Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Август 2020, 21:00

Иң-иңдәр

ИҢ ҘУР КҮЛ - МАРСТАҒалимдар Марс планетаһы өҫтөндә һыуҙың ғәжәйеп күплеген байтаҡ йылдар элек үк иҫбатлаған. 2005 йылда, 40 йыл буйы тикшеренеү эштәре алып барғандан һуң, Ҡыҙыл планетаның төньяҡ полюсын-дағы ҙур булмаған кратерҙа «Марс экспресс» ЕС А космик карабы киңлеге 15 км-ға еткән туң күл барлығын асты.ИҢ БЕЙЕК ТАУ - МАРСТАҒЫ ОЛИМПУның бейеклеге 25 км. Был Эверестан 3 тапҡырға бейегерәк тигәнде аңлата.ИҢ КҮП АСТЕРОИДТАР АСЫУСЫДоктор Юджин Шумейкер XX быуатта донъяла иң билдәле геолог. Йыһандан килгән бәрелештәр, үҙгәрештәр тураһындағы асыштары менән киң билдәлелек алған. Ул 1125 астероид асҡан.ИҢ АЛЫҪ... ҠӘБЕРЛЕКАмериканың «Лунар Проспектор» космик карабы, 18 ай буйы тикшеренеү эштәре алып барғандан һуң, 1999 йылдың 31 июлендә Айҙың өҫтөнә барып төшә. Уның бортында доктор Юджин Шумейкерҙың мәйете һалынған бәләкәй генә контейнер була.ИҢ КҮП АСТЕРОИДТАРАстероидтарҙың иң мөһим «төбәге» - Марс менән Юпитер орбиталары араһында; дөйөм алғанда, диаметры кәмендә 1 км иҫәпләнгән 700000-1700000 астероид барлығы билдәле. Быларҙан тыш, миллиондан ашыу ваҡ күк есемдәре лә бар.ИҢ ҺАЛҠЫН УРЫНЙыһандағы иң һалҡын урын - Бумеранг томанлығы: ундағы һалҡынлыҡ температураһы минус 272 градусҡа етә. Ул юғала барған Үҙәк йондоҙҙан барлыҡҡа килгән саң (туҙан) һәм газ болоттарының тиҙ таралыуы һөҙөмтәһендә хасил була.ИҢ ОҘОН ЙЫЛҒАЛАРЕр йөҙөндә иң оҙон йылға рәсми рәүештә Африка-лағы Нил йылғаһы иҫәпләнә, уның оҙонлоғо -6695 км. Көньяҡ Америкалағы Амазонка йылғаһы -икенсе урында; өсөнсөһө -Ҡытайҙағы Янцзы йылғаһы.ИҢБЕЙЕК ҠУНАҠХАНАДонъялағы иң бейек ҡунаҡхана - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Дубай ҡалаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан «Бурдж-Әль-Ғәрәп» («Ғәрәп башняһы»). Уның түбәһендәге темантенна осона тиклемге бейеклеге 320,94 м. Ул яһал-ма утрауҙа парус (елкән) формаһында төҙөлгән. Ҡунаҡханалағы бөтә 202 номер «люкс» категорияһында, 28-е — ике катлы бүлмәләрҙән тора.Фото: perec.info

ИҢ ҘУР КҮЛ - МАРСТА
Ғалимдар Марс планетаһы өҫтөндә һыуҙың ғәжәйеп күплеген байтаҡ йылдар элек үк иҫбатлаған. 2005 йылда, 40 йыл буйы тикшеренеү эштәре алып барғандан һуң, Ҡыҙыл планетаның төньяҡ полюсын-дағы ҙур булмаған кратерҙа «Марс экспресс» ЕС А космик карабы киңлеге 15 км-ға еткән туң күл барлығын асты.
ИҢ БЕЙЕК ТАУ - МАРСТАҒЫ ОЛИМП
Уның бейеклеге 25 км. Был Эверестан 3 тапҡырға бейегерәк тигәнде аңлата.
ИҢ КҮП АСТЕРОИДТАР АСЫУСЫ
Доктор Юджин Шумейкер XX быуатта донъяла иң билдәле геолог. Йыһандан килгән бәрелештәр, үҙгәрештәр тураһындағы асыштары менән киң билдәлелек алған. Ул 1125 астероид асҡан.
ИҢ АЛЫҪ... ҠӘБЕРЛЕК
Американың «Лунар Проспектор» космик карабы, 18 ай буйы тикшеренеү эштәре алып барғандан һуң, 1999 йылдың 31 июлендә Айҙың өҫтөнә барып төшә. Уның бортында доктор Юджин Шумейкерҙың мәйете һалынған бәләкәй генә контейнер була.
ИҢ КҮП АСТЕРОИДТАР
Астероидтарҙың иң мөһим «төбәге» - Марс менән Юпитер орбиталары араһында; дөйөм алғанда, диаметры кәмендә 1 км иҫәпләнгән 700000-1700000 астероид барлығы билдәле. Быларҙан тыш, миллиондан ашыу ваҡ күк есемдәре лә бар.
ИҢ ҺАЛҠЫН УРЫН
Йыһандағы иң һалҡын урын - Бумеранг томанлығы: ундағы һалҡынлыҡ температураһы минус 272 градусҡа етә. Ул юғала барған Үҙәк йондоҙҙан барлыҡҡа килгән саң (туҙан) һәм газ болоттарының тиҙ таралыуы һөҙөмтәһендә хасил була.
ИҢ ОҘОН ЙЫЛҒАЛАР
Ер йөҙөндә иң оҙон йылға рәсми рәүештә Африка-лағы Нил йылғаһы иҫәпләнә, уның оҙонлоғо -6695 км. Көньяҡ Америкалағы Амазонка йылғаһы -икенсе урында; өсөнсөһө -Ҡытайҙағы Янцзы йылғаһы.
ИҢБЕЙЕК ҠУНАҠХАНА
Донъялағы иң бейек ҡунаҡхана - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Дубай ҡалаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан «Бурдж-Әль-Ғәрәп» («Ғәрәп башняһы»). Уның түбәһендәге темантенна осона тиклемге бейеклеге 320,94 м. Ул яһал-ма утрауҙа парус (елкән) формаһында төҙөлгән. Ҡунаҡханалағы бөтә 202 номер «люкс» категорияһында, 28-е — ике катлы бүлмәләрҙән тора.
Фото: perec.info
Читайте нас: