Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Август 2020, 12:00

Һыу башҡаса ҡорбан алмаһын

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы йәйҙә һыуға батыуға бәйле яңылыҡтар бер кемде лә аптыратмай ҙа, ә иң насары ҡурҡытмай ҙа. Шулай инде, бер көндө 10-15-әр кеше батҡан осраҡтар булды бит.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы йәйҙә һыуға батыуға бәйле яңылыҡтар бер кемде лә аптыратмай ҙа, ә иң насары ҡурҡытмай ҙа. Шулай инде, бер көндө 10-15-әр кеше батҡан осраҡтар булды бит.
Һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа сумалар, көслө ағым булған урындарҙа һыу инәләр. Йылға буйында һыу инеү тыйылғанын аңлатыусы табличкаларға иғтибар итеп тормайҙар.
Август эҫе була тип фаразлана. Күптәр тағы һыу буйҙарына ял итергә сығыр. Һыуҙың сираттағы ҡорбаны булмаҫ өсөн барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Улар ябай ғына: тәғәйенләнмәгән урында һыу инмәҫкә, иҫерек килеш һыуға төшмәҫкә һәм балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа. Ғүмеребеҙ үҙебеҙҙең ҡулда.
Читайте нас: