Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Июль 2020, 00:00

БАНАТ ВӘЛИЕВА. ӘБҮЛӘЙЕСТӘ ҮТКӘН БАЛА САҠ (дауамы)

Бер көндө күрше ауылда йәшәгән апалары ире менән ҡунаҡҡа килеп төштөләр ҙә, төнгөлөккә ҡунырға ҡалдылар. Гөлшат апалары кискә табан күршеләргә йомошҡа барған ерҙән йүгереп ҡайтып инде лә:- Ауылға әртистәр килә! - тип әйтеп һалды.

Бер көндө күрше ауылда йәшәгән апалары ире менән ҡунаҡҡа килеп төштөләр ҙә, төнгөлөккә ҡунырға ҡалдылар. Гөлшат апалары кискә табан күршеләргә йомошҡа барған ерҙән йүгереп ҡайтып инде лә:
  • Ауылға әртистәр килә! - тип әйтеп һалды. Бәләкәй ҡыҙ:
  • Кем була ул әртистәр? – тип ололарҙан төпсөй башлағас, Юныс еҙнәләре балаға аңлата башланы:
  • Әртистәр, өҫтәренә матур-матур кейемдәр кейеп, бит-баштарына пудра һәм башҡа биҙәнгестәр һөртөп, матурланып, сәхнәнән йырҙар йырлайҙар, оҫта баҫып, гармун моңона бейейҙәр.
  • Еҙнәй, миңә лә әсәйем бик матур күлдәк текте, әгәр мин дә шуны кейеп бейеһәм, мин дә әртис буламмы?
  • Эйе, әртис кеүек булаһың инде, – тине еҙнәй кеше. – Тик битеңде-иренеңде буярға онотма инде, балдыҙ, әгәр матур кейенеп ҡуйһаң, үҙеңде концертҡа мәктәпкә алып барырбыҙ. Һин әҙерләнә тор, мин һине инеп алырмын, ҡайныма малдарҙы ғына ҡарашайым да. Ә һин, Гөлшат балдыҙ, Банатты биҙәй тор, – тип, өйҙәгеләргә күҙ ҡыҫты ла, еҙнәләре ишек алдына сығып китте. Баланың өҫтөнә яңы тегелгән күлдәген кейҙереп, шәм янына өҫтәл артына ултырттылар ҙа, берсә Гөлшат, берсә Файза апалары алмашлап, ҡыҙыҡайҙы көҙгөгә ҡаратып, биҙәндерергә керештеләр. Эй, оҙаҡ маташтылар, хатта килештереп биҙәмәнек тип, йыуынғыста ҡабат-ҡабат битен дә йыуғылаштырҙылар. Түҙҙе бала, инде илар сиккә етә башлағас, ниһәйәт, апалары: "Бик матурһың хәҙер һин, хас та әртис кеүек булдың," – тинеләр. Бер апаһы, көҙгө алдында ултырып арыған, иҫәңләй башлаған ҡыҙыҡайға пальтоһын да кейҙереп ҡуйҙы ла, еҙнәләренең тыштан ингәнен, пальто төймәләрен эләктермәй генә, әтеү тирләп бөтөрһең тип, көтөргә ҡушты. Эй, көттө, эй, көттө ҡыҙыҡай, тик нишләптер еҙнәй юҡ та юҡ ине. Күҙҙәрен ҡулдары менән ыуғылаштырып һаман өҫтәл артында ултырған бала, арыуынан һике буйына барып ултырҙы ла, стенаға арҡаһы менән терәлде... Уянып киткәндә, ул һырыған юрған аҫтында, әсәһе менән түшәк өҫтөндә ята ине, тик өҫтөндәге кисәге пальтоһы менән яңы күлдәге генә юҡ, улар һике янындағы ултырғыс башына матур итеп эленеп ҡуйылған ине. Баланың иҫенә ҡылт итеп концертҡа барырға йыйынғаны килеп төштө лә:
  • Нишләп мине алданығыҙ, концертҡа алып барманығыҙ?– тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Еҙнәһе менән Миңлегөл апалары:
  • Үҙең бит кис йоҡлап киттең, беҙ һине мәктәпкә күтәреп бара алманыҡ инде, барыбер кешеләр һинең матур күлмәгең менән биҙәнгән битеңде күрә алмаҫтар ине бит, үҙең баҫып тормағас аяҡтарыңа. Ярай инде илама, икенсе тапҡыр алып барырбыҙ мотлаҡ! – тип, ысын вәғәҙә бирә-бирә, баланы йыуаттылар. – Әгәр һин иламаһаң, беҙ һиңә икенсе килгәндә бер бәләкәс кенә һылыу йәки ҡусты алып килербеҙ. Теләһәң, үҙебеҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайтабыҙ, бараһыңмы беҙгә?
  • Тик ҡыҙыҡайҙың апаларына бик барғыһы килһә лә, иҫенә апаһын еҙнәй йортона оҙатып барғанда бейек бер тау янында ат арбаһынан йығылып ҡалғаны иҫенә төштө лә, шунда уҡ баш тартты: – Эй, бармайым, һеҙҙә тауҙар бигерәк бейек, йә атығыҙ тағын алып ҡасыр ҙа, мин йығылып ҡалһам, мине кем табып алыр... – Банат ҡапыл ғына Миңлегөл апаһының Юныс еҙнәһенә кейәүгә сыҡҡан сағын иҫенә төшөрҙө.
    Бер көндө шулай район үҙәгендә уҡытыусы булып эшләгән Миңлегөл апаһы менән матур аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән, ҡара сәсле, килешле генә кәүҙәле, ҡулдары менән велосипед рулен этәреп килеүсе бер егет кеше Банаттарҙың ишек алдына килеп инделәр ҙә, утъяҡҡыста ҡоймаҡ ҡойоп торған әсәләре яғына инеп киттеләр, ә Банат һәр ваҡыттағыса таған атыныу менән мәшғүл. Бер аҙ ваҡыт үткәс, теге егет, велосипедын этәреп, ихатанан сығып китте. Бер нисә көндән Банаттарҙың өйө янына арбалы ат килеп туҡтаны ла, унан дилбегә тотҡан теге егет менән ҡара түбәтәйле, ҡара кәзәкей кейгән матур сал һаҡаллы бер олатай менән ап-аҡ битле зәңгәр күҙле бер инәй, ҡатлы күлдәгенең итәктәрен елпелдәтеп, арбанан төштөләр ҙә, ҡунаҡ бүлмәһенә инеп юғалдылар. Асыҡ тәҙрә аша Банат ниндәйҙер быға тиклем уға таныш булмаған "никах, ҡоҙа, ҡоҙағый, бирнә, туй" һәм тағы ла әллә ниндәй һүҙҙәр ишетте, ләкин уның ололарҙы тыңларға хәле юҡ, сөнки таған атыныуҙан башҡа уның да ҙур бер эше бар әле: ала ҡаҙҙың бәпкәләрен ҡарғаларҙан һаҡлай ул. Кисә шулай утъяҡҡысҡа инеп, ныҡ һыуһағанлыҡтан, ярты сүмес һыуҙы эскәнсе, өйәңке башында тик кенә ултырып ҡалған ҡарға, ҡарауылсы ҡыҙҙың киткәнен күргәс тә, бер бәпкәне тибеп алып та киткән. Банат аш бүлмәһенән сыҡҡас та ҡаҙ бәпкәләрен барлап ҡараһа, бер бәпкә юҡ. Ҡыҙыҡай, әллә яңылыштыммы икән, тип, бармаҡтары менән бәпкәләр яғына төртөп- төртөп һанап ҡарай, тик барыбер бер бәпкә юҡ. Инде теге ишек ҡашағаһындағы нәҙек тал сыбығының үҙенә эләгеүенән ҡурҡып, ҡыҙыҡай шым ғына иларға кереште... Ярай әле, ул көндө әсәһе бәпкәләрҙе бәләкәй һарайға бикләгәндә был юғалтыуға иғтибар итмәне, ә иртәнсәк ҡаҙҙарҙы йылғаға ҡыуғанда бер бәпкәнең юҡлығын кернистәрҙән күрҙе шикелле. Шуға күрә бөгөн Банат бик уяу ҡарай бәпкәләрҙе. Теге ҡунаҡтар янына ауылдан бер нисә пар кеше уларҙың өйөнә инеп киттеләр. Ҡыҙыҡай, ололар нишләй икән тип, ҡолаҡ һалды тағы ла. Тәҙрә аша Шаһимәрҙән мулла олатайҙың ғына "Әғүҙе биллаһи минәш-шайтан эрражим" тигән һүҙҙәрен ишетеп ҡалды ла: "Эй, ололар күмәкләшеп теге атайымдың шкаф башындағы аҡ таҫтамалға төрөлгән ҡалын китабын уҡыйҙар икән, " – тип уйлап, уйнауын дауам итте. Оҙаҡламай өйҙәге ҡунаҡтар таралыштылар, тик теге йәш егет кенә Банаттарҙың өйөндә тороп ҡалдысы. Аҙаҡ белде Банат ололарҙың үҙҙәренә ниңә килгәнен, баҡтиһәң, Минлегөл апаһы менән Юныс еҙнәһенә никах уҡытҡандар икән.
    Шул арала Банаттың апайҙары көн һайын теген машинаһында Баныу инәйҙең Урта Азиянан ҡайтҡан Әсмә тигән ҡыҙынан әсәһе һатып алған матур ситсанан шаршау, аҡ митҡалдан тәҙрә пәрҙәләре, үтә күренеп торған ап-аҡ тәҙрә селтәре ситтәрен буйлап тегергә керештеләр. Кесерәк апалары алһыу төҫтәге йоҡа батист ҡулъяулыҡ ситтәрен селтәр энәһе менән ситләй, уларҙа ҡыҙыл мулине менән сәскәләр сигә, таҫтамал баштарындағы ептәрҙе һүреп, матур итеп суҡлай, сигеү һала. Ә әсәләре бармағына тимер бармаҡсы кейҙереп алып, сегән энәһе менән һарыҡ йөнөнән яһалған юрған-түшәктәрҙе тышлай ҙа, уларҙы таҫлап типсей. Моғайын, был эш бик ҡыйындыр, әсәһе янында ятҡан таҫтамалға ваҡыт-ваҡыт битендәге тирен һөрткөләп ала.
    Һандыҡ өҫтөндәге аҡ кейеҙ ҙә бер нисә тапҡыр ҡаҡҡылап һуғылды ишек алдында. Шунан һуң бөтә әҙерләнгән әйберҙәр матур семәрле ағас һандыҡҡа инеп ҡунаҡланы, хатта уларҙың өҫтөнә бер ҙур ғына ҡағыҙға төрөлөп вазелин, тышына алһыу төҫлө еләк һүрәте төшөрөлгән хуш еҫле кремдар, кемдәргәлер күлдәк- ыштанлыҡ туҡымалар һалынды ла, һандыҡ ауыҙына ҙур ғына ҡара йоҙаҡ эленде. Миңлегөл апайыңды еҙнәң йортона оҙатҡанда кейеп барырһың, тип, Банатҡа ла, һары ерлеккә бәләкәй генә ҡыҙыл еләк төшөрөлгән туҡыманан күлдәк тектеләр ҙә төпкө бүлмәләге урҙаға элеп ҡуйҙылар.
    Бер нисә көндән теге матур егет, уның исеме Юныс еҙнәй булып сыҡты, ат егеп, тағын килде Ергәйешкә. Кискә табан юлға сыҡманылар улар, ә иртәгеһен торһалар, төндә ямғыр яуып сыҡҡан, ишек алды тайғаҡҡа әйләнгән. Тиҙерәк теге матур күлдәкте кейгеһе килгән, түҙемлеге бөткән Банат урҙалағы күлдәкте, ағас карауатҡа ултырғыс ҡуйып, тиҙ генә һөйрәп төшөрҙө лә, өҫтөнә ашыҡ-бошоҡ ҡына кейеп ҡуйҙы. Ул, яңы күлдәген Ергәйеш йылғаһы аръяғында йәшәгән Фәрҙәнә әхирәтенә тиҙерәк күрһәтеп килергә уйлап, Ергәйеш аша һалынған бүрәнә баҫмаға йүгерҙе. Ағас баҫма аша инде икенсе ярға сыҡтым ғына тигәндә, еүеш баҫмала яланғас аяҡтары тайып, ул йылғаға шап итеп барып та төштө. Һыуҙың һалҡынлығынан һәм көтөлмәгән хәлдән ҡото осҡан бала йән эсеһе менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, һыуға бер күмелеп, бер ҡалҡынып сығып, ағып та китте. Әсе тауышты ишетеп, йылға буйында еҙ самауырҙы әсе ҡатыҡҡа буталған кирбес вағы менән таҙартып ултырған Файза ни булғанын аңлапмы-аңламаймы, йылғаға бер нисә һикереүҙә үк килеп етте лә, йылғаға шамбырҙап барып инеп, ағып барған ҡыҙыҡайҙы кулдәгенән тотоп алды, тиҙ генә ҡулдары менән ҡосаҡлап, баланың башын аҫҡа ҡаратып куйып, утъяҡҡысҡа алып инде. Банат, ҡапыл сәсәп, ҡоҫоп ебәрҙе.
    – Уф, тере! – тип шатланды апаһы һәм өшөп-ҡурҡып күгәренгән һеңлеһен, күлдәген систереп, йылы мейес янына баҫтырып, әсәләренең дебет шәленә урандырып ҡуйҙы. Ҡыҙыҡай шым ғына илай-илай, мейес янында оҙаҡ ҡына йылынып торҙо: уға матур күлдәге лә, үҙе лә, күлдәкте күрә алмаған Фәрҙәнә әхирәте лә йәл ине... Ә ҡаршылағы урҙала Файза апаһы йыуып элеп ҡуйған күлдәк төҫөн юғалтып өлгөргән ине инде...
    Икенсе, иҫкерәк ҡоро күлдәкте кейеп, Банат әсәһе менән Мәғиә еңгәһе янына, теге бүләктәр һалынған һандыҡҡа терәлеңкерәп ултырып, беренсе тапҡыр ҙур юлға – апаһын оҙатырға сыҡты. Һандыҡ ныҡ ултырһын, бүләктәр бәрелмәй-һуғылмай барып етһен тип, йыуан ғына йүкә бау менән һандыҡты арбаға арҡыры тартып бәйләп ҡуйҙы атаһы, арба егелгәнсе. Арба өҫтөнә әҙерәк бесән, бесән өҫтөнә аҡ ҡусҡар биҙәкле бәләкәйерәк ҡара кейеҙҙе лә йәйҙеләр. Бына атлы арбаға ултырған Банат, йүкә бауға ваҡыт-ваҡыт тотонғолап, ауылдан сыға ла башланы. Элек яҡын ғына булып өйҙәре тәҙрәһенән күренеп торған Сәйфетдин түңе лә байтаҡ артта ҡалды. Ҙурҙар үҙ эштәре менән мәшғүл: әсәһе менән Мәғиә еңгәләре бесән сабыусылар тураһында ғәпләшәләр, ә арбаның ал яғында бер-береһенә һыйынышып ҡына ултырған апаһы менән Юныс еҙнәһе ниндәйҙер эш, уҡыу, институт тураһында шым ғына һөйләшә. Юл башта тигеҙ ерҙән барҙы ла, ҡапыл тауҙар ҡыҫығына барып терәлгән кеуек булды Банатҡа. Тирә-яҡта урман, ҡояш та бер сығып күренә лә, әллә ҡайҙа юҡ була. Ҡыҙыҡайға атаһы менән әсәһе оҙон ҡышҡы кистәрҙә һөйләгән әкиәттәрҙәге оҙон ҡуллы мәсекәй әбейгә оҡшаған оҙон ботаҡлы ағастар ботаҡтары менән аттың дуғаһына, ә ҡайсаҡ ололарҙың баштарына тейеп ҡалалар хатта. "Мине тартып алып ҡалмаһын инде һөмһөҙ мәсекәй әбей," – тип, Банат ике ҡулы менән теге йүкә бауға сытырман кеүек йәбешеп килә арбала. Оҙаҡламай арба менән ат бейек тау башына менеп туҡтаны. Юғарынан әллә ҡайҙа хәтле тирә-йүн күренеп тора. " Бәйләгән тауын үттек инде, хәҙер тағын Ғәлиәхмәт тауын үтеп, Шыуғантауға барып етһәк, минең тыуған ауылыма, Мырҙабулатҡа ла, барып етербеҙ, Алла бирһә, – тип һөйләнде әсә кеше, арбанан төшә-төшә. Унан һуң артҡа, Ергәйеш яғына, боролоп ҡараны ла: " Ә ана тегендә, алыҫтағы тәпәш кенә тауҙар араһында бейек булып ҡалҡып торған Ҡалаҡтау итәгендә атайығыҙҙың ауылы Аҡбулат. Шул тауҙар бөткән ерҙә Ырымбур һәм ҡаҙаҡ далалары башлана, " – тип әсә һүҙен ослап, ҡабат арбаға менеп ултырҙы.
    Атты бер аҙ ял иттергәс, юлсылар, арбаға тейәлешеп, тағын алға табан юл тоттолар. Хәҙер инде Банат, иҫе китеп хозур донъя ҡарап, арба ташлы юлдан барғанға, һелкенә-һелкенә, Ғәлиәхмәт тауына менеп китеп бара. Арбаның тәгәрмәстәре, көбсәктәренән ергә ҡап-ҡара дегет ағыҙа-ағыҙа, ваҡ таштарҙы ватҡылай-ватҡылай, һаман ат артынан юғарыраҡ үрләй. Банат уйланып бара, атаһы һөйләгән теге Аҡъял батыр менән сәмреғош тураһындағы әкиәтте иҫенә төшөрөп ала. " Оҙаҡламай мәмерйәгә барып етербеҙ ҙә ул, ләкин унан нисек сығырбыҙ икән, беҙҙең сәмреғошобоҙ юҡ та инде," – тип уйлай, шул арала тирә-йүнде лә бик ныҡ иғтибар менән күҙәтеп алырға өлгөрөп. Бына улар тауҙың иң бейек нөктәһенә менеп еттеләр, шунда Банат мәмерйә түгел, ә түбәндә йәйрәп ятҡан урмандарҙы һәм тар ғына бер киңлекте күрҙе. Ул киңлек буйлап ике арбалы ат бергә тура килһә, саҡ бер-береһенә бәрелмәй генә уҙырлыҡ тар ғына юл тау аҫтына һуҙылып ята. Аҡ күбеккә батып тирләгән ат юлсыларҙы тау түбәненә бик шәп сабып алып төшөп китте. "Әсәй, әсәкәйем!"- тип ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе Банат, үҙе күҙҙәрен сытырҙатып йомдо. Дөбөр-шатыр тау аҫтына ла төшөп еттеләр юлсылар. Ҡыҙыҡай күҙҙәрен асҡанда, улар тигеҙ генә ерҙән китеп баралар, ә юлдың һул яҡ ситендәрәк тағын бер әллә ҡайҙағы бейеклектә башланып, һуңынан юлсыларҙы баҫып ҡуймайым тигәндәй ҡапыл туҡтала биреп, тағы ла алға табан һуҙылған киң күкрәкле тау ята ине. "Инде быныһы ниндәй тау?" – тип һораны Банат. " Был Шыуғантау, – тине әсәһе, – ул тау ысынлап та исеме есеменә туры килеп торған тау. Ана ҡара әле, ул нисегерәк шыуып төшөп килә, әйтерһең дә кешеләрҙең өҫтәренә ҡапланырға әҙерләнгән тейерһең".
    Юлсылар тағын тигеҙ генә ерҙән, аттың еңелсә генә юртҡанына бәүелеңкерәп, китеп баралар. Банат хатта, бер мәлгә генә, тынысланып, арыған күҙ ҡабаҡтарын ябып, йоҡомһорап та алды, тик әсәһенең: " Ана минең Мырҙабулатымдың Сусаҡ тауы күренде инде", – тигәненә күҙҙәрен асып алға табан ҡараһа, ниндәйҙер ҙур аҡһыл ташы күккә күтәрелеп торған текә тауҙы күреп, иҫе китте. Эй, бигерәк текә ине шул был тау, ә осонда ҡая-таш, хатта бер ситендәрәк уртаға ярылған урыны ла бар. Ә юлдан бик алыҫта аҡ һыҙатлы дүрт-биш яланғас тау күренеп тора. Ул тауҙар әллә ҡайҙа йыраҡта урмандарға инеп юғалған. Бейек, текә бер нисә тау теге Сусаҡ тауға барып тоташҡан. Шул тауҙарҙан түбәндәрәк Әселе йылғаһы ағып ята, ә уның ике ярында – район үҙәге булған Мырҙабулат ауылы. Ярҙың уң яғында өйҙәр әҙерәк, улар теп-текә тауҙар менән сикләнгән, ә һул яғында өйҙәр бер нисәшәр урам булып теҙелгән, сөнки һул яҡтағы тауҙар ауылдан байтаҡ алыҫталар.
    Бына юлсылар ауылдың Шәртуғай тип аталған бер осона, Банаттың Миңлехаят апаһы менән Хөббөлислам еҙнәһе йәшәгән өй янына, килеп туҡтанылар. Улар, атты ихата кәртәһенең бағанаһына бәйләп, арбанан төштөләр. Ололар өйҙән йүгерешеп сыҡҡан хужалар менән өйгә инеп киттеләр, ә Банат оло апаһының ике балаһы менән ишек алдындағы уйынсыҡ ағас ат менән уйнап ҡалды. Балалар берсә сиратлап атҡа ултырышып, берсә аттан төшөп, уйынсыҡ атты муйынындағы бауы менән һөйрәкләп йөрөткәнсе, ололар өйҙән сыҡтылар. Унан һуң юлсылар тағын да атҡа тейәлештеләр ҙә, Шәртуғай буйлап, Сусаҡтау яғына юл тоттолар. Бына улар ярында бейек тирәктәр үҫкән Әселе күперенә лә килеп еттеләр. Банаттың бындай йыуан бүрәнәләрҙән һалынған күперҙе бер ваҡытта ла күргәне юҡ ине. Етмәһә, күпер йылғанан байтаҡ бейектә, һыуҙан һерәйешеп сыҡҡан бағаналарға әллә ниндәй оҙон йыуан тимер сымдар менән нығытып тарттырып ҡуйылған. Күпер өҫтөндәге арҡыры ятҡан бүрәнәләргә киң, яҫы таҡталар һалынған. Ат шул яҫы таҡталарҙан бөтөнләй арбаһын дөбөрҙәтмәй генә сығып китте күпер өҫтөнән. Күперҙе ҡарап, иҫе китеп барған ҡыҙыҡай, тирәктәрҙән уң яҡҡа күҙ һалһа, ней күрһен: уларҙың аттары тапҡырында ғына теге Сусаҡтау теп-текә булып баҫып тора, башыңды күтәреп ҡараһаң да тауҙың түбәһен күрерлек түгел. Тау өҫтөнән ваҡ ҡына таштар ваҡыт-ваҡыт шәп итеп тәгәрләп төшәләр ҙә, Әселегә инеп, сумалар. Банат ҡурҡып өлгөргәнсе, еҙнәһе аттың дилбегәһен ныҡ ҡына тартып ҡуйҙы, саптар бейә, ялдарын елберҙәтеп, алға сапты.
    Байтаҡ ҡына ваҡыт юлсылар тигеҙлектән барҙылар. Тирә-йүн бик матур, бесәнлектәр бейек үлән менән ҡапланған, унда-бында Банат белгән мәтрүшкә, баҡа япрағы, һөтлөкәй, ҡоросүлән, кейәү үләне, күк һәм ҡыҙыл кәрешкәләр, аҡ күбек сәскәләре, ҡымыҙлыҡ һәм башҡа төрлө үләндәр осрай, ҡоштар һайрай. Бына бер мәл ат тояҡтары янына ғына бер ҡош килеп төштө, ул, берсә һауаға "бытбылдыҡ-бытбылдыҡ” тип, күтәрелде, берсә, юлсылар артынан оса биреп, юлдан ситтә тороп ҡалды. Арыраҡ барғас, ҡыҙыҡай юлдың һул яҡ ситендә бейек булып бойҙай үҫеп ултырғанын күрҙе. Юлдың уң яғында йүкә, имән ағастары үҫкән, әлморон ҡыуаҡтары ал сәскәләргә төрөнөп ултыра. Шулай бара торғас, бер шишмә янында туҡтанылар аттағылар. Тар ғына йырынлыҡта ҡаҙан кеүек кенә соҡорҙан бүлк-бүлк итеп тап-таҙа һыу сыға ла, йырын буйлап үҙенә юл алып, Һаплаяҡ тигән ауыл яғына юл тота шишмә һыуы. "Был шишмәнең атамаһы – Егетбай шишмәһе, уны минең ҡартатамдың исеме менән атағандар, сөнки ул элекке замандарҙа ошо шишмә буйында ғаиләһе, ялсылары менән йәйләүҙә өйөр-өйөр мал аҫырап ятҡан, ул бик бай кеше булған, – тип аңлатты Банатҡа әсәһе. – Тиҙҙән беҙ уның төп ауылы Самаҙыға ла барып етербеҙ. Минең әсәйемдең бөтөн туғандары шул ауылда йәшәй".
    "Минең әсәйемдең бай ҡартатаһы булған, ләкин минең бер ҡартатайым да юҡ. Нишләп шулай икән ул? - тип ғәжәпләнеп ултырҙы Банат бер аҙ ваҡыт. – Минең әхирәтем Фәрҙәнәнең дә ҡәрсәһе бар, ә минеке юҡ". Эй, күңеле тулып китте ҡыҙыҡайҙың. Нишләргә белмәй ултырған баланың иғтибары ҡапыл ғына шау аҡ сәскәгә төрөнөп ултырған бик бейек тә булмаған ағастарға төштө.
    • Был ниндәй ағас, – тип ҡыҙыҡһынды ул. – Мин ундай ағасты бер ҙә күргәнем юҡсы.
    • Ә, балам, баланды әйтәһеңме, ул бына шулай йәй башында матур итеп сәскә ата ла, көҙгә табан ҡып-ҡыҙыл әсе генә емештәрен кешеләргә бүләк итә, – тип аңлатты әсәһе. – Балан беҙҙең Ергәйештә лә бик күп ул, тик беҙҙең өйҙән алыҫыраҡ үҫә, шуға һинең әлегә тиклем уны күргәнең юҡ. Бына быйыл, Алла бирһә, атайың Балтуғайҙан бесән ташый башлағас, үҙеңде Балтуғайға балан йыйырға алып барырбыҙ.
    • Юлсыларҙың алдында тағын бер ауыл күренде. Ул Ергәйеш шикелле гел тауҙар араһында ултыра, тик тигеҙлектә түгел, ә соҡорораҡ ерҙә. Ауыл уртаһынан Самаҙы йылғаһы ағып ята, ә ауылға ингән ерҙә Ергәйештәге кеүек тар ғына тәпәшәк күпер. Өйҙәр ҙә күбеһе йүкә ҡабыҡ, йә булмаһа һалам башлылар. Йылға бөгөл яһаған ерҙә тыштан балсыҡ менән һыланып, аҡбурға буялған, тимер башлы, таҡта ҡапҡалы ҙур өй янында әсәләре атты туҡтатырға ҡушты ла бик тиҙгә генә шул өйгә инеп сыҡты.
      – Был Егетбай ҡартатайымдың өйө, хәҙер унда ҡартатайымдың Әғзәм тигән улы йәшәй. Мин тиҙ генә хәлдәрен белешеп сыҡтым: еңгәй генә өйҙә, ә Әғзәм ағайым бесәнлек ҡарарға киткән икән яланға. Сәй эсергә ҡыҫтап ҡараһа ла еңгәй, ағайым өйҙә булмағас, һеҙҙе индереп торманым инде өйҙәренә, – тине әсә кеше. – Әйҙәгеҙ, балалар, ҡуҙғалайыҡ.
      Читайте нас: