Был ҡыярҙар бик тәмле килеп сыға, ә ҡарағат был осраҡта уксусты алмаштыра. Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн беҙгә 600 грамм ҡыяр, һарымһаҡ, бер һуған, 1,5 стакан ҡыҙыл ҡарағат, өс борос борсағы һәм өс ҡәнәфер кәрәк була. Ә тоҙлоғон (рассол) әҙерләү өсөн бер литр һыу, бер аш ҡалағы шәкәр һәм 2,5 аш ҡалағы тоҙ етер.
Ҡыярҙарҙы матурлап йыуып, 2-3 сәғәткә һыуыҡ һыуҙа һалып ҡалдырыр кәрәк. Банка төбөнә ҡарағат япрағы, туралған һарымһаҡ һәм һуғанды һалабыҙ. Шунан ҡыярҙарҙы банка эсенә “баҫтырып ҡуябыҙ”. Ҡарағатты йыуып, ҡыйҙарынан таҙартҡас, ҡыяр араларына төшөрәбеҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 минутҡа ҡалдырабыҙ. Унан, һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойоп, тоҙлоҡ эшләйбеҙ. Ҡайнап торған һыуға тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. Артабан ошо тоҙлоҡто банкаларға ҡойоп, ҡапҡас ябып, 8-10 минутҡа ҡуйып торабыҙ ҙа, тимер ҡапҡастар менән ҡаплап, баш түбән, йылы урында ҡалдырабыҙ.
Маринадлы ҡыяр әҙер!