Хәстәрлекле хужа ҡышты нисек үткәререн иртә яҙҙан хәстәрләй башлай, йәйе әҙерлектәр менән үтә. Ҡайҙалыр ремонт эштәре барғанын күрһәң, нисектер эскә йылы йүгерә – тимәк, нимәнелер яңырталар, тормош алға табан бара. Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге (редакция) бинаһы ихатаһында ҡаҙылған соҡорҙар күргәс: “Әһә, ҡышҡа әҙерлек бара!” тигән уй килде.
Һәм был турала, йәғни ҡышҡа әҙерлек эштәре тураһында “Торлаҡ-коммуналь, төҙөлөш кампанияһы” МУП-ы етәксеһе Зәбир Рәшит улы Мәхйәновтан һораштыҡ.
Уның әйтеүенсә, йылытыу миҙгеле тамамланыу менән йылытыу селтәрҙәренә яҙғы опрессовка үткәрелгән. Табылған етешһеҙлектәр тикшерелеп, запор арматураларына (задвижки) ремонт эшләнгән. Шулай уҡ йылытыу ҡаҙанлыҡтарының циркуляр насостарына ремонт эштәре башҡарылған, буяп-һыланған. Монометрҙар сисеп алынып, тикшерелергә ебәрелгән
Йылылыҡ системаһы туҙыуына һәм йыш өҙөклөктәр булыуға бәйле, Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге ғариза яҙған һәм килешеү буйынса йылытыу системаһы алыштырылып, гаражға йылытыу торбалары үткәрелгән.
Алда байтаҡ эштәр көтә әле: күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡ селтәре торбаларын алыштырыу планда бар, Блюхер урамы һәм Коммунистик урамы киҫелешендәге эшләмәгән ҡоҙоҡтарға демонтаж уҙғарыласаҡ. Сәнәғәт урамындағы һыу селтәрҙәренең иҫкергән торбаларын яңыртыу буйынса эш планлаштырыла, улар полиэтилен торбаларға алыштырыласаҡ.
Ә ремонт эштәре мастерҙар: йылылыҡ селтәре – Петр Анфилов, ә һыу селтәре Рафаэль Ғайсин етәкселегендә башҡарыла.