Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Июль 2020, 18:00

ТӘМЛЕЕЕ!

Груша менән йогурттан ошондай бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, кәйефегеҙ күтәренке булһын!

Грушанан ошондай бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, кәйефегеҙ күтәренке булһын!
125 грамм кефир/йогурт/, 250 грамм он, 85 грамм шәкәр, бер йомортҡа, ярты стакан үҫемлек майы, йомшартҡыс, ярты әфлисун тышы, ике груша, бер аш ҡалағы шәкәр пудраһы, бер сәй ҡалағы дәрсен кәрәк.
Тәүҙә йогуртты һауытҡа һалабыҙ. Уға он, шәкәр, май, йомортҡа, йомшартҡыс, ваҡланған әфлисун тышын ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Шунан грушаның тышын әрсеп, төштәрен алып, киҫәбеҙ. Артабан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, формаға әҙер ҡамырҙы һалабыҙ ҙа, өҫтөнә груша теҙеп, 45 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Аҙаҡтан бәлешкә шәкәр пудраһы менән дәрсен һибәбеҙ.
Фото: Liveinternet.ru
Читайте нас: