Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Август 2020, 11:00

9 август – Умартасылар көнө

Дәмин Марата улы ЮЛАНОВ, район хакимиәте башлығы:- Хөрмәтле умартасылар, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Умартасылар көнө менөн ҡайнар ҡотлайым!Беҙҙең төбәктә умартасылыҡ тамырҙары тәрән тарих төпкөлөнә барып тоташа...

Иң яҡшыларҙың береһе
Хөрмәтле умартасылар, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Умартасылар көнө менөн ҡайнар ҡотлайым!
Беҙҙең төбәктә умартасылыҡ тамырҙары тәрән тарих төпкөлөнә барып тоташа. Башҡорт балы элек-электән Башҡортостандың визит карточкаһы булып иҫәпләнә. Бөгөн ул иң яҡшыларҙың береһе тип танылған һәм йөҙәрләгән миҙалдар менән бүләкләнгән. Ауыл хужалығында иң төшөмлөләрҙән булған был тармаҡтың үҫешенә күп факторҙар: ҡабатланмаҫ тәбиғәт һәм климат шарттары, уларға яҡшы яраҡлашҡан башҡорт бал ҡорто тоҡомо, умартасыларҙың оҫталығы булышлыҡ итә. Беҙҙең районда бөгөн умартасылыҡты әүҙем үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар, умартасылыҡ продукцияһын етештереүҙе арттырыу, маҡсатлы һатып алыу һәм эшкәртеү, тимәк, был тармаҡтың кешеләргә өҫтәлмә килем сығанағына әүерелеүе өсөн перспективалар бар.
Барлыҡ умартасыларға ныҡышмаллылығы, халыҡ традицияларына тоғро ҡалыуҙары, тыуған ерен яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең умартасылар киләсәктә лә фән ҡаҙаныштарын, алдынғы тәжрибәне индереү иҫәбенә тармаҡтың һөҙөмтәлелеген, етештерелгән продукция күләмен арттырыуына ышанам.
Һеҙгә ныҡлы ћаулыҡ, именлек, бәхет һәм хеҙмәтегеҙҙә яңы уњыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: