Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Август 2020, 00:00

Әбүләйестә үткән бала саҡ (дауамы)

Юл тауға менә башланы, бер тауҙы үттеләр юлсылар, икенсеһенә менделәр. "Бына был тигеҙлектәр, баҫыуҙар заманында Егетбай ҡартатайымдың биләмәләре булған, улар бында гелән йәйләүгә сығыр булғандар. Ә Совет власы башланып, колхоздар төҙөлә башлағас, ҡартатайым бөтә ерҙәрен дә колхозға биргән, көтөү-көтөү малдары менән бергә. Шуға күрә уны яңы власть бик ҡыйырһытмаған. Минең әсәйемә лә ел-ямғыр теймәне, тик бахырҡайым ваба сиренән бик иртә донъя ҡуйҙы, шуға, балам, һеҙҙең өләсәйегеҙ юҡ, "- тип һөйләп барҙы әсәләре Банат менән Миңлегөлгә.

Юл тауға менә башланы, бер тауҙы үттеләр юлсылар, икенсеһенә менделәр. "Бына был тигеҙлектәр, баҫыуҙар заманында Егетбай ҡартатайымдың биләмәләре булған, улар бында гелән йәйләүгә сығыр булғандар. Ә Совет власы башланып, колхоздар төҙөлә башлағас, ҡартатайым бөтә ерҙәрен дә колхозға биргән, көтөү-көтөү малдары менән бергә. Шуға күрә уны яңы власть бик ҡыйырһытмаған. Минең әсәйемә лә ел-ямғыр теймәне, тик бахырҡайым ваба сиренән бик иртә донъя ҡуйҙы, шуға, балам, һеҙҙең өләсәйегеҙ юҡ, "- тип һөйләп барҙы әсәләре Банат менән Миңлегөлгә. Тигеҙлек буйлап бара торғас, бер бәләкәй генә түңдең башына менеп еттеләр. Банат ултырған еренән, һандыҡ тотҡаһына тотоноп арбала баҫһа, алда тағы ла тауҙар һәм тау аҫтына төшөп барған текә юлды күреп ҡалды, ҡурҡышынан тиҙерәк урынына, ныҡлабыраҡ һандыҡтың тимер тотҡаһына йәбешеп, ултыра һалды. Саптар бейә, шуны ғына көтөп торған кеүек, тау аҫтына елеп төшөп тә китте. Арба тәгәрмәстәренә тейгән үләндәр, баштарын эйешеп тороп ҡалалар, бейегерәк ҡурай кеүектәре юлсыларҙың аяҡтарына һуғылып-бәреләләр. Инде бәлә-ҡазаһыҙ ғына төшөп еттек тауҙан, тип тынысланды Банат. Ат бер ташлы-ҡырсынлы йылғаны кисеп сыға башланы. Йылға тәрән түгел түгеллеккә, тик ағымы бигерәк шәп. " Был йылғаның исеме – Аҡбирҙе, ана теге тауҙар яғынан төшә ул, шуға ағымы бик көслө, "- тип аңлатты Юныс еҙнәләре. Алда тау итәгенә генә һыйынып ултырған бер ауыл күренде. Банат аптыраңҡырап ҡарап бара: өйҙәр Ергәйештәге кеүек йә ҡабыҡ, йә һалам башлы, тик нишләптер барыһының да тейерлек ҡапҡалары таҡтанан, ҡапҡа баштарында ҡыйыҡ кеүек әйберҙәре бар. Урамда осраған әбейҙәр ҙә ҡатмарлы итәкле күлдәктә түгел, әллә ниндәй биленән быуылған оҙон итәкле ҡара кейем кейгәндәр, баштарындағы аҡ яулыҡтары ла Ергәйештәге әбейҙәрҙеке кеүек арҡаларына дүрткел булып төшөп тормайҙар, ә өсмөйөшләнеп елкәләрен саҡ ҡына ҡаплап тора, ә алдарында, эйәк аҫтында, яулыҡтарының ике мөйөшө тар ғына итеп икегә бүленеп бәйләнгән. Банаттың сос ҡолағына ул әбейҙәрҙең ваҡыт-ваҡыт: "Маша, ты куда" һәм "Ванька, ты куда пошел" тигән һүҙҙәре салынып ҡалғыланы. Ҡыҙыҡай аптыраңҡырап ултыра, нимә була икән ул "пошел" тигән һүҙ тип. Ауылды үтеп киткәс, юлдың икенсе яғындараҡ тағын да ғәжәп бәләкәй генә өй тиһәң өй түгел, әммә ҡыйыҡтары булған һәм ике арҡыры таҡта ҡағылған бағаналарҙы күреп иҫе китеп ултырған ҡыҙыҡайға әсәһе: "Балам, был урыҫ ауылы – Түбәнге Аҡбирҙе, ә былары – уларҙың зыяраты, –тип, эйәге менән генә ҡағып, теге ҡыйыҡлы бағаналар яғына күрһәтте. – Был ерҙәр элекке башҡорт ерҙәре, тик ул ерҙе башҡорттар урыҫтарға һатҡандар, сөнки йыл да Аҡбирҙе йылғаһы, яҙ һайын үҙенең үҙәненән сығып, бик күп ерҙәрҙе баҫа торған булған. Был ерҙәр, тауҙар менән уратып алынғанлыҡтан, яҙғы ташҡындан һуң бик тиҙ генә кибеп тә бармаған. Бесәне шәплеккә шәп булған, тик бик һуң өлгөргәнлектән, гелән көҙгө ямғырҙарға эләгеп, кешеләр бесәндәрен ваҡытында йорт-ҡураларына ташый алмағандар. Шулай файҙаһыҙ ятҡанлыҡтан, башҡорттар был ерҙәрҙе һәм Һаплаяҡ ерҙәрен урыҫтарға һатҡандар, әҙ булһа ла файҙаһын күрәйек тип. Шунан бирле бында урыҫтар йәшәй, күптәре, беҙҙең Сабатар халҡы кеүек, башҡортлашып та бөткән инде".
Тиҙҙән был ауылды ла үтеп китте юлсылар, бер бейек кенә түңгә менделәр ҙә, атты туҡтатып, әҙерәк үлән ашаттылар. "Тағын ниҙәр күрермен икән?"- тип уйлай Банат, үҙе ололарға ваҡыт-ваҡыт күҙ һалғылай, бына әле лә ул күрә: Миңлегөл апаһы Юныс еҙнәһенә арбалағы бесән аҫтынан ниндәйҙер саталы ағас киҫәген һурып алырға ярҙам итешә. Ә Банат алда күренеп торған ташлы тауҙарҙы иғтибарлап ҡарай. "Беҙҙең Ергәйештә бындай ағасһыҙ, яланғас тауҙар юҡсы. Ә бында гел тау ҙа таш, үләндәре лә беҙҙеке кеүек түгел, әллә ниндәй асыҡ-йәшел төҫтәләр". Тәпәш кенә үләндәр араһында Банаттың үткән ҡыш мәктәптә Яңы йыл байрамында күргән шыршы ағасына оҡшаған, тик ергә һырмашып уҡ тиерлек үҫкән тәпәшәк кенә ваҡ энәле ағастар ҡалҡыныбыраҡ тора. Был ҡыуаҡтар шыршы түгел, ә хуш еҫле артыштар икән. Нисегерәк күп улар! Үҙҙәренең төҫө матур, үҙҙәре ҡупшыҡайҙар, үҙҙәре букеттағы сәскә кеүек өйкөм-өйкөм булып үҫеп ултыралар ҡая-таштар араһында. Ә таштар өҫтөндә йәшел, һоро төҫтәге кеҫәрткеләр ҡояшта йылынышып ята бирәләр ҙә, ҡапыл ғына йылт итеп, таш араһына инеп юғалалар. Шулай Банат, донъя күҙәтеп ултырып, ололарҙың нишләгәндәрен дә ҡарарға онота яҙған. Ипләберәк ҡараһа, арбаларының алғы тәгәрмәсенә Юныс еҙнәһе теге саталы ағасты арҡыры бәйләп ҡуйған йыуан ғына йүкә бау менән. "Быныһы нимә була икән инде?" – тип уйлай бала, ҡыҙыҡһынып. Юныс еҙнәләре юлсыларға тағын арбаға менеп ултырырға ҡушты һәм барыһына ла: "Арбаға ныҡ тотоноп ултырығыҙ, ҡәйнәм, Банат балдыҙҙы ҡарарға онотма, хәҙер бына бик текә Аҡташ тауынан төшәбеҙ беҙҙең ауыл яғына, юл бик ҡырын, йығылып-фәлән төшөп ҡалмағыҙ!" – тине. Эй, Аллаҡайым, теге артта ҡалған тауҙар уба кеүек кенә булған икән. Ә быныһы!!! Меҫкен атты артындағы арба бөтөн ауырлығы менән тауҙан аҫҡа этәрә, ә теге тәгәрмәскә арҡыры бәйләнгән ағас киҫәге, ерҙе һөрә биреп, арбаны яйлата. Ат тыны бөтөп ғыжылдай, аҙымдарын аҡрынайта, сөнки Юныс еҙнәләре аттың башын ныҡ ауыҙлыҡлап тотҡан. Етмәһә, юл тигеҙ түгел, соҡорло ла саҡырлы, арба әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ауыша. Ниһәйәт, был тауҙың да аҫтына иллала менән төшөп еттеләр. Ә түбәндә еҙнәй кешенең ауылы Өмбәт ята ине.
Был ауыл да гел тауҙар менән уратып алынған. Ауылды икегә бүлеп киң генә йылға аға. Йылға бик үк тәрән түгел, бер яры бейек кенә, ә икенсе яры ҡырсын ташлы, һыуында ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙөп йөрөй. Йылға буйында ара-тирә бейек тирәктәр үҫеп ултыра. Юлсылар йылғаны кисеп сыҡтылар, арҡыры урам буйлап, түңгә күтәрелделәр. Бына улар ике яҡлы ҙур ғына өй янындағы бейек ағас ҡапҡа янына килеп туҡтанылар. Юныс еҙнәләре, арбанан төшөп, ҡапҡаны асыуға, теге көндө Ергәйешкә ҡунаҡ булып килгән матур һаҡаллы олатай менән зәңгәр күҙле инәй, өйҙәренән килеп сығып, юлсылар менән күрешә башланылар. Зәңгәр күҙле инәй матур ҡыҙыл сәскәле аҡ яулыҡты Миңлегөлдөң башына япты ла арбанан төшкән ерендә: "Бәхетле-тәүфиҡле бул, төклө аяғың менән кил, килен, беҙҙең йортҡа, уң аяғың менән баҫып төш арбанан!" – тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, уның арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Юныс еҙнәһе менән Миңлегөл апаһы өй тупһаһына баҫҡан саҡта, тупһаның ташында торған бер аҡ йөҙлө ҡыҙ, ғәҙәт буйынса Миңлегөлдөң билен систереп, бүләк алды. Йәштәрҙе, тупһа аша атлап, өйгә ингәндә, уларҙың аяғы аҫтына йомшаҡ мендәр һалдылар ҙа, шул мендәргә баҫтырып атлатып өйгә индерҙеләр. Башҡа ҡунаҡтар ҙа өйҙә үҙҙәренә оҡшаған урында ултырыштылар. Теге олатай, бисмилла әйтеп, ниндәйҙер доға уҡып алғас, барыһы ла ҡулдары менән биттәрен һыйпап иман ҡылдылар.
Шунан һуң инде кем нимә менән булышҡанын Банат ҡарап торманы, сөнки уны бөҙрә сәсле ҡараҡай ғына бер ҡыҙыҡай менән таныштырҙылар ҙа ишек алдына уйнарға сығарҙылар. Ҡыҙыҡайҙың исеме Миңһылыу – ҡоҙаса икән, үҙе бик тә тик тормаҫ, ул Банатҡа берсә таған атына торған урынын, берсә һарай ҡыйығында йәбешеп торған күгәрсен менән ҡарлуғас ояларын, берсә сепрәк туптарын, һикертеп уйнап, күрһәтте. Банат та унан ҡалышманы, бөтә оҫталыҡтарын күрһәтергә тырышты яңы дуҫына. Уйын араһында Банат утъяҡҡыс яғына ла күҙ һалғылап алды, сөнки унда Миңлегөл апаһы нимәлер эшләй, әллә аш бешерә инде. Бына ул ҡыҙҙарҙы үҙе янына саҡырып алды ла һыуға барырға булды. Әллә ҡайҙан, шуны ғына көтөп торған кеүек, ишек алдына бер нисә бәләкәй, бер нисә үҫмер ҡыҙҙар килеп инде. Зәңгәр күҙле инәй: "Бына һеҙгә еңгәгеҙ Миңлегөлдөң бүләге!"- тип, кемгә вазелин, кемгә крем, кемгә ҡулъяулыҡ таратты ла: "Барығыҙ, еңгәгеҙгә һыу юлын күрһәтегеҙ!" - тине. Ҡыҙҙар дәррәү генә ҡуҙғалып, Миңлегөлдөң алдынан төшөп, Өҫкәлек йылғаһының һыуалғысы яғына атланылар. Банат та апаһы янынан ҡуша атлап китте.
Улар йылғанан ҡайтҡанда, Банаттың әсәһе һәм Мәғиә еңгәй, теге арбанан төшөрөлгән һандыҡтағы әйберҙәрҙе сығарып, түшәк-юрғандарҙы матур итеп һандыҡ өҫтөнә тәңкләп һалып ҡуйғандар, өйҙөң тәҙрәләренә селтәр, пәрҙәләр элгәндәр, ағас һике өҫтөнә аҫалы балаҫ менән кейеҙ ҙә түшәгәндәр. Өй эсе матур булып тора, хатта Ергәйештәге Банаттарҙың өйөн дә әҙерәк хәтерләтә. "Моғайын, ҡунаҡ саҡыраларҙыр," – тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙыҡай. Яңылышмаған икән ул: бер аҙ ваҡыт үткәс ҡатмарлы күлдәктәре өҫтөнән матур итеп төрлө төҫтәге ялтыр таҫмалар менән биҙәлгән, итәктәренә тәңкәләр тағылған зәңгәр, йәшел кәзәкей кейгән инәйҙәр, түштәрендәге, сәстәрендәге көмөш тәңкәләрен сыңлатып, еҙнәләренең өйөнә йыйыла башланылар. Ул инәйҙәр араһында хатта йәшерәк матур-матур апайҙар ҙа бар. Тиҙҙән ололар төпкө өйҙәге һикелә урынлаштылар. Теге матур һаҡаллы олатайҙың исеме Әхмәтбаҡый икән, ә зәңгәр күзле инәйҙең – Нәфисә. Ҡунаҡтар ултырышып бөткәс, Әхмәтбаҡый ҡоҙа аят уҡып алды. Шунан һуң барыһы ла итле аш ашап, йыуаса менән сәй эстеләр, Разифа ҡоҙағыйҙарының бауырһаҡ, лоҡомдары, йәш килен ҡырҡҡан һалманы маҡтап бөтөрә алманылар улар. Ҡунаҡтарҙың ҡайһыһына күкрәксә, ҡайһыһына таҫтамал, олораҡтарына күлдәклек туҡымалар ҙа бүләккә бирҙеләр. Ҡалғанын Банат бик иҫендә лә ҡалдырманы, сөнки уның кисерештәре бөгөн башынан ашҡан ине инде.
Иртәгеһен, төшкө сәй эскәндән һуң, арбаға тағын бесән һалынды, өҫтөнә бәләкәй ҡара кейеҙ йәйелде, тик Ергәйешкә ҡайтыусылар араһында Миңлегөл апаһы ғына юҡ, ул Өмбәттә тороп ҡалды. Төндә рәхәтләнеп һоло, йәшел бесән ашап, таҙа һыу эсеп, ял иткән ат юлсыларҙы елдертеп кенә Өмбәттән алып сығып китте. Ҡапҡа төбөндә Әхмәтбаҡый ҡоҙа, зәңгәр күҙле Нәфисә ҡоҙағый һәм Миңлегөл апаһы, ҡул болғап, юлсыларҙы оҙатып тороп ҡалды. Банатҡа күңелһеҙ булып китте, сөнки уның яратҡан апаһы сит ерҙә торҙо ла ҡалдысы. Бына инде теге кисәге бейек Аҡташ тауына килеп еттек тигәндә генә, Юныс еҙнәһе дилбегәне уңға ҡайырҙы ла, атты Өҫкәлек йылғаһының яры буйындағы юл менән алып китте. "Ҡәйнәм, һеҙҙе бөгөн урауыраҡ булһа ла, тигеҙерәк юлдан алып ҡайтам инде Ергәйешкә, - тип аңлатты ул Банаттың әсәһенә. – Бер юлы беҙ Миңлегөл менән быйыл көҙ эшкә күсәсәк Урта Муйнаҡ ауылын да һеҙгә күрһәтеп китермен". Юлсылар иркенләберәк, тынысланыңҡырап алға табан атта баралар. Юлдың һул яғында әлеге бейек тауҙар, өҫтәре урман менән ҡапланған уларҙың, ә уң яҡта Өҫкәлек йылғаһы. Уның ағымы көслө, һыуы ҙур-ҙур саҡматаштарға бәрелеп-һуғылып аға, ҡайһы бер ерҙә ҡапыл, аҡҡан юлын юғалтҡан кеүек, ҡуйы муйыл ағастары, талдар араһына инеп китә лә, тағын юлсыларҙың артынан ҡыуған кеүек, шаулап-гөрләп килеп сыға. Бына бер урында йылға менән тау араһындағы юл шул тиклем тар ғына булып ҡалды. "Был ер Ҡыҫыҡ тип атала, бындай ҡыҫыҡтар юлда икәү, әгәр арба тартҡан ике ат ҡапма-ҡаршы тура килһә, береһе артҡа сигенеп юл бирергә тейеш, сөнки юл бигерәк тар. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙҙә бөтә кеше лә атта шулай йөрөгәс, беҙ өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Ҡыҫыҡҡа етә башлаһаҡ, ҡолаҡ һала башлайбыҙ, ат бышҡырғанды, арба тәгәрмәстәренең дөбөрҙәүен ишетһәк, алдан уҡ ҡаршы килгән атлыға юл бирергә ашығабыҙ. Әле бына беҙҙең арба тауышынан башҡа ят тауыш ишетелмәй Ҡыҫыҡта", – тип һөйләнде Юныс еҙнәһе Банаттың. Юлсылар беренсе Ҡыҫыҡты тыныс ҡына сыҡтылар. Икенсеһенә етеп барғанда ҡапыл юлсыларҙың артында, текә тауҙан, Өҫкәлек йылғаһына ҙур бер таш шап итеп барып төштө. Ҡолаҡтарын ҡайсылап һелкетеп килгән саптар бейә өркөп китте лә, арбаны йән көсөнә тартып алға сапты. Бер ни ҙә уйламай килгән Банат арбанан ялп итеп ҡолап та китте. Ни булғанын аңламай ҡалған ҡыҙыҡай ҡаҡ юлдан бер аҙ ғына ситкә йығылғайны. Ул ҡыҙыулыҡ менән һикереп торҙо ла ат артынан йүгерҙе. Үҙе ҡысҡыра, үҙе илай, шәберәк йүгерергә аяғындағы калуштары бирмәй, төшә лә китә йә бер аяғынан, йә икенсеһенән. Ә алдағы ат һаман туҡтамай, аттағылар һаман йыраҡлаша, Банаттың әсәһе, ике ҡулын артҡа табан һуҙып, ҡыҙыҡайына нимәлер ҡысҡыра, тик бала ғына уны йүнләп ишетмәй. Ул, аяғындағы ҡара калуштарын сисеп, яланаяҡ йүгерергә кереште, үҙе ике ҡулына ике калушын шытырҙатып ҡыҫып тотҡан, төшөп ҡалмаһын тип, шуға күрә бик шәп тә йүгерә алмай. Ниһәйәт, Юныс еҙнәһе атты туҡтатты ла, Банаттың ҡаршыһына йүгереп килеп, баланы күтәреп алды. Арбаға ултырғас, бер аҙ тынысланғас, ҡыҙыҡайҙың башы-күҙен ҡараштырҙылар ололар. "Ярай әле бер зыян да булмаған бәләкәсемә, күлдәге генә, ахырыһы, ташҡа эләгеп, йыртылған"- тип һөйләнде әсәһе ҡыҙының башын һыйпай-һыйпай. Бына шулай таулы юлда йығыла-йығыла апаһын кейәүгә оҙаттып ҡайтып килә Банат үҙҙәренең Ергәйешенә...
Бер аҙ барғас, тауҙар юлдан ситтәрәк күренә башланылар, Өҫкәлек тә ситкәрәк күсте, матур ғына туғайҙар, бейек-бейек тирәктәр күренә башланы. Бына улар, Өҫкәлек йылғаһын кисеп сыҡтылар ҙа, Үрге Муйнаҡ ауылына килеп инделәр. Оҙон урамлы ҙур ғына ауыл икән ул. Өйҙәр ҙә Ергәйештәге кеүек, тик урамдағы тирәктәре генә шул тиклем йыүан һәм бейек. Эттәре бик уҫал икән был ауылдың, урам буйлап сабып үтеп барған аттың әле бер яғына, әле икенсе яғына сығып абалайҙар, арбалағы кешеләрҙең аяҡтарынан эләктереп алырға тырышып, шәп барыусы ат артынан ҡыуалар.
Ниһайәт, юл һулға табан боролдо ла ауылдың һул яғындағы өс иҫ китмәле матур, яланғас, өҫтәре ҡая таштар һәм өйкөм-өйкөм артыш менән ҡаплаған тауҙың итәгенән һуҙылып ятты. Уң яҡта Үрге Муйнаҡтан әҙ генә түбәнерәк тағын бер ауыл күренде. "Был ауыл – Урта Муйнаҡ. Беҙ көҙҙән ошо ауылда Миңлегөл менән мәктәптә эшләй башлаясаҡбыҙ, мәктәп өйөн беҙгә йәшәргә бирҙеләр. Беҙ, бында килеп урынлашҡас та, үҙегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып алырбыҙ, ҡәйнәм, ҡунаҡҡа килерһегеҙ бит, "– тине Юныс еҙнәһе. – Бына был өс тауҙың иң бейеге – Тишектау тип атала. Уны Үтә тишек тип тә йөрөтәләр. Беҙ һеҙгә ул тауҙағы мәмерйәне лә күрһәтербеҙ, ҡунаҡҡа килгәс. Граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар бына ошо тау башында ятҡандар һәм Үрге Муйнаҡҡа ҡыҙылдарҙы индермәгәндәр. Бик күп ҡыҙылдар һәләк булған ул саҡта, ләкин барыбер ҡыҙылдар, Аҡташ яғынан йәшеренеп килеп, аҡтарҙы еңгәндәр, Үрге һәм Урта Муйнаҡта Совет власы урынлаштырғандар". "Әһә, киләм бына бында, көтөп тор, мәңге лә был тауҙар араһында бүтән йөрөр хәлем юҡ! Миңә Ергәйештә лә бик һәйбәт," – тип уйланы Банат. Тик белмәне бала алда уны ниҙәр көтәһен, яҙмышының нисек булырын...
Көҙ көнө Миңлегөл апаһы менән Юныс еҙнәләренең туйы булды ата йортонда. Был туйға әҙерләнгән ваҡыт иҫендә ҡалды Банаттың, сөнки унда бик күп ҡыҙыҡ хәлдәр булып алды. Ҡыҙ яғындағы туйҙы Октябрь байрамында үткәрергә һөйләшкән ата-әсә иң тәүҙә, Ҡыуандыҡ баҙарына ат егеп барып, ҡоҙаларға бүләккә тип, әллә күпме матур ситсалар, сәскәле яулыҡтар, тегеүле ирҙәр күлмәктәре, манпасый, керәндилдәр, аҡ он, ҙур башлы шәкәр һатып алып ҡайттылар. Әсә кеше һолонан ҡур эшләне бал ҡойор өсөн. Ҡур ҡабарып сығып, быжырлап, һолоһо аҡһыл-һары төҫкә ингәс, Банаттарҙың өйөнә ауылда үтәсәк һәр бер туйға оҫта бал ҡойоусы Фәтхиямал инәләре килеп инде. Ул сәй эсеп алғандан һуң, мейес башына ҙур ағас тәпәнде бер нисә баш утын ағасы өҫтөнә мендереп, тигеҙләп ҡунаҡлаттылар ололар. Шунан һуң оҫта ҡатын ҙур ҡаҙанда ҡайнатылып, әҙерәк ҡул бешмәҫлек хәлгә еткән һыуға теге ҙур башлы шәкәрҙе мул ғына итеп һалды ла бик етеҙ генә мейес башына менеп ултырҙы. Артабан ул тәпәнгә шәкәрле һыуҙы ҡойоп ҡуйҙы. Фәтхиямал инәй, бисмиллаһын әйтеп, бер ҡулына уҡлау алып, уны тәпәнгә тыҡты ла, шәкәрҙе тиҙерәк эретер өсөн, уҡлау менән шәкәр бутарға кереште. Ағас һикелә, нисек бал ҡоялар икән, тип ҡарап ултырған Банатҡа бигерәк ҡыҙыҡ тойолдо был эш. Бына теге инәй тәпәндәге шәкәрҙе бер ҡулы менән бутай, икенсеһе менән хужабикәнең балдан хуш еҫ сығып торһон өсөн тип биргән манпасыйҙы ла услап тәпәнгә тултыра, шул уҡ ваҡытта ара-тирә манпасыйҙы үҙенең кәзәкейенең кеҫәһенә лә һалғылаштыра. Фәтхиямал инәй, бал ажарлы булһын, уны эскән кешеләр күңелле итеп, туйҙа йырлашып ултырһындар тип, ҡыҫҡа көйлө йырҙар, таҡмаҡтар әйтә-әйтә ҡойҙо был балды. Ахырыһы, шәкәр эреп бөткәндер, сөнки оҫта бал ҡойоусы инәй Банаттың әсәһе әҙерләп ҡуйған ҡурҙы ла тәпәнгә өҫтәп ебәрҙе. Үҙе һаман йырлай, хатта аяҡ баштарын да һелкеткеләп ҡуя, бейегән кеүек итеп. Бына ул тәпәндең ауыҙын таҡта менән ябып, иҫке күфәйке менән уратты ла мейес башынан төшә башланы. Мейес башында ситтәрәк ятҡан утын ағасына уның кәзәкей кеҫәһе әләкте һәм кеҫәһе йыртылып китте. Инәй төшөп килә мейес башынан, ә ағас ҡапҡас менән яртылаш ябылған һыулы ҡаҙанға инәйҙең кеҫәһенән ҡыҙыл, йәшел билле түңәрәк манпасыйҙар тупырлап ҡойола, ҡайһы берҙәре ағас ҡапҡасҡа ла туп итеп килеп төшә, иҙәнгә һикерә һәм һике аҫтына инеп юғала... Манпасыйҙарҙың бер нисәһе ҡыҙыу ғына янып ятҡан мейес эсенә лә тәгәрләп инеп китте… Быны күреп ултырған Банат, һикереп торҙо ла иҙәндәге бер нисә манпасыйҙы етеҙ генә эләктереп алды. Әллә мейес ҡыҙыулығынан, әллә уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарынған Фәтхиямал инәй: "Уф, бигерәк башым әйләнеп китте, Разифа килен, мейесегеҙ бик ҡыҙыу яғылған, әҙерәк тын алып инәйем," – тип, тышҡа сығып китте. Банаттың әсәһе аптырап, шаңҡыған кеше кеүек, иҙән уртаһында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Шунан ул, Фәтхиямал инәй һаман өйгә инмәгәнгә аптырап, теге тәпәндән артып ҡалған манпасыйҙарҙы, бер нисә баш шәкәрҙе бер аҡ сепрәктән тегелгән бәләкәйерәк моҡсайға һалды ла оҫта бал ҡойоусы Фәтхиямал инәй артынан сығып китте. Тик улар һаман юҡ та юҡ.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, Банаттың әсәһе һөйләнә-һөйләнә өйгә килеп инде: "Эй, мин үҙем дә ҡайсаҡ белекһеҙ булғылайым. Һуң бит Фәтхиямал бикәмемдең дүрт етем балаһы булғанын, уларҙың дүрт күҙ менән әсәләренең ашарға алып ҡайтҡанын көтөп ултырғанын белә тороп, нишләп кенә шул манпасый менән шәкәрҙе эш алдынан уҡ биреп ҡуйманым икән уға, кешене оятҡа ҡалдырып. Саҡ ҡыуып етеп, көсләп тигәндәй ҡулына тоттороп киттем бикәмгә. Эй, йәлләнем бикәмдең үҙен дә, балаларын да"... Бына шулай күңелле генә барған эш күңелһеҙ генә булып тамамланып ҡуйҙы. Тыумыштан ғәжәп хис-тойғоға тиҙ генә бирелә торған Банатҡа ҡыйын булып китте әсәһенең һүҙҙәренән һуң.
Туй булырҙан бер нисә көн элек һарайҙағы өйрәк, ҡаҙҙар һуйылды, келәттәге урҙаларға элеп ҡуйылды. Миңсара, Гөлшат, Файза апалары көн дә өй матурлайҙар: балсыҡ менән һыланған, аҡбурҙары ҡуба башлаған стеналарҙы ҡыҙҙар ялт иттереп аҡ йылтыр балсыҡҡа буяп сыҡтылар, тәҙрәләге пәрҙәләрҙе йыуып, ҡуҙ үтеге менән үтекләп, тәҙрәләргә элделәр. Хатта әсәләренең һандығы төбөндә үҙ ваҡытын көтөп ятҡан матур аҡ селтәрҙәр ҙә, күҙҙең яуын алып, тәҙрәләрҙең юғары өлөшөн ҡапланы. Утъяҡҡыста тәмле еҫтәр таралды: унда өйҙәге ҡатын-ҡыҙ лоҡом, бауырһаҡ, араһына шәкәр ҡомо һибелгән муйыл онтағын ҡушып ҡатламалар, ҡош теле, ләүәш кеүек тәмле ризыҡтар бешерҙеләр ҙә, ҙур-ҙур табаҡтарға һалып, келәттәге эскәмйәгә ултыртып ҡуйҙылар. Үҙҙәрендәге һауыт-һаба етерлек булмағас, күрше-күләндән билдәләп, ситтәре киртеп ҡуйған алюмин тәрилкәләрҙе, ағас ҡашыҡтарҙы, ҡырлы стакандарҙы, матур ғына сынаяҡтарҙы өйгә ташып ҡуйҙылар. Аталары һарай, кәртә-ҡураларҙы матурлап таҙартып, йыйыштырҙы. Төпкө бүлмәгә стеналар буйлап оҙон-оҙон эскәмйәләр теҙеп ҡуйылды, күрше Булат ағайҙарҙың, Мөғлифә инәйҙәрҙең оҙон өҫтәлдәре лә Банаттарҙың өйөндә урын алды. Ҡоҙалар килеүгә барыһы ла әҙер булды.
Бына көтөлгән туй көнө лә килеп етте. Ноябрь айы булһа ла, әле ҡар юҡ ерҙә, тик аяҡ аҫты ғына төнгө һыуыҡтан туң. Ул көндө ҡояш иртүк яп-яҡты булып килеп сыҡты тауҙар артынан. Бына төшкө аштан һүң ауылға дуғаларына ҡыҙыл туҡымалар таҡҡан унға яҡын ылау килеп инде лә, оҙон урам буйлап үтеп, Хәсән менән Разифаның өйө янында туҡтаны. Беренсе тарантастан кейәү егете менән Банаттың Юныс еҙнәһе килеп төштө. Шуны ғына көтөп торған Миңсара, Гөлшат: " Еҙнәй булһаң, апайымды һатып ал!"-тип, ҡапҡа келәһенә йәбештеләр. Еҙнәй кеҫәһенән сығарып унар һумлыҡ аҡсаны ике балдыҙына тотторҙо. Ниһайәт, ҙур ҡапҡа шар асылып китте: еңел арбалар, тарантастар ихатаға килеп тулдылар. Банатҡа бесән өҫтөнән аҫалы балаҫтар менән ҡапланған тарантастар, арбалар, ялдары таҫмалар менән ҡуша үрелгән был аттар бик матур күренде. Тик уларҙы оҙаҡ ҡарап тороға ваҡыты юҡ ҡыҙыҡайҙың: уның һәм Файза апаһының ололар һәм Миңлегөл апаһы ҡушҡан иң мөһим бурысы бар. Шуға күрә ул тиҙерәк, Файза апаһы нишләй икән тип, уға күҙ һалды. Бына ғәҙәт буйынса Юныс еҙнәләре кейәү егете Факил ҡоҙа менән икәүләшеп еңгәләре тарафынан йәшерелеп ҡуйылған кәләшен эҙләй башланы. Уларҙың ишек алдында ҡарамаған ере ҡалманы. Яратҡан еҙнәһенең янына Банат менән Файза килделәр ҙә, шым ғына уның ҡолағына шыбырҙанылар: "Еҙнәй, аҡса бир, әгәр аҡса бирһәң, һиңә бер сер әйтәбеҙ," – тип. Нишләһен еҙнәй, уның кәләшен табып, үҙенең туғандарын ҡыҙ йортона тиҙерәк индергеһе килә бит инде. Еҙнәйҙең ҡулы тиҙ генә салбар кеҫәһенә тығылды ла, унан унар һумлыҡ аҡса сығарылды, аҡсалар балдыҙҙарҙың ҡулдарына тотторолдо. Шунан ике ҡыҙыҡай эйәктәре менән генә йылға буйындағы йыуан өйәңке яғына ымланылар ҙа ҡулдары менән: "Шул яҡҡа бар!"- тигән ишара яһап ҡуйҙылар. Тиҙҙән еҙнәйҙәре Миңлегөл апаларын эҙләп табып, йәштәр һәм бар ҡоҙалар ҙа өйгә инеп киттеләр, ә бәләкәй ҡыҙыҡай еҙнәһе биргән аҡсаны Файза апаһына тотторҙо ла Мөғлифә инәйҙәренә юнәлде.
Ул Миңлебай ағаһы менән инәләренең тәҙрәһе аша байтаҡ ҡына ваҡыт үҙҙәренең ихаталарына ҡарап торҙо. Ара-тирә өйҙән Миңлехаят апаһы, Мәғиә, Мәфтүхә, Ләлә, Мәғфүрә еңгәләре сығалар ҙа, келәткә йә утъяҡҡысҡа инеп, унан ҙур-ҙур табаҡтарҙағы тәмле-томло әйберҙәрҙе өйгә ташыйҙар. Бына, бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡунаҡтар өйҙән килеп сыҡтылар ҙа түңәрәк яһап баҫтылар. Ҡулдарына аҡ таҫтамал тотҡан Вәли ағай менән бер йыуаныраҡ ҡына ҡоҙа түңәрәктең уртаһында көрәшә башланылар, Теге йыуан ҡоҙа бик көслө ахырыһы, ул бер нисә тапҡыр Вәли ағайҙың аяҡтарын саҡ-саҡ ерҙән күтәртә яҙҙы, тик бер ҙә бирешергә итмәй Ергәйеш егете, хатта бер генә мәлгә йыуан ҡоҙаның да аяҡтары күтәрелеп ҡалды. Түңәрәктәге кешеләр көрәшселәргә көс өҫтәргә иткәндәй, уларҙың әле береһен, әле икенсеһен хуплап, ниҙер ҡысҡырып та ҡуялар. Ниһәйәт, көрәшселәр арынылар ахырыһы, бер-береһенә бил бирмәйсә. Банат ныҡлабыраҡ ҡараһа ни күрә: ерҙә Вәли ағалары арҡаһында ята, ә теге йыуан ҡоҙа, таҫтамалын һелкей биреп, уның янында баҫып тора. Ҡунаҡтар бер аҙ ваҡыт шаулашып, еңеүсе ҡоҙаны маҡтап, Вәли ағайҙы ла: "Һин бит ғәҙәт буйынса ғына бил бирҙең, ә беҙҙең иң шәп егетебеҙ һин!" – тип тынысландырып, тағын да өйгә инеп юғалдылар.
"Туҡта әле, тағы ниндәй ҡыҙыҡтар була икән туйҙа, күреп ҡалайым!" – тип, Банат та үҙҙәренең өйөнә инде. Өй тулы кеше, барыһы ла өҫтәл артында ултыралар. Банат аптырап торманы, тиҙ генә мейес менән стена араһына һалынған утын өҫтөнә көпөһөн түшәне лә, утын өҫтөнә менеп ултырҙы. Тыштан бишбармаҡ менән кейәү күстәнәсе – бешкән һарыҡ итен индерҙеләр, уның иң матур, иң тәмле урынын – түш итен теге еңеүсе ҡоҙаға: " Бына һиңә һебә ите!"- тип, ҡулына тотторҙолар, Вәли ағайға ла өлөш сығарҙылар. Ҡунаҡтар һыйланалар, сиратлап тороп, йәштәргә, бәхетле тормош теләп, үҙҙәренән бүләккә йә һарыҡ, йә кәзә вәғәҙә итәләр, йә самауыр, юрған, һауыт-һаба бүләк итәләр. Банаттың атаһы ла йәштәргә өгөт-нәсихәт биргәндән һуң, уларға: " Беҙҙән һеҙгә бер һауын һыйыры бүләккә!"- тине. Бына бер заман өҙөлөп торған билле, алһыу атлас күлдәк кейгән, алһыу тулы биттәре тағы ла нығыраҡ алһыуланған Миңлегөл апаһы менән ҡара костюмлы, аҡ күлдәкле, тулҡынланып торған ҡара сәсле Юныс еҙнәләре түр башында ултырған ерҙәренән аяҡ өҫтө баҫтылар ҙа бар ҡунаҡтарға ла үҙҙәренең рәхмәттәрен әйттеләр. Ҡунаҡ дауам итте. Мейес артынан башын сығарып ҡарап ултырған Банатты әсәһе күреп ҡалды ла: "Һин нисек бында килеп эләктең, мин һиңә әйттем бит, ололарҙың аяҡ араһында буталанма, Мөғлифә инәйеңдәрҙә йоҡла бөгөн!" – тип шыбырҙап, мейес башынан төшөрөп, Банаттың ҡулына тәмле йыуасалар тоттороп, өйҙән сығарып ебәрҙе. Башҡа ҡыҙыҡтарҙы Банат бөгөн күрә алманы.
Иртәгеһен төш ваҡытында, ихатала торған ылыуҙарға тейәлешеп, ҡоҙалар үҙҙәренә, ә Миңлегөл апаһы менән Юныс еҙнәләре лә Урта Муйнаҡҡа ҡайтып киттеләр. Өй эсе бушап ҡалды...
(Дауамы бар).
БАНАТ ВӘЛИЕВА (ЯУБАҪАРОВА).
Читайте нас: