Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Июль 2020, 16:00

“Башавтотранс” ГУП-ы битлекһеҙ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндермәйәсәк

– “Башавтотранс” пассажирҙарҙы йөрөтөү хеҙмәтен күрһәтә һәм кондуктор, Ҡарар талаптарын үтәү маҡсатынан, пассажирға билет бирер алдынан уның битлеге булыуы менән ҡыҙыҡһынып, автобуста уны кейеүен үтенә, шунан ғына билет һата. Кире осраҡта кондуктор уның автобустан төшөүен талап итәсәк. Пассажирҙарҙарҙан был, тәү осраҡта уларҙың һәм яҡындарының сәләмәтлеген хәстәрләгән талаптарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ, – тип хәбәр итә “Башавтотранс” предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Сергей Паскин.

29 июлдә “Башавтотранс” хеҙмәткәрҙәре Республика Башлығының “Башҡортостан Республикаһында яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле “Юғары әҙерлек” режимы индереү тураһындағы” (18.03.2020) ҡарарға үҙгәрештәр индереү тураһындағы” (09.07.2020) ҡарары үтәлешен, йәғни йәмғиәт транспортында шәхси һаҡлау сараларыһыҙ пассажирҙар юҡлығына тикшереү үткәрҙе.
Был сараның төп маҡсаты – йәмғиәт транспортында коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау һәм пассажирҙарҙың һәм водителдәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауҙы тәьмин итеү.
– “Башавтотранс” пассажирҙарҙы йөрөтөү хеҙмәтен күрһәтә һәм кондуктор, Ҡарар талаптарын үтәү маҡсатынан, пассажирға билет бирер алдынан уның битлеге булыуы менән ҡыҙыҡһынып, автобуста уны кейеүен үтенә, шунан ғына билет һата. Кире осраҡта кондуктор уның автобустан төшөүен талап итәсәк. Пассажирҙарҙарҙан был, тәү осраҡта уларҙың һәм яҡындарының сәләмәтлеген хәстәрләгән талаптарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ, – тип хәбәр итә “Башавтотранс” предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Сергей Паскин.
Предприятиела кондукторҙар һәм водителдәр менән автобуста битлек режимын һаҡлау, битлекһеҙ пассажирҙарҙы салонда булдырмау буйынса инструктаж үткәрелгән. Маршруттағы автобус салондағы пассажирҙарҙың 100 проценты ла битлектә булған осраҡта ғына ҡуҙғаласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республиканың дәүләт транспорт комитеты хеҙмәткәрҙәре Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы вәкилдәре менән аҙна һайын Республика Башлығы ҡарары үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар үткәрә. Ҡарар боҙоуҙар асыҡланған осраҡта вазифалы кешеләргә әгәр тәүгә эләкһә – 5 меңдән-15 мең һумғаса, ҡабатлап эләккәндә 15 меңдән 30мең һумғаса штраф ҡаралған. Юридик шәхестәргә иһә тәүге осраҡта – 50 меңдән 100 мең һумғаса, ҡабатлап эләккәндә 100 меңдән 200 мең һумғаса штраф ҡаралған.
Читайте нас: