Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Июль 2020, 13:15

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Йәйге матур көндәрҙә ял итеүҙе бөтәһе лә тиерлек ярата. Әммә ял иткәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығарырға ярамай. Бәлә-ҡазаға юлыҡмаҫ өсөн билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы тағы бер ҡат иҫкә тµшµрµп үтәйек.

Йәйге матур көндәрҙә ял итеүҙе бөтәһе лә тиерлек ярата. Әммә ял иткәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығарырға ярамай. Бәлә-ҡазаға юлыҡмаҫ өсөн билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы тағы бер ҡат иҫкә тµшµрµп үтәйек.
Һыу инеү һәм ял итеү µсµн йыһазландырылған урындарҙы ғына һайлағыҙ. Яр буйында таҙа ҡом, һыуға инеү µсµн уңайлы яр, һыу аҫты таҙа, тикшерелгән булыу – былар һыу буйында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү µсµн ҙур әһәмиәткә эйә. Сµнки быялаға ҡырҡылыу, йәрәхәтләнеү ихтималы ҙур һәм улар йыш ҡына медицина ярҙамына мµрәжәғәт итеү сәбәптәре булып тора. Балалар µлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Кескәйҙәрҙе алдан ҡағиҙәләр менән таныштырыу – һәр ата-әсәнең бурысы. Иҫерек кµйµнсә һыуға тµшµү ҙә ҡағиҙәне һанға һуҡмау булып тора. Һыуҙың температураһы ла ҙур роль уйнай. Һыуыҡ һыуға тµшµп, тәнде ҡорошторорға мµмкин, ә был, үҙ сиратында, ҡурҡыныс һµҙµмтәгә килтереүе ихтимал.
Һыу инеп йµрµгәндә, батып барған кеше булып, ялған сигнал биреү тыйыла. Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мµмкин. Тәжрибәле «һыу инеүсе» йәки «сумыусы» булыуға, һыу ятҡылыҡтарын белгән булыуға ҡарамаҫтан, сумыр алдынан ундағы ҡаршылыҡтарҙы яҡшылап ҡарап сығығыҙ. ¤рµп тултырылған камера һәм матрастарҙа йµҙµү ҙә хәүефле булыуы бар. Бигерәк тә, ярҙан алыҫҡа йµҙµп китһәң.
Һыу ингәндә уйындар уйнарға ярамай, уйын-кµлкµнµң нимә менән бµтµрµ береһенә лә билдәле түгел. Әгәр һыу инә торған ер ҙур һәм тәрән булһа, унда катер, кәмәләр йµҙµүе ихтимал. Был осраҡта ундай техника янына йµҙµп барыу, ҡағиҙә булараҡ, рөхсәт ителмәй. Йылғаның бер ярынан икенсе ярына йµҙµп сығыу хәүефле, шулай уҡ, рµхсәт ителгән ерҙән алыҫҡа сығыуы ла ҡурҡыныс.
Батып барыусы кешене күргәндә, иң беренсе ярҙам һорап ҡысҡырыу мµһим. Үҙегеҙ саҡырығыҙ йәки эргәләге кешеләрҙең “Ашығыс ярҙам” саҡырыуын һорағыҙ. Бәләгә тарыусыға тотонор µсµн оҙон бау, йµҙгµс, таяҡ һәм башҡа яраҡлы әйберҙәр ташлап, ҡотҡарыу сараһын күрергә йәки яҡшы йµҙһәгеҙ, янына барып, хәлегеҙҙән килгәнсә, һыуҙан сығырға ярҙам итергә тырышырға кәрәк. Әммә уның алдына килергә ярамай, ә арт яғынан яҡынлашығыҙ, юғиһә батып барыусы кешенең, паникаға бирелеп, йәбешә башлауы һәм һеҙҙе лә һыу аҫтына һµйрәүе ихтимал. Иң яҡшыһы – ҡултыҡ аҫтынан эләктереп, ярға ҡарай һµйрәү.
Үҙегеҙ ял иткән ерҙәрҙе сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартығыҙ. Быяла кеүек әйберҙәр ҡояшҡа ҡыҙып, янғын сығыуҙың сәбәбе булырға мµмкин. Бесән һәм утынды торлаҡ биналар эргәһендә һаҡламағыҙ, сµнки мунса яҡҡанда, йә ишек алдында усаҡ яҡҡанда, осҡон сәсрәп, ут тоҡанып китеүе бар.
Йәйге осорҙа, ғаилә менән ял итеү – ғәҙәти күренеш, тәбиғәткә сығып, шешлек ҡыҙҙырып ял итеүгә ни етә. Тик ҡоро һәм елле кµндәрҙә усаҡ яҡмай тороу хәүефһеҙерәк булыр. Шулай уҡ, бындай кµндәрҙә, мунса тоҡандырмай, янғын хәүефе тыуҙырған эштәргә тотонмай торорға кәрәк. Һүнеп бµтмәгән ҡуҙҙы, кµлдµ йорт, кәртә-ҡура тирәһенә, ҡоро үләнгә түгеү бик хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерегеҙ һәм айырым билдәләнгән махсус урынға түгегеҙ. Электр үткәргестәрҙең тµҙµклµгµн дә даими тикшерергә онотмағыҙ.
Янғын башланыуға шаһит булһағыҙ, иң тәүҙә “01” йәки “010”, “112” телефондарына шылтыратып, үҙегеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе танытығыҙ, ҡайҙа, нимә янғанын әйтегеҙ. Янғын һүндереүҙең беренсел сараларын ҡулланып, утты һүндерә башлағыҙ.
Шулай, йәйҙең эҫе кµндәренең ыңғай ғына түгел, кире яҡтары ла етәрлек. Шуға күрә алда һаналып үткән ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә һаҡлайыҡ, балаларға еткерәйек. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Читайте нас: