Һыу үткеһеҙ булып ҡатышып йәшәп ятҡан Ғәшүрә менән Ғәфүрә бер көндө тәсмә-тәс талаштылар. Ә эш былай булды. Ире арҡаһында өйҙә араҡы тота алмаған Ғәшүрә бер көндө күршеһенә инде лә:
– Ҡара әле, күршекәйем, бынау шешәне үҙеңә ҡуйып тор әле. Анау мастер Ғаззали килеп машинкамды рәтләргә тейеш, шуға тип һаҡлайым. Юғиһә, үҙең беләһең, ауыҙын төртөп тишке- ре ир ҡуймай торған, – тине.
– Минекенең дә ауыҙы ҡысып ҡына тора инде. – Ғәфүрә риза булмай торҙо. Шулай ҙа:
– Ярай, анау бойҙай һаҡланған ларға тығып ҡуйырмын. Унда атаһы ғүмере күҙ һалмай, – тип алып ҡалды. Береһе биреп, икенсеһе ҡуйып онотто.
Бер көндө «Зингер» машинкаһын рәтләргә килгән Ғаззалиҙың башын төҙәтәм тип йүгереп инде Ғәшүрә.
– Ҡана, бир теге нәмәне. Нәкәнис, эшләтеп алам машинкамды. Юғиһә, ямар, йүнәтер ваҡ-төйәк күбәйеп китте.
– Ут сыҡҡан мәллә тип торам, йүгереп инеп килгәс, – тип һөйләнде башы ауыртҡанға яйһыҙланып торған Ғәфүрә һәм, соланға сығып, ҙур тимер ларға ҡулын тығып болғаны. Әммә шешә ҡулына эләкмәне. Төпкәрәк тыҡтым микән тип, ҡулын тәрәнгәрәк батырҙы. Юҡ! Аптырашта калды Ғәфүрә.
Был ни ғиллә?! Һуң, ҡул һуҙымы ергә генә тыҡҡайны бит?! Баҫылып аҫҡа төштө микән, тип тағы төпкәрәк инеп һәрмәнде, тик һөҙөмтәһеҙ. Аптырашта ҡалып, инде лә:
– Ҡара әле, Ғәшүрә, таба алмайым ул нәмәңде, – тине.
– Нисек таба алмайһың? Йүнләберәк ҡара. Йәһәтерәк бул инде, кеше көтөп тора ла баһа, – тине түҙемһеҙләнеп Ғәшүрәһе.
- Аһ, юҡ, тим даһа... Ышанмаһаң, үҙең тикшер.
Ғәшүрә Ғәфүрәгә эйәреп сыҡты ла шау биҙәк халатын йыртырҙай булып ҡабарып торған түше менән ларға ятып, буйтым болғатты бойҙайҙы, әммә шешә табылманы
– Әллә кәрәк-ярағыңа тотондоңмо? Ҡайҙа була инде ул шешә? – тип тауышын күтәрә төштө Ғәшүрә.
– Тотонманымсы, һин бигерәк тә теге, мине олораҡ тигәс тә, хәтеремә зарланғаным юҡ әле. Ҡара әле, мине ғәйепләргә тора, индермәҫкә кәрәк булған. Эй, иҫәрмен дә инде үҙем дә, үҙ башыма бәлә алып ултырам инде, – тип туҙына башланы Ғәфүрә. – Һинең алкаш ирең арҡаһында ғәйепле булып ултыр инде.
– Алкаш булһа ла, һинеке кеүек емерек кәртә менән ултырмай әле, шаулатып көтәбеҙ донъяны.
– Шулаймы ни, беҙҙең донъя ни ере менән кәм? Ҡара әле, ер бит, тиктомалдан бәлә һалып миңә... Мине тикшергәнсе тәҙерәңде йыу, терәпке күргәне юҡ! Минең иремде тикшереп ишшеү, эшләй, Аллаға шөкөр, донъя тип тырышып, ҡулы теҙенән түбән төшөп китте, бахырымдың...
– Провались бынан һуң, ике аяғыңдың береһен атлатма беҙҙең яҡҡа.
– Әллә һинең нурлы йөҙөңдө бик күргем килә тип тораһыңмы? Марш өйөмдән!
... Ике күрше катын пыр туҙып талашҡан мәлдә, уларҙың ирҙәре, яҙғы ҡояш нурҙарына иркәләнеп, боҫорап ятҡан бесән өҫтөндә, аҙбар башында теге шешәне бушата ине.
Нурия ҠУНЫСБАЕВА. Иҫәнғол ауылы.