Алманы йыуып, ҡабығын таҙартып, киҫәкләп ҡырҡабыҙ. Ҡалын төплө кәстрүлгә алманы һалып, һыуҙы ҡоябыҙ ҙа, ҡапҡасын ябып, утҡа ҡуябыҙ. Төбөнә көйөп ҡуймаһын өсөн даими болғатып торабыҙ. Талғын утта алма йомшарғансы бешереп алабыҙ. Бешкән алманы ошо уҡ кәстрүлдә блендер менән иҙәбеҙ ҙә. Шәкәр иреһен өсөн, иҙгәндә ҡушыу яҡшыраҡ булыр. Унан инде “сгущенка”ны ла ҡушып, болғайбыҙ ҙа, утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡас, йәнә 5 минут бешереп алабыҙ. Әҙер массаны эҫе килеп стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас ябабыҙ һәм баш түбән әйбәндереп, һыуынғансы ябып ҡуябыҙ.