Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Июль 2020, 14:00

Медицина ҡалышмай – ул заман менән бергә

– Был стоматология ҡоролмаһы заман талаптарына тулыһынса тура килә. Пациенттар өсөн – йомшаҡ кресло, ассистент өсөн айырым эш зонаһы булыуы яҡшы. Заманса технологиялар менән эшләнгән эш урыны табиптар өсөн дә бик ҡулай. Лампаны элеккесә баҫып тоҡандырыу кәрәкмәй, бары уның алдында ҡул менән хәрәкәт итеү ҙә етә – ул контактһыҙ тоҡана һәм һүнә, – ти был яңы ҡоролмала эшләп, уңайлыҡтарын баһаларға өлгөргән табип-стоматолог Зөлфәр Дәүләтшин.

Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарылыуына шаһитбыҙ. Был йәһәттән беҙҙең район да ситтә ҡалмай. Бына яңыраҡ районға өс стоматология ҡоролмаһы ҡайтарылды. Уның икәүһе –Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында, ә бер ҡоролма Иҙелбәк дауаханаһына урынлаштырылды ла инде.
– Был ҡоролмалар заман талаптарына тулыһынса тура килә. Пациенттар өсөн – йомшаҡ, уңайлы кресло, ассистент өсөн айырым эш зонаһы булыуы яҡшы. Заманса технологиялар менән эшләнгән эш урыны табиптар өсөн дә бик уңайлы. Лампаны элеккесә баҫып тоҡандырыу кәрәкмәй, бары уның алдында ҡул менән хәрәкәт итеү ҙә етә – ул контактһыҙ тоҡана, – ти был яңы ҡоролмала эшләп, уңайлыҡтарын баһаларға өлгөргән табип-стоматолог Зөлфәр Дәүләтшин.
Әйткәндәй, “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә быйыл районға ике стоматология ҡоролмаһы ҡайтарылып, береһе – район дауаханаһында һәм 2-се Иҫәнғол урта мәктәбендә асылған стоматология бүлмәһенә ултыртылғайны. Йыл аҙағына тиклем район дауаханаһының стоматология бүлеге тулыһынса яңы ҡоролмалар менән тәьмин ителер, тип көтөлә.
Читайте нас: