Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Июль 2020, 18:00

Берҙәмлектә- көс!

#Тыуғаняҡтыһаҡлайыҡ #Хөснөтдинбаҡсаһы #БерҙәмлектәкөсХәйерле сәғәттә, яҡташтар, дуҫтар һәм ошо яҙмаға иғтибар иткәндәр!!!Бер төркөм яҡташтарыбыҙҙың күтәреп сыҡҡан тәҡдимен, Байыш ауылы тарихи ҡомартҡыһы булып үҫеп ултырған Хөснөтдин баҡсаһын ҡурсалау эшен, байтаҡ ауылдаштарыбыҙ хупланы. Илленән ашыу кеше ризалығын белдереп ҡултамға ҡуйҙы, шулай уҡ социаль селтәрҙәрендә үткәрелгән һорауҙарға 90% ризамын тип яуап бирҙе. Район, ауыл биләмәһе хакимиәте лә үҙҙәренең ризалығын һәм ярҙам итеү теләген белдерҙе.

#Тыуғаняҡтыһаҡлайыҡ, #Хөснөтдинбаҡсаһы,#Берҙәмлектәкөс

Хәйерле сәғәттә, яҡташтар, дуҫтар һәм ошо яҙмаға иғтибар иткәндәр!!!
Бер төркөм яҡташтарыбыҙҙың күтәреп сыҡҡан тәҡдимен, Байыш ауылы тарихи ҡомартҡыһы булып үҫеп ултырған Хөснөтдин баҡсаһын ҡурсалау эшен, байтаҡ ауылдаштарыбыҙ хупланы. Илленән ашыу кеше ризалығын белдереп ҡултамға ҡуйҙы, шулай уҡ социаль селтәрҙәрендә үткәрелгән һорауҙарға 90% ризамын тип яуап бирҙе. Район, ауыл биләмәһе хакимиәте лә үҙҙәренең ризалығын һәм ярҙам итеү теләген белдерҙе.
Бөгөнгө көндә ауыл биләмәһе хакимиәте инициативаһы менән ҙур таш килтереп ҡуйылды. Район Хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улы баҡсаны кәртәләү өсөн материалдар бүлергә вәғәҙә итте. Таҡтаташ яҙҙырыу эшен Уразов Хөснөтдин Мифтәхетдин улының ейәне - Хәлимов Иҙел Хәмит улы үҙ өҫтөнә алды.
Баҡсалыҡ тағы ла матур булһын өсөн күп йыллыҡ сәскәләр ултыртырға кәрәк буласаҡ. Дуҫтар, кем матур сәскә үҫентеләре, тамырсалары, орлоҡтары менән бүлешә ала? Һеҙҙән ярҙам көтөп ҡалабыҙ, "Берҙәмлектә - көс",- тигәнде онотмай, ауылыбыҙ өсөн тырышайыҡ! Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ, матур булып, тирә-яҡты һоҡландырып үҫеп ултырыр!
Халҡы, ауылдаштары, киләсәк өсөн ҡорбан булған Хөснөтдин олатайҙың рухы ҡыуанһын!
Флүрә Кашбуллина.
Читайте нас: