"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Август 2020, 14:00

БЫРҠЫЛДАҠТАРҘЫ БОРҠОТАЙЫҠ!

Быйыл ниңәлер бырҡылдаҡтар күп. Улар баҡсасыларҙың маҙаһына тейеп, уңышты уларҙан алда “йыйып” өлгөрә. Еләк бешкән ваҡытта баҡсаларға һөжүм итә башлаған был ҡоштарҙан нисек ҡотолорға? Был һорауға “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.

Быйыл ниңәлер бырҡылдаҡтар күп. Улар баҡсасыларҙың маҙаһына тейеп, уңышты уларҙан алда “йыйып” өлгөрә. Еләк бешкән ваҡытта баҡсаларға һөжүм итә башлаған был ҡоштарҙан нисек ҡотолорға? Был һорауға “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.
- Быйыл ысынлап та был ҡоштар әүҙемләште. Үҙемдең баҡсамдан алып та әйтә алам! Еләктең уңышын һаҡлап ҡалыу өсөн ниҙәр генә эшләмәнек. Унан ирга ағасына күстеләр. Сара күрмәһәң, был ҡоштар бер нисә сәғәт эсендә бөтөн уңышты ашап китеүҙәре ихтимал. Күгәрсендән бәләкәйерәк, ҡуңыр-һоро төҫтә, эсе аҡһылыраҡ төҫтәге ҡош. Ҡыйыу, кешенән ҡурҡа һалып бармай. Сейә, ҡарағат, крыжовник, баҡса еләге, ирга һәм башҡаһын яратып ашайҙар. Бик аҡыллы ҡоштар. Төрлө ҡурҡытыу сараларына тиҙ өйрәнәләр һәм урап үтеү юлдарын да йәһәт кенә табалар.
Тәжрибәмдән алып әйтәм – иң еңел ҡотолоу юлы – ҡарасҡы. Тик ҡымшанмай, елпелдәмәй торғанынан улар ҡурҡмайҙар. Быны иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡалай банкалар, шешәләр урынлаштырырға була. Магазинда балалар өсөн яһалған төрлө ел әйләндергестәр уларҙы ҡурҡыта. Уларҙың иң ҡуҡрҡҡаны – бесәй. Ихатағыҙҙа бесәй булмаһа – иҫке бүректәр элеп бер ни тиклем һаҡланырға була. Мин тағы ла бер ҡыҙыҡ сара уйлап таптым. Балаларҙың иҫке тубына ярылған көҙгө валсыҡтарын йәбештерҙем дә, элеп ҡуйҙым. Ҡояшлы көндә ул ялтырап, ҡоштарҙы ҡурҡыта.
Хужалыҡ тауарҙары магазиндарында ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ябып ҡуйыр өсөн селтәр һатыла. Ул да һәйбәт ярҙам итә,- тип билдәләй Айһылыу.
Иң мөһиме, ҡоштарҙы ҡурҡытҡанда артығыраҡ тырышып ташламағыҙ, күрелгән саралар уларға зыян килтермәһен. Бырҡылдаҡтар баҡсасыға дошман ғына түгел, дуҫ та! Емеш өлгөрмәгәнгә тиклем баҡсалағы бөтөн зарарлы ҡаршлауыҡтарҙы йыйып ашай улар.
Мин иһә баҡсамда ҡоштарға ҡаршы ҡағыҙ осорғос ҡуйҙым. Уныһы ҙур бөрөкөт кеүек итеп эшләнгән. Шунан бырҡылдаҡтар ҙа, ҡарғалар ҙа, һайыҫҡандар ҙа ҡурҡа!
Лилиә Нуретдинова.
Читайте нас: