Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2020, 11:00

Янғындарға бәйле хәл һәм уларҙы бөтөрөү буйынса ҡабул ителгән саралар тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған брифинг республикалағы янғындарға бәйле хәл һәм уларҙы бөтөрөү буйынса ҡабул ителгән сараларға арналды.

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған брифинг республикалағы янғындарға бәйле хәл һәм уларҙы бөтөрөү буйынса ҡабул ителгән сараларға арналды.
Унда республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов журналистарҙың һорауына яуап бирҙе.
Урман хужалығы министры белдереүенсә, Бөрйән районындағы Башҡортостан тәбиғәт ҡурсаулығында ике мең гектарҙағы урман янғынын туҡтатыуға өлгәшкәндәр.
– Уҙған тәүлектә Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондарындағы алты янғын ауыҙлыҡланды. Шул иҫәптән, Бөрйән урмансылығы биләмәһендәге ике мең гектарҙан ашыу майҙанда. Кисә туҡтаттыҡ. Бөгөн иртәнсәк Бөрйәндә тағы ла бер янғынды һүндерҙек – Нөгөш участка урмансылығында. Хәл тотороҡло, әммә кисә сираттағы йәшен фронты килде. Ҡоро йәшенгә бәйле тағы ла янғын сығыу хәүефе тыуа. Иртәгә авиарезведкаға самолет ебәрәбеҙ, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Брифингта Белорет районының Әүжән урмансылығында ике урында урман яныуы тураһында әйтелде. Уларҙың берәүһе – 722 гектар, икенсеһе биш гектар самаһы майҙанды ялмап алған. Министр уларҙы “ҡатмарлы” янғын тип баһаланы.
Дөйөм алғанда, үткән аҙнала Башҡортостанда 62 янғын теркәлгән, был йыл башынан булған осраҡтарҙың 60 процентын тәшкил итә. Уларҙың 52-еһе ҡоро йәшен арҡаһында сыҡҡан. Министр белдереүенсә, йәшендән сыҡҡан янғындарҙы һүндереүе күпкә ауыр, сөнки улар үтеүе ауыр булған бейек урындарҙа тоҡана.
Республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итә. Ошоға бәйле урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 шылтыратығыҙ.
Фото: скриншот.
Читайте нас в