҡмайынса сит ил планетаһына осоп батырлыҡ яһағандары өсөн йәштәргә Франция буйлап бер аҙналыҡ сәйәхәт бүләк итеүе тураһында иғлан итте. Табын геү итеп ҡалды. Уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотолғандарына ҡыуанып, бөтөнөһө лә Париждан булған тәьҫораттары менән уртаҡлаша башланылар.
Машина аэропортҡа алып китер алдынан губернатор килеп һәр береһе менән ҡул биреп хушлашты, Былбыл менән күрешкәндән һуң ҡапыл ғына уларҙы икенсе аҙнала һунарға саҡырҙы.
Икенсе ялда йәштәр артынан машина килде. Уларҙы ауылда төҙөлгән өс ҡатлы коттеджҡа килтерҙеләр. Иртәгәһенә иртә менән машиналарға тейәлеп урманға киттеләр, ирҙәр урман эсенә инеп киттеләр, ҡатындарҙы урман эсендә төҙөлгән өйҙә ҡалдырҙылар. Күксин менән Һандуғас бәшмәк йыйҙы, ашнаҡсыларға ярҙам итте. Ирҙәр һунарҙан кис бик ҡәнәғәт килде. Ҡуян, төлкө, хатта бер ҡабан да атып алғандар. Усаҡ янына йыйылдылар, әҙер һый янына атылған ҡабандан, ҡуяндарҙан шешлек тә тәмләнеләр. Һыйҙан һуң музыка аҫтына бейеүҙәр китте. Ирек менән Һандуғас уртаға сығып бейей генә башлағайнылар, уларға губернатор менән дуҫтары ла ҡушылды. Ни ғиллә? Ирек менән Һандуғас ниндәй хәрәкәт яһаһа, был дүртәү ҙә шуны уҡ ҡабатлай. Быға тиклем бер кем дә уларға эйәрә алмай ине, йәштәр бит бейеүҙең хәрәкәттәрен үҙҙәре теҙгәйне. Тағы бер нәмәгә йәштәр иғтибар итте: ни эшләптер улар ваҡыты-ваҡыты менән Һандуғастың ире Ҡаһарман тип яңылышып алалар ине. Шулай ҙа иң аптыратҡаны: тегеләрҙең сәстәрендә усаҡ яҡтыһында ниндәйҙер күкһел осҡондар йымылдап китеүе ине.
Ҡунырға коттеджҡа килделәр. Иртән һуң ғына торҙолар. Табынға ултырҙылар. Губернатор йәштәрҙән нисек йәшәүҙәре тураһында һорашып ултырҙы. Уларҙың ата-әсәләре менән йәшәгәнен ишеткәс, дуҫтарына ҡарап ҡуйҙы ла ҡапыл ғына һәр ғаиләгә берәр бүлмәле фатир бүләк итергә вәғәҙә бирҙе.
Иртәнге сәйҙән һуң тышҡа сыҡтылар. Губернатор ҡаҙаҡтар менән йәйеп киптерергә эленеп ҡуйылған ҡабан тиреһен күрһәтте.
Туҡтағыҙ әле, мин бит һеҙгә һунар трофейҙарымды күрһәтмәнем. Әйҙәгеҙ әле, – тине лә коттедждың мансардаһына менеп китте. Йәштәр уның артынан китте. Унда төрлө ҡош-ҡорттоң, йәнлек-януарҙың һөлдәләре эленеп тора ине. Губернатор хозурланып китеп, ҡайһыныһын ҡайҙа атып алынғаны тураһында һөйләй башланы. Һандуғас тәүҙә башҡалар менән йөрөй ине, ни эшләптер болан мөгөҙө эргәһендә тотҡарланып ҡалды. Губернатор дәртләнеп тағы күпме иҫтәлеккә бирелеп һөйләнер ине, аҫтан уны саҡырып алдылар.
Йә ярай, һеҙ яйлап ҡарай тороғоҙ, мин хәҙер, – тип төшөп китте.
Нимә булды, Һандуғас? Бер урында баянан бирле баҫып тораһың? Ниңә болан мөгөҙөнә иҫең китте? – тип һораны Ирек.
Һандуғас улар яғына боролдо, ләкин өндәшмәне. Күҙҙәрендә ниндәйҙер асырғаныу тойғоһо сағыла ине. Йәштәр аптырап уның янына килде. Һандуғас ҡулын һуҙҙы ла яй ғына итеп боландың мөгөҙөнә эленеп торған ниндәйҙер әйберҙе алды һәм Иреккә бирҙе. Бөтәһе лә Иректең ҡулына ҡарап ҡатып ҡалды. Уның ҡулында Һандуғастың беләгендәге һымаҡ күн беләҙек ята ине. Тик был беләҙектең уртаһында тимер заклепкалар менән М хәрефе яҙылған ине.
Бынан һуң да йәштәрҙе ярты йыл һайын ҙур-ҙур түрәләр ҡунаҡҡа саҡырҙы. Улар хөрмәтенә тостар күтәрелде, маҡтау һүҙҙәре яуҙы, бүләктәр тапшырылды. Кемдер уларҙың фатирҙарын ҙурыраҡҡа алмаштырҙы, кемдер машина асҡыстарын тапшырҙы, кемдер сит илдәргә сәйәхәт бүләк итте. Тик йәштәр инде береһенә лә Көҙгө планетаһының киләсәк яҙмышы тураһында һорау бирмәне. Үҙ-ара ла бының турала башҡа һөйл
Читайте нас: