Һыйыр тулаһа, аттан яман, тигәндәй... Ҡатындар туҙынһа, ай-һай....
Иренең "һөйәркәһе" йортонда йәшенеп ятыуына инанған ҡатын ауылдашының өйөн тентеп сыҡмаҡ була. Әммә йорт хужабикәһе уны индермәй, ирҙең бында булмауын әйтә. Ләкин ҡатын ышанмай... һәм өйгә кирбестәр һелтәй, проводтарҙы өҙә, электр иҫәпләү ҡоролмаһын боҙа. Ҡото осҡан хужабикә өйөн ташлап ҡаса... Тиҙҙән уға күршеләре шылтырата һәм йорт яныуын хәбәр итә. Һөҙөмтәлә, өй янып бөтә.