Шул баҡсаға нигеҙләнеп, һуңынан мәктәп баҡсаһы ла эшләнелә, йәғни ҙур йәшелсә-емеш баҡсаһы ла ултыртыла.
Ҡатыны Сәхипъямал Зәйнулла ҡыҙы Аҡъегетова ( Элмәле ауылынан булған) менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: Зыяитдин, Зәйнәп, Хөбәйбә. Улы Уразов Зыяитдин Хөснөтдин улы (1906-1967) - ("Өҫҡайнаҡ" ҡушаматы), Зәки Вәлиди Туғандың дуҫ-ҡәрҙәше, Төркиә Анкара шәһәрендә йәшәгән, профессор .
https://vk.com/wall512767682_3176.
Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе - шағир, бик күп йырҙар авторы, ҡурайсы, уҡытыусы Хәлимов Иҙел ағай – Хөснөтдин Уразовтың ейәне (Хөбәйбә инәйҙең улы).