Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Июль 2020, 19:00

Быйыл БДИ нисек үтә?

Республиканың Мəғариф һəм фəн министрлығынан хəбəр итеүҙəренсə, быйыл ҡайһы бер фəндəр буйынса БДИ-ны юғары балдарға биреүселəр һаны артҡан.

Республиканың Мəғариф һəм фəн министрлығынан хəбəр итеүҙəренсə, быйыл ҡайһы бер фəндəр буйынса БДИ-ны юғары балдарға биреүселəр һаны артҡан.
Тəүге һөҙөмтəлəр шуны күрһəткəн: 100 балл алыусылар 20 кеше. География, əҙəбиəт буйынса имтихан баһалары яҡшы. Былтырғыға ҡарағанда 100 мəрəй алыусылар икəүгə артҡан.
3 июлдə географиянан имтиханды 352 уҡыусы биргəн. Шуларҙың етəүһе - 100, 46-һы 81 һəм унан да юғары балл йыйған. Əҙəбиəттəн бөтəһе 774 кеше биргəн, өсəүһе - 100 балға. 40 уҡыусының һөҙөмтəһе 81-ҙəн юғары.
Информатиканан һəм ИКТ-нан БДИ тапшырыусылар һаны күп: 3070 кеше. Шуларҙың 564-е яҡшы баһаланған (81-ҙəн юғары), 10-ауһы 100 балл алған.
Читайте нас: