Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Июль 2020, 14:00

Төшкө ашҡа - тәмлекәс

БАКЛАЖАН МЕНӘН ТҮШ ИТЕНӘН ЗАПЕКАНКА бешерер өсөн 1 баклажан, 250 гр тауыҡтың түш ите, 1-2 помидор, 60 гр...

БАКЛАЖАН МЕНӘН ТҮШ ИТЕНӘН ЗАПЕКАНКА бешерер өсөн 1 баклажан, 250 гр тауыҡтың түш ите, 1-2 помидор, 60 гр ҡаты сыр, самалап тоҙ, борос һәм йәшел тәмләткестәр алабыҙ. Баклажанды буйлай, йоҡа ғына пластинкаларға ҡырҡабыҙ. Түш итен дә пластинкалап ҡырҡып, тоҙ, борос һибеп, бер аҙ төйөп алабыҙ. Баклажандарҙы майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа, яртыһын форманың төбөнә йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалабыҙ, бер һарымһаҡты һыҡып, ҡушабыҙ. Өҫтөнә түш итен һалабыҙ. Уны алдан ҡыҙҙырырға кәрәкмәй. Тағы бер ҡат итеп баклажандарҙы теҙәбеҙ һәм йәшел тәмләткестәр һалабыҙ. Өҫтөнә шулай уҡ йоҡа ғына итеп теленгән помидорҙарҙы теҙәбеҙ. Духовкала 180 градуста 25 минут бешерәбеҙ ҙә, алып, өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, йәнә 15 минутҡа духовкаҡы оҙатабыҙ. Сыр матур ҡына итеп иреп, бер аҙ аҙ ҡыҙарһа, тәмле ризыҡ әҙер!
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: