Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Июль 2020, 19:00

БИТЛЕК ҺӘМ НАМАҘЛЫҠ - МОТЛАҠ

Был йомала бөтә донъя мосолмандары изге байрамдарыбыҙҙың береһе – Ҡорбан байрамын ҡаршы алырға йыйына. Тик 2020 йылда таралған коронавирус пандемияһы бында ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Тормошобоҙға килеп ингән сикләүҙәр дингә һәм дини байрамдарға ла ҡағылды. Улар тәү сиратта дөйөм намаҙҙарға бәйле. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамды үткәреүгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Был йомала бөтә донъя мосолмандары изге байрамдарыбыҙҙың береһе – Ҡорбан байрамын ҡаршы алырға йыйына. Тик 2020 йылда таралған коронавирус пандемияһы бында ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Тормошобоҙға килеп ингән сикләүҙәр дингә һәм дини байрамдарға ла ҡағылды. Улар тәү сиратта дөйөм намаҙҙарға бәйле. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамды үткәреүгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– 31 июлдә мосолмандар байрамы – беҙ яратҡан Ҡорбан байрамы буласаҡ. Йола буйынса был көндө кешеләр йыйыла, ҡорбан сала. Тик санитар-эпидемиологик талаптар ҡағиҙәләрен иҫәптә тотоп, беҙ байрамды нисек үткәреү буйынса руханиҙар менән фекер алыштыҡ, консультациялар үткәрҙек. Стандарттар күп. Мәҫәлән, дүрт квадрат метрға бер кеше тура килергә тейеш, мәсеттә йөҙҙән ашыу кеше булмаҫҡа тейеш һәм башҡалар. Быға бик ҙур иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ҡорбан салыу урындарында ла бар талаптар теүәл үтәлһен тине Радий Хәбиров.
Байрам алдынан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты “Роспотребнадзор” тәҡдимдәренә таянып ҡорбан байрамын мәсеттәрҙә үткәреү буйынса ҡағиҙәләр ҡабул итте. Бөгөн улар менән таныштырабыҙ.
Намаҙ.
Байрам намаҙы һәм хөтбәне 06.00-07.00 сәғәттән башлап үткәрергә. Ул 20 минуттан оҙонораҡ булмаҫҡа тейеш. Саралар бөтөү менән тотҡарланмай ҡайтып китергә кәрәк. Байрам табыны ҡороу, һыйлау ойоштороу – тыйыла.
Биналар.
Мәсеттең эсендә һәм уның тирәһендәге биләмәлә социаль дистанция разметкаһын билдәләп сығыу мөһим. Ара 1,5 метр булырға тейеш.
Персонал һәм килгән кешеләр:.
- COVID-19 сирен ауыр кисергән кешеләрҙе мәсеттәргә индереүҙе сикләү (65 йәштән өлкәнерәктәр, хроник сирҙәре, тәү сиратта тын алыу органдары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм диабеты булғандар);
- бөтәһе лә мотлаҡ битлек режимын үтәргә тейеш (имамдар таратыу өсөн битлектәр әҙерләргә тейеш);
- социаль дистанцияны үтәү (кәмендә 1,5 метр ара), килгән кешеләргә үҙҙәре менән намаҙлыҡтарын алырға кәрәк;
- яҡындан аралашыу һәм ҡул бирешеүҙән тыйылыу;
- мәсет биләмәһенә ингән саҡта ирекмәндәр ярҙамында башҡа санитар сараларҙы үтәү (антисептик менән ҡулды эшкәртеү, тән температураһын үлсәү, кәрәк булған осраҡта битлектәр таратыу).
“Хөрмәтле имамдар! Көн һайын сирләп киткән кешеләр һаны арта, пандемия әллә ҡасандан “яңылыҡтарҙан күрһәтелгән күренеш” булыуҙан туҡтаны, һәр беребеҙҙең был инфекция менән сирләгән таныштарыбыҙ бар. Шуға күрә әлеге талаптарға бик яуаплы ҡарарға һәм пандемияның тиҙ арала тамамланыуын теләп доғалар уҡырға саҡырабыҙ”, – тип яҙылды кәңәштәрендә.
Шулай уҡ Диниә назараты ҡорбан салыу өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ла хәүефһеҙлек саралары тураһында хәтергә төшөрҙө һәм памятка әҙерләне.
Бындай майҙандарға килгәндәргә мотлаҡ:
- битлек кейеү;
- 1,5 метрләҡ социаль дистанцияны үтәү;
- үҙең менән антисептик һәм намаҙлыҡ алып барыу;
- ҡул бирешеү һәм яҡын аралашыуҙан баш тартыу;
- табын ҡороу тыйыла.
Фото: islam.ru
Читайте нас: