Әле алтмыш йәше лә тулмаған Мәхмүзә әбей утын индереп, мейескә тыҡты һәм ҡулында тотҡан бер утындың туҙын һыҙырып алып, шырпыһын һәрмәп тапты ла мейесенә яғып ебәрҙе. Бер төртөүҙән ут геүләп янып китте. Сәбәбе – утын ҡоп-ҡоро, улар башы ябыҡ утын әрҙәнәһендә һаҡлана. Бер үҙе бер бүлмәле бер өйҙә йәшәй ул. Барыһы ла һәйбәт кеүек, тик уның күҙҙәре бөтөнләй күрмәй, шулай ҙа яҡты ваҡытта төрлө әйберҙәрҙең тоноҡ ҡына шәүләләре һирәк-һаяҡ сағылып ҡала, уныһына Аллаға шөкөр. Күрәһең, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, һәр замандың үҙ заңы, үҙ саңы, тигәндәй, кеше күрәһеләрен күреп бөтмәйенсә был донъянан китмәй, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Шулай тип уйлап ала Мәхмүзә әбей. Тома һуҡыр кешегә бер үҙең йәшәүе, әлбиттә, ауыр, шулай ҙа йәшәргә була. Уның күршеһендәге ғаилә ярҙамсыл, ире инмәһә лә бер-нисә йыл элек килен булып төшкән ҡатыны инеп-сығып, хәл белешә, балалары һыу килтереп ултыртып китәләр. Ул яғына, шөкөр ҡылырға була, Мәхмүзә әбейҙең бәхете бар. Нисек кенә булмаһын, ул күҙлеләр рәтендә һәүетемсә йәшәп ята, өйҙә ҡатын-ҡыҙ башҡара торған бөтә эштәрҙе эшләй: өйҙө ут яғып йылыта, электр плиткаһында йәки ҡаҙанда тамаҡ бешерә, керҙәрен йыуып ала, иҙән саңдарын даими рәүештә һөртөштөрөп тора. Күп ваҡыт ауыл магазинына үҙе барып етә һәм кәрәкле аҙыҡ-түлекте йөкмәп ҡайта. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡты күршенең балалары килтереп ҡалдырып китә.
Ҡайһы бер кеше Мәхмүзә әбейҙең өйөндә, урамында, урам тышында ышаныслы атлап йөрөүенә ғәжәпкә ҡала, бәлки, күҙе күрмәгәненә ышанмайҙыр ҙа. Ә бөтәһе лә ябай ғына: ул күҙҙәре күргән ваҡыттағы иҫләүе буйынса һәм һәр әйберҙе үҙ урынына һалыу арҡаһына әллә ни ауырлыҡҡа тарымай йәшәп ята. Әйткәндәй, һуҡырҙың “эске” күҙе, һиҙеү һиммәте асыла икән. Ул йөрөр маршрутын ятлап бөтә, һәр бер “шылт”иткән тауышҡа ныҡ иғтибар бирә, төрлө еҫте, төтөндө “уҡый”, һаҫыҡ аңҡыған әйберҙәрҙең нимә икәнен айыра. Тәжрибә өҫтөнә тәжрибә өҫтәлә ки, хатта күп кенә күҙе күрмәгән әҙәм балалары тормош –көнкүрешендә һыуҙағы киттар кеүек эхолокацияны даими ҡуллана башлай. Шул арҡала юлында осраған әйберҙәрҙе, бағанамы, арбамы, ятҡан бүрәнәме, эске күҙе аша күреп, урап үтә. Уйлаһаң – ғәжәп хәлдәр был донъяла күп кенә шул...
Эйе, бар ине уның да матур саҡтары! “Ленин үлгән йылы һин тыуҙың, - тип әйтер ине әсәһе, - аслыҡ йылдары, шөкөр, һиңә эләкмәне. Ә бына ағайың йот йылында китеп барҙы, ниндәйҙер ят нәмә ашағандыр, тип фарыз иттек. Һәйбәт кенә уйнап йөрөгән биш йәшлек бала ҡапыл ғына ауырып китте лә үлеп тә ҡуйҙы. Аңғармай ҙа ҡалдыҡ”.
Уныһы шулай, ләкин уның иң матур сағына ҡәһәр һуғыш йылдары эләкте лә ҡуйҙы. Шулай килеп сығырын кем уйлаған. Район үҙәгендә ете класты тамамлағандан һуң, бик йәш булһа ла, колхозда быҙау ҡараусы булып эшләп алып китте. Трудодень бара, бойҙай-арыш менән колхоз ярҙам итеп тора. Фермала эшләй башлаған ваҡытта малсы булып эшләгән Ғәйзулла тигән егет менән яҡындан танышып алғайны, хатта Магнит ҡалаһына ҡушарлап барып ГПТУ-ға инеп, төҙөүсе һөнәре алып, шунда ҡалмаҡсы ла булып һөйләшеп, һүҙ ҡуйышып бөткәйнеләр, тик был уй-фекерҙәр селпәрәмә килде – көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте, 45 йәше тулмаған Мәхмүзәнең атаһын беренсе нәүбәттә һуғышҡа ебәрҙеләр. Әсәһе күҙ йәшен күп түгеп оҙатты ирен, “күңелем һиҙә, башҡа осрашмабыҙ инде”, тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Һуғыш башланыу менән ауыл һағайып, тынып ҡалды. Шул осорҙағы ваҡиғаларҙы ул күрше ҡатынға бәйнә-бәйнә һөйләп алғайны бер ике мәртәбә.
Эште бөтөрөп ҡайтып килһә, уны юлда Ғәйзулла көтөп торған.
- Мәхмүзә! Һиҙенеп торам, тиҙҙән миңә лә повестка булыр инде, шуға күрә һиңә етди тәҡдимем бар. Әйҙә өйләнешәйек!
- Бына һиңә мә! Әсәйем нимә тиер әле...
- Һин риза булһаң, хәҙер үк әсәйең менән һөйләшергә ағайым менән еңгәмде ебәрәм, үҙем дә ҡуша киләм.
- Улай оҡшармы икән?
- Оҡшар, оҡшар. Ризалығыңды әйт ошонда! Иртәгә һуң булыуы мөмкин... бөгөн-иртән повестка көтәм...хатта ашҡынып көтәм, сөнки һуғышҡа барып, бына ошо ҡулдар менән гитлерсыларҙы дөмөктөргөм килә. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы-юҡты?
- Әсәй ризалыҡ бирһә – мин ҡаршы булмаҫмын.
Артабанғы ваҡиғалар ағышы тиҙ темпта бара. Әсәһенең ризалығын алғандан һуң, Ғәйзулла “уй-бай”ға ҡуймай ауыл муллаһын саҡырып никах мәжлесен үткәрергә иреште. Ошонан һуң да Мәхмүзә әсәһен ташлап киткеһе килмәне, ә Ғәйзуллаһы бер-ике әйтеп ҡараны ла ҡулын ғына һелтәне, сөнки бөгөн-иртән китеүе көн кеүек асыҡ ине. Һәм шулай булды ла. Бата уҡытҡанға ике аҙна тигәндә Ғәйзулла ла фронта ҡарай юл алды. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: атаһы ла, Ғәйзулла ла һуғыштан ҡайта алманылар. Ул ваҡытта ни һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандар бихисап ине. Ҡайғы-хәсрәтең бер һинеке генә түгел... Нишләйһең? Башты ташҡа ороуҙан файҙа юҡ. Яҙмышты үҙеңдән ысҡындырып булмай, ташлап китеп тә булмай, ул һиңә йәбешкән, һинең маяғың, һинең менән ҡушарлап атлауын белә.
Китек күңелгә шатлыҡ өҫтәп ҡыҙҙары тыуҙы. Уралиә тип мулланан исемен ҡысҡырттылар, атаһына, Ғәйзуллаға, хат аша хәбәр иттеләр. Был хатты алғанмы-юҡмы – билдәһеҙ, сөнки тиҙҙән “ҡара” ҡағыҙ килеп, ҡайғыны яңыртты.
Уралиә матур булып үҫеп китте, ҙурайҙы, һатыусыға уҡып сығып, ауылда үҙ һөнәре буйынса эшләй башланы. Артабан уҡығыһы килмәне ҡыҙыҡайҙың, бәлки, мөмкинлегенең сикләнгәнен дә аңлағандыр. Уның да тормошо ҡалып буйынса барманы, уйлмағанда ҡырҡа боролош яһаны.
Был яҡтарға ағас артынан килгән йәш ҡаҙаҡ шоферы менән әллә ни арала танышып китә. “Тегенеһе нисек күндергәндер инде, - тип һөйләй Мәхмүзә килен булып төшкән күрше ҡатынға, - бер көнө Уралиә:
- Әсәй! Зинһар миңә ҡаршы булма! Мин ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә сығам, - тигән хәбәр һалды бит. Үҙ балаңдың теләгенә нисек ҡаршы булаһың инде? Кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем, башҡаса нишләйем? Кейәү йәшәгән Ҡаҙағстандың Талды-Ҡорған яғында гөрләтеп туй үтте. Мәжлес араларында дөйә ярышы ойошторҙолар, еңгәндәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар. Ҡоҙалар бик хәлле кешеләр булып сыҡты, йөҙәрләгән дөйә көтөп муллыҡҡа сумып йәшәйҙәр. Мине шул ерҙә ҡыҙым үҙе һәм башҡалар шунда ҡалырға өгөтләп ҡаранылар - риза булманым, ундағы ҡырыҫ тәбиғәт тә, кешеләре лә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре лә оҡшап етмәне миңә, сөнки мин даланыҡы түгел, ә урман ҡыҙымын. Яҙ етһә - муйыл, ҡайын миндеге еҫе, йәй етһә - еләк, бөрлөгән еҫтәре үҙе ни тора! Яңы яуған ҡар еҫе лә тәнгә дауа булып кереп тора.
Туйҙан ҡайтып элеккесә йәшәүҙе дауам иттем. Бер һыйырым, бер-нисә һарығым бар. Ыҙа булһа ла ҡул менән шуларға йыл да бесән сабам. Тик “бәлә аяҡ аҫтында” тигәндәре дөрөҫ икән. Бесән ваҡыты ине. Бер ваҡыт ҡойоп ямғыр яуа башланы. Эште туҡтатып ҡайтырға сыҡтым. Юлда тайып китеп йығылдым да башымды бер аҡас төбөрөнә төкөнөм. Күҙемдән йондоҙҙар атылды, ул йүнләп күрмәй башланы, саҡ ҡайтып еттем. Яйлап күҙ күреүҙән туҡтаны. Табибтарға йөрөп ҡарау бер файҙа ла бирмәне, ҡайҙа барһаң да күҙҙәреңдең нервыһы эштән сыҡҡан, һиндә трамбоз, дауалауға бармай, тип әйттеләр.
Инде нишләргә? Күҙ күрмәй, тип үлеп булмай бит инде. Һин бында килен булып төшкән саҡта, мин һуҡырҙар рәтендә инем инде. Хөкүмәткә рәхмәт инде, ғәриплек өсөн бирелгән аҡсаға артабан йәшән алып киттем.
Минең һуҡырайғанды хат яҙып, Уралиәгә белгерткәндәр алты йәшлек ҡыҙын эйәртеп килеп етте ул. Хәл-әхеүәл һорашҡандан һуң:
- Әйҙә, минең менән киттек, мин һине алып ҡайтырға килдем, - тип хәбәр һалды.
- Юҡ, бармайым ул яҡтарға, мине ризалаштырам, тип алтын һүҙҙәреңде әрәм итмә, - тип ҡырҡа киҫтем. Аптырауға ҡалған Уралиә ҡыҙы Шолпанды минең эргәлә ҡалдырып ҡайтып китте. Ҡыҙ бала”ҡайтҡым килә”, - тип бер-нисә көн мыжыны, иланы, шунан тымды, яҙмышы шулай ҡушҡандыр инде. Ҡабатлап әйтәм: яҙмыштан үҙеңде ысҡындырып булмай, ул һиңә йәбешкәк кеүек йәбешкән була. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы почта аша килде килеүен, ләкин бында, силсәүитте күндереп, яңынан яҙҙырҙым, ейәнем Сулпан исемле булып китте. Тиҙ арала бала башҡортса һөйләшергә өйрәнеп алды, тора-бара дала яғынан һыуынды, ҡалайтһын инде! Бында яңы дуҫтар тапты, беренсе класҡа барып унынсы класты бөткәнсе башҡортса уҡыны. Шул осорҙа икебеҙгә лә матур йәшәгән ваҡыт булды. Уралиә мул ғына итеп аҡса ебәрештереп торҙо, ә Сулпандың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булды, ҡатын-ҡыҙҙар эшенә тиҙ өйрәнеп алды: икмәк баҫты, бешерҙе, төшөрҙө. Малды бөтөрҙөм, әлбиттә, шулай ҙа картуф ултыртыуҙан яҙманыҡ, туҡ йәшәнек. Сулпан гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙып ыңғай даны сыҡты, унды бөткәндән һуң, шул юл менән китте ул, институтҡа журналистика буйынса уҡырға инде, эш башланы, кейәүгә сыҡты. Шулайтып мин шыпа яңғыҙ ҡалдым. Бына бит бирешиәй йәшәп ятам әле...”.
“Бәлә аяҡ аҫтында” тигәндәй уйламағанда Мәхмүзә үлемесле ҡазаға юлығып ҡуя. Сираттағы утты тоҡандырып ебәргәндән һуң, бер торонбаш ни сәбәптәндер иҙәнгә төшөп яныуын дауам итә. Оҙон итәкле күлдәк кейгән Мәхмүзә әбей, төтөн еҫен һиҙеп ҡалып, торонбашты һәрмәп таба, кире мейес эсенә тығып өлгөрә, ләкин ут уның итәгенә тоҡанып китә. Ул ҡысҡыра-ҡысҡыра тышҡа сығып йүгерә, урамында ҡолай. Үҙәк өҙгөс тауышты ишеткән күршеһе йүгереп килгәндә, Мәхмүзә әбей тере була әле, нисек ут ҡапҡанын һөйләп өлгәрә һәм шул урында йәне менән хушлашып та ҡуя.
Күрәһең, ысынлап та яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, берәү ҙә, күрәҙәселәрҙән башҡа, алда ни булырын белмәй. Белһә – кеше, бәлки, тыныс йәшәй алмаҫ ине, балалар, баҡса үҫтермәй, эшкә бармай үлемен көтөп, бәлки, илап тик ултырыр ине. Тыуымдан ҡалмаған – үлемдән ҡалмай.