Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Август 2020, 00:00

“Кеше үлемендə минең дə ғəйебем бар...”

йəки Иреңдең башы аша һикереү кəрəкме?

йəки Иреңдең башы аша һикереү кəрəкме?

– Əсəй, Ғəлим ағай үлгəн! Атай ҡайҙа? – ишектəн инеү менəн күңелһеҙ хəбəр менəн бүлешə һалдым.
Ғəлим ағай менəн Дамира апай – беҙҙең ғаилə дуҫтары. Атайым менəн урман хужалығы техникумында бергə уҡығандар, ғүмер буйы аралашып йəшəйбеҙ.
Хəҙер инде икеһе лə күрше ауыл мəктəбендə уҡытыусы булып эшлəй (юғары белемде улар педагогия институтында алған, атай иһə һайлаған һөнəренə ғүмере буйы тоғро ҡалды). Мин уларҙың балалары менəн бер туғандар кеүек аралашып үҫтем. Шуға күрə лə улдары Дим атаһы тураһындағы ҡайғылы хəбəрҙе миңə шылтыратып
əйткəндер...
– Ишеттек, атайың шунда китте.
– Ə һин?
– Иртəгə барырмын оҙатырға. Əллə ниңə бөгөн күңелем тартмай...
Ғəлим ағайҙы һуңғы юлға оҙатып, өсөн, етеһен уҡытыуға минең ялым тамамланып, баш ҡалаға юлландым. Яңы йыл байрамы алдынан Дим менəн күрештек. “Əйҙə, байрамға бергə ҡайтайыҡ. Яңғыҙ ҡалған əсəйҙе байрамда ташлап китке килмəй, ə һин ҡайтһаң, күңеллерəк булыр. Йылдағыса, Яңы йылды беҙҙə ҡаршы ҡаршыларбыҙ, икенсе көнө һеҙҙə ултырырбыҙ. Дискотекаға икəү барырбыҙ”, – тигəс, шатланып риза булдым. Тик байрамды бергə үткəрергə əсəйем ҡырҡа ҡаршы төштө. Сəбəбен əйтергə телəмəгəс, ҙур ғына бəхəс тə булып алды.
– Ни өсөн Ғəлим ағай иҫəн саҡта матур итеп аралаштығыҙ ҙа, ул үлгəйне, араларығыҙ һыуынды? Тыуған көнөңə саҡырмағанһың, кис ултырыуға йөрөмəйһең. Нимə булды? Əллə атайҙы көнлəйһеңме? – һуңғы һүҙҙəрҙе уйламайыраҡ əйткəнемде аңланым инде, тик кире ҡайтарып булмай шул. Əсəйем артабан өндəшмəне, ə был
əрлəгəненəн дə ауырыраҡ, тимəк, хəтере ҡалған.
Байрамды беҙ ғаилə дуҫтарыбыҙ менəн бергə ҡаршы алдыҡ, ҡунаҡҡа йөрөштөк. Тик элекке кеүек күңелле хəлдəр, йор һүҙҙəр, уйын-көлкө, ихлас һөйлəшеү булманы. Араларҙы бəйлəгəн ниндəйҙер йылы нур, еп өҙөлгəнлеген аңланым. Айырыуса əсəйем яғынан һалҡынлыҡ, хатта күрə алмаусанлыҡ һиҙелде. Йылмайҙы, хəбəрен дə һөйлəне,
табын да мул ине, тик быларҙың барыһын да көслəп башҡарғанын һиҙə инем.
Дим менəн Өфөлə аралашыуҙы дауам иттек. Уртаҡ дуҫтар менəн Санкт-Петербург ҡалаһына сəйəхəткə барып ҡайттыҡ, диплом эше өсөн ғилми тикшеренеүҙəрҙе лə бергəлəп башҡарҙыҡ. Бер көн телефондан һөйлəшкəн саҡта уға ҡунаҡҡа йыйыныуымды əйткəс, əсəйем уйламағанда туҙынып китте: “Арағыҙҙа нимə барын белмəйем, əммə миңə, Димгə кейəүгə сығам, тип əйтəһе булма. Былай ҙа ауыл араһында һеҙҙе, өйлəнешə, тигəн һүҙ йөрөй!”
Аптырауымдан нимə əйтергə белмəнем. Дим Əлиə исемле Өфө ҡыҙын яратып, яуапһыҙ мөхəббəт утында яна. Ə минең дуҫлашып йөрөгəн егетем бар, торлаҡ мəсьəлəһен хəл иткəс, өйлəнешергə тигəн ниəттəр менəн йөрөйбөҙ. Бала саҡтан аралашып йəшəгəс, Дим минең бер туған ағайым кеүек яҡын. Беҙҙең апайҙар ҙа күптəн əхирəттəр, хəҙер ғаилəлəре менəн аралаша. Телефон аша бəхəслəшеп торманым, шулай ҙа ауылға ҡайтҡас, əсəй менəн ултырып, ике ғаилə араһында нимə булғанын һорашырға булдым.
Күп тə үтмəне, Дамира апай баш ҡаланың данлыҡлы гимназияһының береһенə директор итеп эшкə тəғəйенлəнде. Хеҙмəт юлын яңы башлап торған миңə, йəш белгескə, был ханымдың артабанғы тормошо өлгө булып торҙо. Талапсан, ҡəтғи, сөсөлəнеп һөйлəшеүҙе үҙһенмəгəн ҡатын эшендə бик күп юғары күрһəткескə өлгəште.
Артабан юғары уҡыу йортонда, бер аҙҙан Мəғариф министрлығында эшлəне. Атай-əсəйем менəн аралашыуы өҙөлһə лə, Дамира апайҙарға йыш барҙым. “Ябай ауыл малайы”, – тип Димде һанға һуҡмаған Əлиə, əсəһе юғары вазифаларҙа эшлəй башлағас, йəһəт кенə уға ҡарата ҡарашын ҡырҡа үҙгəртте. Тик егет тə кемдең кем
икəнен аңлағайны инде, Əлиəнəн баш тартып, уйламаҫтан ғына класташ ҡыҙына өйлəнде. Туйҙары бик матур үтте, уларҙы ниндəй генə эстрада “йондоҙ”ҙары ҡотламаны. Дамира апай йəштəргə фатир асҡысы тапшырҙы.
Теүəл ике айҙан минең дə туйым булды. Дим менəн кəлəшен дə, əсəйем риза булмауына ҡарамаҫтан, Дамира апайҙы ла был шатлыҡты бүлешергə саҡырҙым. 6 – 7 көн алдан ғына телефондан һөйлəшкəндə: “Килəбеҙ, кейəүеңде көнлəштереп, берҙе ҡосаҡлап үбермен дə əле!” – тип вəғəҙəлəр биргəн дуҫым ғаилəһе менəн туйға килмəне. Кəйефһеҙ йөрөүемде күргəн апайым ғына Дамира апайҙың етди ауырып китеүе хаҡында əйтте. Туй мəшəҡəттəре үткəс, Димгə шылтыраттым, тик ул, ваҡыты юҡлығына
һылтанып, телефонын һүндерергə ашыҡты. “Əсəйең ни хəлдə? Ҡайһы дауаханала ята, барып хəлен белергə ине?” – тип һорауыма ул ҡапыл ҡысҡырып ебəрҙе: “Кем сығарған ғəйбəт ул? Ауырымай, барыһы ла һəйбəт, шифаханаға ял итергə китте!” “Ғəйбəт кенə икəн,
бик шатмын. Дамира апай миңə бик яҡын кеше, борсолоп ҡына шылтыраттым”, – тип һөйлəшеүҙе тамамланым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был насар хəбəр ғəйбəт кенə булмаған. Инсульт кисергəн Дамира апай аҡылға бер төрлө булып ҡалды. Был хəлде балалары ауыр кисерҙе, бигерəк тə Дим бөтə донъяға нəфрəт менəн ҡарай башланы. Нисек кенə йыуатырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышһам да, ул аралашыуҙы дауам итергə телəмəне һəм беҙҙең дуҫлыҡ яйлап юҡҡа сыҡты. Матур һəм ҡайғыһыҙ саҡта, тормош яйлы барғанда ғына аралашып, ауырлыҡтар килгəндə ярҙам итешергə тейеш инек тə бит, килеп сыҡманы. Һуңғы ҡайтҡанымда Дамира апайҙың мəрхүм булыуы, тыуған ауылы (ул беҙҙең яҡтарға төньяҡкөнсығыш райондарҙың береһенəн килен булып төшкəн) зыяратында ерлəнеүен белдем.
– Əсəй, ə ниңə Ғəлим ағай янына ерлəмəнелəр икəн? 30 йылға яҡын бергə-бергə матур йəшəп, балалар үҫтер ҙə, ҡəберҙəрҙе айырып ҡуй
инде, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп ҡуйҙым сəй эсеп ултырғанда.
– Килен булған еренəн тыуған ере яҡын тойол ғандыр, – тине əсəй.

Бер аҙ үткəс кенə ғибрəтле тарихты бəйəн итергə булып өҫтəп ҡуйҙы.
– Ғəлим ағайың бер туған ҡустыларына, Дамира менəн беҙҙе йəнəш ерлəмəгеҙ, тип васыят əйтеп ҡалдырған. Шуға ла ул Өфөгə, донъяһын һатып, был яҡтар менəн араһын өҙөп китте. Кире ҡайтмаҫҡа тип. Уның менəн аралашмай башлағас, һин беҙгə ныҡ үпкəлəп тə йөрөнөң, тик мин үҙемде һындыра алманым. Күҙҙəренə
ҡараһам, Ғəлим ағайыңдың үлеме иҫкə төшə лə, үҙемде ғəйепле һанайым. Уның алдында гонаһлымын. Бəлки, ваҡытында ярҙам иткəн булһам, ул бөгөн дə тере булыр ине.
Улар техникумда уҡыған йылдарында уҡ танышып, дуҫлашып, ғаилə ҡорһа, беҙ атайың менəн һуңыраҡ өйлəнештек. Туйыбыҙҙан һуң ҡунаҡҡа саҡырып, əхирəттəр булышып, бүлəктəр биреп, беҙҙе ҙурлап ҡайтарҙылар. Йəштəштəр генə булып һеҙ, балалар, тыуҙығыҙ, йорттар һалып сыҡтыҡ. Байрамдар ҙа, эштəр ҙə бергə барҙы. Башҡа
ғаилəлəр менəн аралашмағас, арала һүҙ ташыусы, бутаусы булманы, яҡшы-яманлыҡтарға күнеп, йəмһеҙлəшмəй, талаштартышһыҙ, бер туғандай йəшəнек. Тик һуңғы ваҡыттарҙа ниңəлер Дамираның үҙен Ғəлимдəн өҫтөн ҡуйырға тырышыуын һиҙə инем.
“Мин булмаһам, ауылығыҙҙың беренсе алкашы булып, урманда ағас һанап йөрөр инең. Институтҡа алып барып, һинең өсөн рефераттар, курсовойҙар яҙып, диплом алыштым. Баязитович булып, ата ялҡау, донъя көтə белмəгəн алкаш атайыңдың исемен данлап йөрөгəн булаһың”, – тип сираттағы килгəндəрендə əрлəүенə шаһит булдыҡ.
Бындай əр йышайғас, үҙемдең фекеремде еткерергə тырыштым: “Ҡуй, Дамира, быға тиклем матур йəшəнегеҙ, йөҙ йыртып, иреңде кəмһетеп йөрөмə. Былай ҙа һеҙгə ярты ауыл көнлəшə. Ир-ат эсмəй ултырмай инде, башҡалар менəн сағыштырғанда, беҙҙекелəр шөкөр бит. Атаһы өсөн улын битəрлəмə, аҙып-туҙып йөрөмəй. Етмəһə,
Ғəлим мəктəп директоры, тимəк, уҡытырға тырышыуың бушҡа булмаған. Эше ауыр, əлбиттə, əммə абруйы ҙур, башҡалар менəн сағыштырғанда, аҡсаһы ла мул ғына”, – тигəйнем, ул бар ярһыуын сығарып һалды:
– Мəктəп директоры итеп мине ҡуйырға тейештəр ине, мəғариф бүлеге етəксеһе өйгə килгəйне, сəй эсеп ултыра торғас, Ғəлимгə тəҡдим итте. Алдан миңə вəғəҙəлəп йөрөнө лə, аҙаҡ, ир – баш, тип тора оялмай ҙа! Эскəн, минһеҙ бер ни эшлəргə ҡулынан килмəгəн ир минəн өҫтөн булып сығамы?! Завуч булып эшлəгəндə үк күпме эште атҡарып сыҡтым, хəҙер килеп, директор ҡатынына завуч булып эшлəү килешмəй тип, ябай уҡытыусы итеп ҡалдырырға итəлəр! Ризалашаһым юҡ!
– Һуң, Дамира, ул яуаплылыҡ нимəгə кəрəк һиңə? Етмəһə, Ғəлим һəр эште һинең менəн кəңəшлəшеп башҡара тиһең, булғанына шөкөр итеп, иреңə ышыҡланып ҡына эшлə лə йөрө!
– Эшлəргə ҡулымдан килə икəн, нимəгə мин башҡалар рəтендə
йөрөргə тейеш?
Күп тə үтмəне, ул ире өҫтөнəн ошаҡ ташып, һүҙен һүҙ итеп, директорлыҡтан сығартып алды. Уҡытыусылар коллективы исеменəн хат яҙҙырып, ул вазифаны үҙе билəне. Телəген тормошҡа ашырғас, бер аҙ тынысланып ҡалды, кəйефе лə бермə-бер артты. Тик бер мəл атайың йомош менəн барып ҡайтҡандан һуң бик оҙаҡ йəне көйөп йөрөнө: “Был Дамира Ғəлимдəн бөтөнлəй сепрəкша яһаны. Барһам, бахыр ир иҙəн йыуып йөрөй. Мине күреп, күҙенə йəш килде, бына ошондай көнгə ҡалдым инде, тип əйткəн булды”. Мəрхүм булаһы йылында, уҡытыусыларҙың йəйге ялға сыҡҡан ваҡыты ине, беҙгə Ғəлим ағайың ҡыҙмаса булып килеп инде:
– Һаумы, əхирəт! Хəлдəрең нисек? Һиңə ҙур үтенесем бар ине.
– Хəлдəр һəйбəт, маҡтап йөрөйһөң, хəҙер мейестəн картуф бəлеше сыға!
– Хан һыйы инде ул беҙгə хəҙер! Ҡасан һуңғы мəртəбə өйҙə бəлеш бешкəнен дə хəтерлəмəйем, – Ғəлим өҫтəл артына килеп ултырҙы ла
күҙҙəремə текəлде.– Ун мең һум аҡса бир əле, зинһар. Тик ҡасан ҡайтарырымды əйтə алмайым.
– Əллə машина алырға булдыңмы? Əхейең менəн һөйлəшербеҙ ҙə, бесəндəн артырлыҡ булһа бирербеҙ.
– Машинаны, ана, əхирəтең алырға йөрөй. Алты ай аҡса тигəн нəмəне күргəн юҡ. Китергə булдым мин унан, бисə типкеһендə йөрөгəнсе эт типкеһендə булам.
– Һин бит эскəнһең, ə бындай хəбəрҙəрҙе айыҡ саҡта һөйлəргə кəрəк.
– Йөрəгем яна минең, шуға эсəм. Ярай, мəктəптə етəкселек иткеһе килə икəн, итһен. Ə ниңə өйҙə ул мине һанламай? Ашарға бешермəй, кер йыумай, йорт эштəре тулыһынса минең өҫтə. Туғандарым алдында ла, уҡытыусылар алдында ла абруйым төштө инде. Етмəһə, Өфөнəн бер түрə менəн йөрөй, тип һөйлəйҙəр. Булһа, барҙыр, ике йыл түшəк бүлешкəнебеҙ юҡ.
– Ҡуй, Ғəлим, бындай хəбəрҙəрҙе миңə һөйлəп ултырма, əхейең менəн кəңəшлəш, йəме.
Башын эйеп сығып киткəн ирҙе йəллəп ҡарап ҡалдым. Ə кисен атайың менəн бəхəс сыҡты. Ул дуҫына аҡса биреү яҡлы ине.
– Раян ҡустыһы үҙенең янына – Киров ҡалаһына саҡырған. Ун мең булмаһа, юллыҡ ҡына бирегеҙ инде, ти.
– Ҡалай ҡыҙыҡһың һин, эсеп йөрөгəн ирҙең һүҙенə ышанып, ҙур суммала аҡса бирергə итəһеңме?
– Эсергə кəрəкһə, ундай ғына аҡсаны һинəн һорамайынса ла бирə алам. Икенсенəн, ауылда уның ҡатынына үсəп, юрамал эсереүселəр былай ҙа күп. Кешелектəн сыҡҡансы ауылдан китеүе хəйерле.
– Нисəмə йыл аралашып, дуҫлашып йəшəйек тə, ауыр саҡтарында айырылыуға юл ҡуяйыҡмы? Ул китер ҙə барыр, беҙгə Дамира менəн аралашып йəшəргə кəрəк. Ғəфү ит, ғаилə боҙоуға беҙ сəбəпсе булмайыҡ.
Бер нисə көндəн ғаилə дуҫыбыҙ ап-айыҡ килеп инде. Күрше ауылда йəшəгəн ҡəйнəм ауыр хəлдə тип хəбəр килгəйне, матурлап
һөйлəшергə ваҡыт булманы.
– Əхей, əйҙə, улай ҡыҙыу баш менəн бындай мəсьəлəне хəл итмəйек. Барыһы ла һəйбəтлəнер, сабыр ит. Йөрөй тигəне лə кеше һүҙе бит, иғтибарға алма.
– Сабыр итер хəлем булһа, китəм тип йөрөмəҫ инем. Ышанысты юйыр эскесе лə түгелмен, эшлəп китеү менəн бурысымды ебəрер инем, береһе лə биреп торорға риза түгел.
– Тимəк, был – һиңə китмəҫкə сəбəп. Йəшəйһе көндəрең, ашайһы ризығың ошо ерҙə, Дамира менəн бергə.
– Көндəр ҙə, ризыҡтар ҙа, юлдар ҙа бөткəндер ул минең...
Ваҡытында был һүҙҙəргə иғтибар итмəнем. Октябрь айында барып, 50 йəшлек юбилейы менəн ҡотлап ҡайттыҡ. Бер туғандары, курсташтары йыйылғайны, күңелле генə ултырҙыҡ. Йырлап, мəҙəк хəлдəр һөйлəп ултырған Ғəлимгə ҡарап, ҡатыны менəн аралары яйланыуына ҡыуандым. 20 көндəн вафат булды. Күршелəренə инеп йығылған, улар Дамираға шылтыратҡас: “Əҙерəк эсһен. Уға бер нəмə лə булмай ул”, – тип яуап биргəн. Атайың барғанда һаман район үҙəгенəн ҡайтмаған булған. “Тиҙ ярҙам” машинаһы килеүгə Ғəлимйəн биргəн. Бахырҙың бер генə лə таҙа кейеме юҡ ине. Хəле насарая башлағансы, билмəн бешерəм тип, ҡамыр йəйеп торған булған.
Алдағы көн атайың менəн магазинда күрешкəндəр, бер ҡап туң билмəн алып торған. “Өй билмəненə етəме инде былар! Рəхəтлəнеп, йəш саҡтағылай итеп, үҙең эшлəгəнде аша ине ул!” – тигəн.
Танһыҡлаған ризығын да ашап өлгөрмəгəн. Мин хөкөмдар түгел, əммə ҡəберенең йəнəш булыуын телəмəгəс, Дамира был донъяла тамам үҙəгенə үткəргəндер. Ир менəн ҡатын араһын ситтəр аңлай алмай, тиҙəр бит. Был, ысынлап та, шулай. 20 йылдан ашыу аралашып йəшəп, һуңғы сиккə еткəнен аңламағанмын. Һораған саҡта
аҡса бирһəм, бөгөнгө көндə лə иҫəн булыр ине, моғайын. Ул үлде лə китте, кеше араһына ҡыҫылмайым тигəн булып, йөрəгемдə үкенес ҡалды. Башҡаса Дамира менəн аралашҡым килмəне, мин генə түгел, күптəр уға ҡарата ихтирамын юғалтты. Йөҙөнə бəреп əйтеүселəр ҙə табылды. Шуға ла тиҙерəк юғарыға үрлəй һалды.
– Ҡуй, əсəй, ҡайғырма. Тимəк, тəҡдирҙəре шулай булған. Аҡса бирһəң дə, китə алмаҫ ине, ул ҡəтғи кеше булманы бит. Талап итһə, Дамира апай керен дə йыуыр ине, иҙəнен дə. Ҡайһылыр ерҙə йомшаҡлыҡ күрһəткəн дə, ҡалған тормошон шулай дилбегə тартҡан Дамира апай юлы менəн киткəн инде. Икеһе лə ысын донъяла ята,
ҡəберҙəре айырым да бит, уларҙың йəндəрен бер иткəн никах бар бит əле. Тимəк, яуапты ла бергə бирəсəктəр: береһе – ирен һанламағанға, береһе – үҙен.
Гөлдəриə ВƏЛИТОВА.
Читайте нас: