Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Июль 2020, 13:40

Был аҙнаға йондоҙҙар нимә вәғәҙәләй? (27 июль - 2 август)

Был аҙнаға ЙОНДОҘНАМӘ

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мəл башлаған эшегеҙҙе тамамлау өсөн уңайлы. Был арала кешелəргə һүҙегеҙ үтер, фекерҙəштəр табыуы ла ауыр булмаҫ. Аҙна насар ғəҙəттəрҙəн ҡотолорға ла булышлыҡ итəсəк.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Иң ҡатмарлы мəсьəлəлəр ҙə еңел хəл ителер һымаҡ. Һиҙгерлегегеҙ бик юғары буласаҡ, эске тауышығыҙға һис икелəнмəйенсə ышанығыҙ. Икеле мəлдəрҙə башҡаларҙы еңел генə уҙып китерһегеҙ ҙə кеүек. Ниндəйҙер абруйлы кеше һеҙгə ҡарата иғтибарын белдерер, бəлки.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күңелегеҙгə яҡын эш менəн булышырға форсат табылыр. Шишəмбе һəм йома көндəре яҡшы яңылыҡтар, иҫтə ҡалырлыҡ ваҡиғалар килтерер. Бəғзелəр үткəн хəлдəрҙе ентекле хəтерлəр, хаталарын күрер һəм уларҙы төҙəтеү юлдарын асыҡлар.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ниндəйҙер буласаҡ ваҡиғаға əҙерлəнергə тура килер. Был һеҙҙəн байтаҡ көс һəм ваҡыт талап итер. Өҫтəмə аҡса кəрəк булыуы ла ихтимал. Йома бер аҙ ауырыраҡ көтөлə. Яҡшы белгəн эш тə ҙур ҡыйынлыҡ менəн барыр.
Буға (21.04 – 21.05)

Һəр саҡ ҡулланған ысулдар əллə ни файҙалы булмаҫ һымаҡ. Йыш ҡына килеп сыҡҡан мəсьəлəлəрҙе хəл итеү өсөн яңы юлдар эҙлəрһегеҙ. Шулай ҙа был осраҡта ҡаршылыҡтарҙың артыуы ла бар. Йомала алынған бүлəкте тыныс ҡабул итегеҙ.
Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Аҙна һəйбəт булырға оҡшай. Үткəн ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ көс йыйырға форсат тейер. Ҡайһы бер мəсьəлəгə яңыса ҡарай башларһығыҙ. Улар əллə ни хəлегеҙ етмəҫлек тə түгел. Һеҙҙең һуңғы уңыштарығыҙҙы башҡаларҙың да күрə башлауы һөйөндөрөр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала башҡалар менəн уртаҡ тел табыу һис тə ауыр булмаҫ. Элек тыштан ғына белгəн кеше менəн яҡыныраҡ танышыуығыҙ ихтимал. Кесе йомала ниндəйҙер элек башлаған эште анһат ҡына тамамларһығыҙ. Бынан барыһы ла ҡəнəғəт ҡалыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Телегеҙгə ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Күптəр был арала мөмкинлектəрен дөрөҫ самаламай, кешелəрҙе артыҡ өмөтлəндереүе бар.
Аҙаҡ бəғзелəрҙең уңайһыҙ хəлгə ҡалыуы ла ихтимал. Кесе йомала
кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Иң мөһим эштəрегеҙҙə тəртип урынлаштырырға тырышығыҙ. Һеҙҙең иң ҙур дошманығыҙ – буталсыҡлыҡ, мөһим эштəрегеҙҙе юҡ-барҙан
айырмау. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙəр тыуып торор. Лəкин иң тəүҙə башланған эштəрегеҙҙе тамамлағыҙ.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Аҙна ҡаршылыҡлы башланыр. Күпселек ҡорған маҡсатығыҙ боҙолор, моғайын. Күп осраҡта хатта ваҡиғалар барышын бөтөнлəй төҫмөрлəй алмаҫһығыҙ. Һəр хəлдə үҙегеҙҙе уйлағыҙ, үҙ эштəрегеҙҙе генə ҡайғыртығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала бер аҙ ҡыйыныраҡ булыр. Кире хəлдəр, насар кəйеф, ваҡыт етмəү менəн даими көрəшергə тура килер. Янығыҙҙа ниндəйҙер кешелəргə артыҡ ышанаһығыҙ һымаҡ. Төптəн уйлағанда, ул быға лайыҡ түгел.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡатмарлы осор. Кешелəр араһында төрлө дəғүə күбəйеп китер. Был шəхси мөнəсəбəттəргə лə, төп эштəге хəлдəргə лə ҡағылыр.
Күмəклəп башҡарылған эштəр ауырлашыр, ҡайһылары бөтөнлəй туҡтап торор. Бер үк ҡулығыҙҙа булған аҡсағыҙҙы тотонорға ашыҡмағыҙ.
"ЙӘШЛЕК" гәзитенән.
Читайте нас: