“Үлән йыя башлағаны бирле бер ҡап та сәй һатып алғаныбыҙ юҡ”, - тип башланы һүҙен Аҫылбикә апай Мәжитова. Аптырап киттем: нисек инде ҡара сәйһеҙ? Үҙебеҙҙе белгәндән бирле әбейҙәр һымаҡ сәйхурға әйләнеп бөткәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа хатта сәйҙең тәменән төрөн айырыу һәләтенә өлгәшелде. Башҡорт асыҡһа ла, сәй эсә, һыуһаһа ла, сәй эсә тигәндәре хаҡтыр. Тормошобоҙҙо ошо эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ шул. Ә бына Аҫылбикә апайҙар ҡара сәйһеҙ көн итеүҙең тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша ала. Баҡтиһәң, була икән.
Өйгә инеп барған ерҙә ялан еҫе генә аңҡып яңы йыйылған үләндәр ята, ай башында йыйылғандары – бер аҙ һурыҡҡан, уларын баулап киптерергә элгәндәр.
- Был үләндең исеме нисек? Нимәнән файҙалы?- тип һорайым бер зәңгәрһыу ғына төҫтәге сәскәгә иғтибар итеп.
- Ялан яраны. Баш ауырыуынан ныҡ ярҙам итә.
- Ә быныһы? Беҙҙең ишек алдында ла үҫә...
- Етен үләне, бесәй тырнағы тип тә әйтәләр (льнянка обыкновенная, аҫтағы һүрәттә). Үҙәк нервы системаһы аша тәьҫир иткән берҙән-бер эс йомшартҡыс үлән. Ошондай таҙартыу үҙенсәлеге булған күп дарыуҙар, үләндәр, ғәҙәттә, эсәклектәге микрофлораны ла боҙа, ашҡаҙанды елкенһендерә, ә етен үләне улай түгел.
Һыйырғойроҡ тигән үлән (коровяк), дөрөҫ итеп ҡулланғанда, бауырҙағы яман шеште лә бөтөрөү көсөнә эйә, бик ныҡ файҙалы үлән.
Йылантамырҙы ла йыл да йыям. Шалфей тип тә йөрөтәләр уны. Ҡатын-ҡыҙҙарға бик тә кәрәкле шифалы үҫемлек. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл, шәмәхә, ҡуйы алһыу төҫтә сәскә ата. Ана шул сәскәһе хуш еҫ тарата башлағас та, йыялар. Епкә бәйләп, сәскәһен аҫҡа ҡаратып, еләҫ урынға элеп киптерәләр.
Еркәүек, ерек үләне лә тиҙәр быныһын. Тәбиғи аспирин тиҙәр уны. Һаҙамыт ерҙә үҫкәненең еҫе ҡырҡыуыраҡ. Ә ялан яғындағыһы айырыуса файҙалы, еҫе лә икенсе төрлөрәк, йомшағыраҡ һымаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ялан ерендә үҫкән үләндәрҙең шифаһы ла күберәк. Кейәү үләнен генә алайыҡ. Тау-ташлы ерҙе ярата ул, сәскә атҡан мәлендә еҫе әллә ҡайҙарға тарала. Өйкөм-өйкөм генә булып үҫә, беҙҙең яҡта (Аҫылбикә апай сығышы менән Хәйбулла районынан–авт.) үҫкәненең сәскәһенең төҫө лә сағыуыраҡ. Уның файҙаһы тураһында һөйләмәһәм дә, беләләрҙер.
Ерҙә үҫкән һәр үләндең файҙаһы бар. Бала саҡта уҡ үҫемлектәрҙең атамаларын яҙып, япраҡтарын, сәскәләрен йәбештереп үҙем өсөн тос ҡына гербарий эшләп алғайным, шул мәғлүмәт тә һеңеп ҡалған аңға. Дарыу өсөн иһә аҙағыраҡ ҡуллана башланым. Тәүгеһе – туҡранбаш. Уның төнәтмәһе баш ауыртҡанда ныҡ ярҙам итә.
- Ҡайһы берҙәрен иртә яҙҙа уҡ йыялар, ҡайһыларын көҙгөһөн. Сәскәһе өсөн икән – сәскә атҡан мәлдә, ҡоро, аяҙ көндә, ғәҙәттә, төшкә тиклем. Орлоҡтары ла файҙалы ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, уларын инде өлгөргәс, көҙгөһөн йыялар.
Баҡсамда әҫпе еләген дә үҫтерәм. Уның тураһында мәғлүмәт бик әҙ. Ә бит боронғолар уны йыш ҡулланған. Ололарҙың “әҫпеһе ҡалҡҡан” тип һөйләшкәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр әле, аллергия була ул. Бына ошо әҫпе еләге нәҡ шунан ярҙам итә лә инде. Бик күптәр аллергиянан ҡотолғанын беләм.
Самаһын белһәң – дарыу, белмәһәң –ағыу
- Дарыу үләндәре араһында ағыулы булып иҫәпләнгәндәре лә бар, шуға был тәңгәлдә һаҡлыҡ та, сама ла кәрәк. Шәхсән ҡулланғандар араһында сусҡа дегәнәге (дурнушник), монар көпшәһе (русса болиголов) кеүектәр бар. Ғәҙәттә, уларҙы дауаланыу өсөн төнәтмәләрен берәр тамсылап ҡына башлайҙар, шунан кәрәкле кимәленә еткәс, кире бер тамсыға ҡәҙәр кәметәләр. Яман шеште дауалап, шәбәйгән кешеләр бар, әммә һаҡлыҡ кәрәк.
- Гел генә үлән сәйе эсеү ҡурҡыныс түгелме?
- Уны кеше үҙенә килешкәнен генә һайлай инде. Беҙ ҙә бер үк сәй генә эсмәйбеҙ. Ферментланған боланут (кипрей, иван-чай), еләк, ҡурай еләге япрағы ( әйткәндәй, ҡырҙа үҫкән ҡурай еләге япрағы шифалыраҡ), ялан яраны, йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, туҡранбаш үләндәренән сәй әҙерләп алабыҙ.
Боланутты йыйғас та, сәскәләрен орлоҡлана торған ҡуҙаҡтарынан айырып алабыҙ ҙа, япраҡтарын ғына нышып-нышып өс литрлыҡ банкаларға һауа ҡалмаҫлыҡ итеп тултырабыҙ. Шунда ултырып быҫлыҡҡас ( армыт еҫе сығып китә унан, төҫө лә ҡара йәшелгә әйләнә), һалма һымаҡ туҡмас таяғы менән “йәйәбеҙ”. Еләк, ҡурай еләге япраҡтарын да шулай әҙерләйем. Аҙаҡ кәртә башында еләҫ урында (ҡулайлаштырып алған урыным да бар) киптереп алам да, матурлыҡ өсөн кипкән сәскәләрен аралаштырып, быяла банкаға йә моҡсайҙарға һалып ҡуям.
Ҡан баҫымы юғары булғандарға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡайһы бер үләндәрҙең ҡан баҫымын күтәреү үҙенсәлеге лә бар. Үҙем ҡарағат, сейә япрағы сәйен эсә алмайым, килешмәй.Меңъяпраҡты ла ҡулланабыҙ. Уны борон рустар “солдатская трава” тип йөрөткәндәр, яуҙа йөрөгән һәр һалдаттың кеҫәһендә мотлаҡ кипкән меңъяпраҡ ятырға тейеш булған. Уны ыуалап, яраға һалып инфекцияланыуҙан һаҡланғандар.
Үлән исемдәрен беләһеңме?
Йыш ҡына теге йәки был үләндең башҡортса атамаһын, йә урыҫсаһын белмәйбеҙ. Шуға үҙем йыйған, белгән үләндәр һүҙлеген күптән яһырға уйлап йөрөй инем. "Нишләп кенә өлкәндәрҙән һорап ҡалманым ваҡытында..." тигән үкенес миндә генә түгелдер, тип уйлайым. Үҙем башҡортса атамаһын белмәгән үләндәр байтаҡ. Мәҫәлән, астрагал, ревень. Әйткәндәй, ревень үләнен һүҙлектәрҙә ирәүән, тип тәржемә итәләр. Ә ысынында ирәүән - раковые шейки йәки змеевик үләне ул. Шуға, зинһар, белгән үләндәрегеҙҙе һеҙ ҙә яҙығыҙ, мин яҙған исемлекттәрҙә хата булһа, төҙәтегеҙ:
Урман гөлнәфисе - мальва.
Мәшкәк, бесәй тармаһы - будра плющевидная
Туғай яраны - герань луговая
Һыу боросо - горец перечный
Баҫыу ҡырҡбыуыны, шылан - полевая хвощь
эт дегәнәге, һырлан - череда
тәпәйсә, мүтәк - лапчатка
Ҡыҙылса - хвойник двухколосковый. Был үләнде Хайбулла районы тауҙарында ғына осратҡаным булды. Элек күмәртәләп Мәскәүгә оҙатыр буғандар. Хәҙер ҡыҙыл китапҡа индерелгән, бик һирәк осрай.
Көтөүсе муҡсаһы - пастушъя сумка
Арыҫлан ҡойроғо - пустырник
Бүҫер үләне- грыжник гладкий
Ирен сәскә - чистец лесной
Кейәү үләне, ҡан үләне - чабрец
Туҡранбаш - клевер луговая
Сусҡа дегәнәге - дурнушник
Меңъяпраҡ - тысячалистник
Кәрешкә - чина ( тамыры сәтләүеккә оҡшаған, тәмле)
монар көпшәһе - болеголов
татлы тамыр - солодка ( ҡайҙалыр Уралская локрица тип тәржемә иткәндәр)
һыйырғойроҡ - коровяк (Был үләндең төрҙәре бик күп. Башҡортса атамаһыла төрлөсә, мин белмәйем. Бер төрөн халыҡ бөргәк тип йөрөтә, ул сағында- подмаренник нимә була икән? Беҙ уны бөргәк тибеҙ...)
Үгәй әсә үләне - мать и мачеха
Ат ҡуҙғалағы - коньская щавель
Терпекәй үлән - мордовник
Ҡаразирә - дурман обыкновенный (беҙҙә
Талҡан емеше - толокнянка
Тиле кишер - дымянка лекарственная
Тумыртҡа мышары - синюха голубая
Кәкүк емеше - первоцвет крупночашечный
Дарыу үләндәрен йыйыу ҙур оҫталыҡ һәм белем талап итә, тәртибен, ҡағиҙәләрен дә белеү мотлаҡ. Тәүге шарт – экологик таҙа ерҙән генә йыйырға кәрәк, машиналар күп йөрөгән ерҙә үҫемлектәр газ ултырып ағыуланған була. Ағыулы препараттар ҡулланылған баҫыу эргәһенән йыйыу ҙа тыйыла. Киптергәндә лә үҫемлектәрҙең үҙенсәлеген иғтибар итегеҙ – ҡайһы бер үләндәрҙе - күләгәлә, икенселәрен ҡояшта киптерәләр.
- Хәҙерге медицинаға тулыһынса альтернатива була аламы дарыу үләндәре?
- Замана медицинаһы, минеңсә, күберәк дарыуҙар менән аҡса эшләүгә ҡоролған. Йәнә ул дарыуҙарҙың кире тәьҫире лә юҡ түгел. Әлбиттә, күҙ йомоп тик үләндәр менән генә дауаланыуға күсергә өндәмәйем, шулай ҙа тәбиғәттә аяҡ аҫтында үҫкән серле, шифалы хазина икәнлеген онотмайыҡ. Киләсәктә кешелек яйлап шифалы үләндәргә күсер тип тә уйлайым.