"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Июль 2020, 17:00

Юлдарҙағы аварияларҙы кәметеү маҡсатында

Рәсәйҙә 27 июлдән аккредитацияһыҙ техник күҙәтеү өсөн енәйәт яуаплылығы индерелде. Бындай енәйәт ҡылғандарға ҙур күләмдә штраф ҡаралған.

Рәсәйҙә 27 июлдән аккредитацияһыҙ техник күҙәтеү өсөн енәйәт яуаплылығы индерелде. Бындай енәйәт ҡылғандарға ҙур күләмдә штраф ҡаралған.
Иҡтисади үҫеш министрылығынан белдереүҙәренсә, был сара хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуын кәметәсәк, шулай уҡ ҡануниәт талаптарын үтәгән намыҫлы операторҙарҙы яҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Ялған техник күҙәтеү өсөн 300 мең һум штраф ҡаралған йәки хөкөм ителгән кешенең ике йыллыҡ эш хаҡын дәүләт файҙаһына тотоп торасаҡтар. Шулай уҡ 480 сәғәт мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре йәки алты айға тиклем һаҡ аҫтына алыуҙары ла ихтимал.
Әлбиттә, бөтә был саралар юлдарҙа аварияларҙы кәметеү маҡсатында эшләнә.
Читайте нас: