ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Август 2020, 17:00

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр буйынса ғариза яҙҙыңмы? Роботтан шылтыратыу көт!

Автоинформатор таныш булмаған һандар буйынса шылтыратасаҡ һәм тапшырылған документтарҙың хәрәкәте һәм мөрәжәғәттең һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итәсәк.

Түләүҙәр буйынса бөтәһе 130 меңдән ашыу кеше ғариза яҙған, әлеге мәлдә 64 мең кешенең документтары тикшереү үтә. 4 августан алып, иртәнге 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем ғаризала күрһәтелгән телефон һандарына таныш булмаған номерҙан роботтар шылтыратасаҡ. Улар документтарҙың инстанциялар буйлап хәрәкәт итеүен, һөҙөмтәне хәбәр итәсәк. Юллау өсөн ваҡыт талап ителеүгә ҡарамаҫтан түләмдәр 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ эштәре менән ата-әсәләр түгел, ә белгестәр шөғөлләнәсәк.
- Ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан, йәғни һәр ағзаға 9804 һумдан түбән булған осраҡта тәғәйенгән бер балаға 4894,5 һум күләмендәге түләм – был ғаиләгә етди ярҙам, – ти Республика хөкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров федераль түләүҙәрҙе 1 октябргә тиклем түләп бөтөргә йөкләмә бирҙе.
Читайте нас: