Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Август 2020, 19:00

#аш_һыу

Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Татарҙарҙа, шулай уҡ Урта Азияның күп кенә халыҡтары аш-һыуында ла осрай. Ҡыҫтыбый сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслеккә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла. Беҙ тәҡдим иткән рецептты сайтта уҡығыҙ.

Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Татарҙарҙа, шулай уҡ Урта Азияның күп кенә халыҡтары аш-һыуында ла осрай. Ҡыҫтыбый сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслеккә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла.
Был тәмлекәстең эслеген әҙерләү өсөн 150 мл һөт, 50 г тары, 20 г һарымай һәм тоҙ кәрәк буласаҡ.
Ҡамыры өсөн: 1 стакан он, шул күләмдә һөт йәки сей ҡатыҡ, 1 йомортҡа, тоҙ кәрәк.
Ҡамырын йомортҡа һытып һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр һыуынмаҫ элек (һыуынһа һынырға мөмкин) яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр.
Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән һары йәки шыйыҡ май менән майлайҙар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.
Читайте нас: