Барлыҡҡа килеүенә бер генә йыл булған “Бөркөт” ойошмаһының эшмәкәрлеге пандемияға бәйле 65+ өсөн карантин осоронда айырыуса баҙығыраҡ төҫ алды. Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар бер ойошмаға тупланып, район хакимиәте, йәштәр бүлеге менән берлектә йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнайҙар, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашалар. Район ветерандар советы ултырышында был турала “Бөркөт” ойошмаһы лидеры Илшат Батталов бәйән итте. Ҙур хыялдар менән йәшәй икән “бөркөттәр”: Таҙларҙағы кеүек, Иҫәнғолда ла Бөйөк Еңеү хөрмәтенә тау битләүендә, барыһына ла күренеп торорлоҡ итеп, яҙыу булдырырға; район хакимиәте тәҡдим иткәнсә, ҡулай быуа табып, балыҡ үрсетергә, ял зонаһы эшләргә һ.б. Әле үк Кесе Һүрәм йылғаһы буйында төҙөкләндерелгән ял итеү урыны булдырған егеттәргә изге ғәмәлдәрендә уңыштар юлдаш булһын.