Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Июль 2020, 12:00

Көрәш көсөргәнешле бара

Яҡынса дүрт ай элек, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, республикала көсәйтелгән әҙерлек режимы тураһындағы указ көсөнә ингәйне. Хәл әле лә ябай түгел. Профессор Фәнил Булат улы Шәмиғолов үҙ фекерен белдерә

Яҡынса дүрт ай элек, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, республикала көсәйтелгән әҙерлек режимы тураһындағы указ көсөнә ингәйне. Хәл әле лә ябай түгел.
21 июлдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптар йәмәғәтселеге – профессорҙар, медицина дисциплиналарын уҡытыусылар, белгестәр, тармаҡ ветерандары һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән осрашты. Унда коронавирус шарттарында эшләү хаҡында һөйләшкәйнеләр.
Белеүебеҙсә, Өфө ҡалаһының Дим районы ҡала клиник джауаханаһы коронавирус менән сирлеләр өсөн госпиталгә әйләндерелде. Уның баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың Хирургтар ассоциацияһы ағзаһы, күптән түгел Пирогов ордены менән наградланған Фәнил Булат улы Шәмиғолов ошо үрҙә әйтелгән осрашыуҙан һуң нимәләр тураһында һөйләне?
– Бөгөн коронавирусҡа ҡаршы көсөргәнешле көрәш алып барыла. Апрелдән алып ул, бер аҙ артҡа сигенеп, беҙгә саҡ ҡына уйланырға ваҡыт бирә лә, тағы һөжүм итә, тип әйтергә мөмкин. Дауаханаларға, поликлиникаларға килгән ошондай пациенттар араһында олоһо ла, кесеһе лә бар. Йылы миҙгелдә халыҡ күпләп аралаша, ҡунаҡҡа йөрөй. Һөҙөмтәлә, һаҡланыу саралары инҡар ителә.
Әлеге ваҡытта ковид госпиталдәр көсөргәнешле эшләй. Сирле кешеләр һаны кәмей, тип әйтергә иртәрәк әле. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең эште алып барабыҙ. Табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар тупланған. Кәрәкле дарыуҙар ҙа бар. Компьютер-томография үҙәге эшләй.
Дүрт миллиондан ашыу кешеһе булған төбәктәр Рәсәйҙә һирәк. Халыҡ һаны буйынса илдә республика – етенсе урында. Волга буйы федераль округында – ошондай һанлы халҡы булған берәүбеҙ. Шуға табиптар, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәрҙәре һаны ла күп кенә.
Март аҙағынан башланған ошо эшкә күҙ һалғанда, беҙҙә дауаханалар, табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре тәжрибә туплаған. Кадрҙарҙы сит өлкәләргә ебәреү мөмкинлеге лә бар. Белеүебеҙсә, Ҡырғыҙстанға беҙҙән илленән ашыу табип һәм башҡа белгестәр йүнәлтелде. Кафедралар белгестәре көслө беҙҙә. Республикалағы ковид госпиталдәрҙә табиптарҙы алмаштырып торабыҙ, шул уҡ ваҡытта тәжрибә туплаған табиптарҙы ситкә ебәреү мөмкинлегебеҙ бар. Улар коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә урындағы белгестәрҙе өйрәтәсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: radiokp.ru
Читайте нас: