"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Июль 2020, 19:00

#динебеҙҙә - көнөбөҙ. Ғибрәттәр

Донъя эштәре егерме биш тармаҡҡа бүленә. Уларҙан бишеһе – Аллаһ хөкөмөнә, тәҡдиргә бәйле: өйләнеүең, балаларға, байлыҡҡа, мал-мөлкәткә, ғүмергә эйә булыуың; бишеһе хеҙмәт итеп табыла: ғилем, матур итеп яҙа белеү, егетлек, Йәннәткә инеүең, Йәһәннәмдән ҡотолоп ҡалыуың; бишеһе тәбиғәттән килә: дәрәжәң, кешеләр менән аралаша белеүең, тыйнаҡлыҡ, киң күңеллелек, намыҫлы булыуың; бишеһе ғәҙәттәргә бәйле: йөрөш-торошоң, ашауың, әсеүең, башҡа төрлө хәжәттәреңде үтәп йөрөүең; ҡалғаны тәбиғәттән, нәҫелдән. Улары – төҫөң, килеш-килбәтең, күркәм холкоң, ниәттәреңдең юғары дәрәжәһе, ғорур була белеүең һәм... әшәкелегең”. Алты нәмә кеше өсөн бөтә донъяға тиңләшә, – тигәндәр, – тәмле ризыҡ, сәләмәт бала, үҙеңә оҡшаған яҡын дуҫ, мәрхәмәт-шәфҡәтле була белеү, камил аҡыл, татлы тел.

“Ахмаҡҡа ниндәй юлдар менән тәрбиә биреп була?» – тип һорайҙар бер ғалимдан. ”Уға, – ти ғалим. – Башҡалар тормошона ҡыҫылып ҡына йөрөргә ваҡыты ҡалмаһын тип бик күп һәм бик ауыр эштәрҙе генә тапшыралар”.
"Әшәке кешеләргә тәрбиәне нисек итеп бирергә?”– тиҙәр.
"Үҙҙәренең түбән булыуын белһендәр тип уларға илтифат итеп, иҫәпкә алып бармау юлы менән", – ти ғалим. «Башҡаларға ярҙам итә белгәндең, ярҙам итеүе хаҡында битәрләп йөрөмәгәндең халыҡта „киң күңелле“ тигән аты була.
»Ни өсөн кешеләр байлыҡ тип үҙҙәрен һәләк итә?"- тиҙәр. «Донъяла байлыҡтан да яҡшыраҡ нәмә юҡ, тип йөрөгәндәре һәм байлыҡтың нимә өсөн тәғәйенләнгәнен белмәүҙәре сәбәпле», – ти хикмәт эйәһе.
Сөнки байлыҡ ул бәндәләрҙе һынау өсөн бирелә. Тимәк, һынау ул – байлыҡтың үҙенән яҡшыраҡ.
Аҡыллы кешеләр өс нәмәне хәтерҙә генә тоторға тейеш: донъя тормошо – фани, бөтәсәк, ваҡыт – үтәсәк, яҙмыш һынауҙары ла үҙгәреп кенә тороусан,
"Биш нәмә бәхеткә сәбәп була алмай: ҡояш нурҙары балҡып торғанда ҡабыҙған шәм, тоҙло ергә яуған ямғыр, һуҡырға бирелгән сибәр ҡатын, туҡ кеше алдына ҡуйылған тәмле аш, ҡаты бәғерле күңелгә Аллаһ һүҙҙәрен һалырға тырышыу".
Ибн Ғаббастан һорайҙар: «Аҡыл яҡшыраҡмы, әллә тәрбиәлелекме?”– тиҙәр: „Аҡыл, – ти мөхәддис, – Сөнки аҡыл ул – Аллаһ биргән бүләк, ә тәрбиәлелек – Аллаһ ҡолоноң үҙ тырышлығы менән тапҡаны”.
“Бөтәһе лә аҡылға мохтаж, – тип өйрәтә хикмәт эйәләре, – Аҡылдан да ҡиммәтлерәк байлыҡ, наҙанлыҡтан да насарраҡ хәйерселек юҡ.
Кешелә ғилем артҡан һайын, уның аҡылға булған ихтыяжы ла арта бара. Зиһене камил булмаған кеше малдары күп булып та, уларҙы көтә белмәгән зәғиф бер көтөүсегә оҡшаш».
"Үҙ ҡолдарына Аллаһ аҡылдан да яҡшыраҡ нәмә бирмәгән. Аҡыллы кешенең йоҡоһо ла ахмаҡтың ғибә-ҙәтенән, ураҙа тотмаған аҡыл эйәһе ураҙа тотҡан наҙандан яҡшыраҡ", – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
  Донъя эштәре егерме биш тармаҡҡа бүленә.
Уларҙан бишеһе – Аллаһ хөкөмөнә, тәҡдиргә бәйле: өйләнеүең, балаларға, байлыҡҡа, мал-мөлкәткә, ғүмергә эйә булыуың; бишеһе хеҙмәт итеп табыла: ғилем, матур итеп яҙа белеү, егетлек, Йәннәткә инеүең, Йәһәннәмдән ҡотолоп ҡалыуың; бишеһе тәбиғәттән килә: дәрәжәң, кешеләр менән аралаша белеүең, тыйнаҡлыҡ, киң күңеллелек, намыҫлы булыуың; бишеһе ғәҙәттәргә бәйле: йөрөш-торошоң, ашауың, әсеүең, башҡа төрлө хәжәттәреңде үтәп йөрөүең; ҡалғаны тәбиғәттән, нәҫелдән. Улары – төҫөң,килеш-килбәтең, күркәм холкоң, ниәттәреңдең юғары дәрәжәһе, ғорур була белеүең һәм... әшәкелегең”.
Алты нәмә кеше өсөн бөтә донъяға тиңләшә, – тигәндәр, – тәмле ризыҡ, сәләмәт бала, үҙеңә оҡшаған яҡын дуҫ, мәрхәмәт-шәфҡәтле була белеү, камил аҡыл, татлы тел.
Читайте нас: