Бер дәүләттең солтаны, кем уға хикмәтле һүҙҙәр әйтә, шуны 400 динар менән бүләкләйем, тип иғлан иткән, ти.
Үҙенең биләмәләрен ҡарап йөрөгән саҡта солтан зәйтүн ағасы ултыртып йөрөүсе 90 йәшлек бер ҡартты осратҡан.
Солтан унан:
- Һин ниңә был ағасты ултыртып мәшәҡәтләнәһең? - тип һораған. - Ул бит берәй 20 йылдан һуң ғына емеш бирә башлаясаҡ. Ә һинең был йәшеңдә инде теге яғың яҡыныраҡ...
- Беҙгә тиклем дә ағас ултыртҡандар, ә емештәре менән беҙ файҙаланабыҙ. Беҙҙең нәҫелебеҙ файҙаланһын өсөн, хәҙер беҙ ултыртабыҙ!..
- Ниндәй гүзәл һүҙҙәр! Бирегеҙ уға 400 динар!
Ҡарт йылмайған.
- Ниңә йылмаяһың?
- Кешеләрҙең зәйтүн ағасы 20 йылдан һуң ғына емеш бирә, ә минеке хәҙер уҡ үҙ емешен бирҙе!
- Бик матур һүҙҙәр! Тағы ла 400 динар бирегеҙ уға!
Ҡарт аҡсаны алған да тағы йылмайған.
- Тағы нимәгә йылмаяһың?
- Сөнки башҡаларҙың зәйтүне йылына бер тапҡыр ғына емеш бирә, ә минеке - ике тапҡыр!
- Бик аҡыллы һүҙҙәр! Тағы ла 400 динар бирегеҙ был ҡартҡа! - тигән дә солтан был тирәнән китергә ашыҡҡан, ти.
Һаҡ башлығы унан:
- Эй әфәндем, нинә һеҙ был крәҫтиән эргәһенән йәһәтерәк китергә ашыҡтығыҙ? - тип аптырап һораған.
- Әгәр мин уның янында тағы оҙағыраҡ торһам, минең ҡаҙнам һайығыр бит! Ә был крәҫтиәндең һүҙҙәре бөтмәҫ. Сөнки изгелек үҙенең емештәрен мул бирә!