Тормош тигәнең ҡыҙыҡ бит ул, һәүетемсә барған ғүмер ағышын бороп, икенсе юҫыҡҡа йүнәлтергә лә күп һорамай. Кемдер был боролоштан баҙап ҡала, ә ҡайһы берәүҙәр уны йәшәү рәүеше итеп ҡабул итеп, тормошта үҙ урынын таба. Фуат Фәтхулла улы Толомбаев та тап шул һуңғылар иҫәбендә. Юғары белемле тарих уҡытыусыһы төрлө урындарҙа эшләй, етәксе вазифалар биләй. Сирғол ауылында колхоз рәйесе булып эшләгән йылдарында биләмәлә айырым эшләгән өс хужалыҡ ҡушылғас, рәйеслектән баш тарта. “Ә һин ҡайҙа бараһың?” – тигәндәргә: “Умарталыҡҡа” тип яуаплай ул. Сөнки сәләмәтлек торошо ғына түгел, күңел ҡушыуы шулай була.
Ул мәлдә “Ирек” колхозының умарталығы булһа ла ҡорттары булмай. Умарталыҡ менән танышырға барған Фуат Фәтхулла улы умартасы өйө янында геүләгән тауыш ишетә һәм өйөлгән таҡталарға күс ҡунғанлығын күрә. Был күренеш, моғайын, уның ниәтенхуплау булғандыр. Ул күсте тотоп яба, үҙенең дә өс күсен ҡушып, 1994 йылда умартасы булып эш башлай.
Колхоз умарталығында умартасы, райондың урман хужалығында, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында ҡортсолоҡ буйынсазоотехник булып эшләп, тәжрибә туплаған белгесте Республиканың ҡортсолоҡ буйынса үҙәгенә эшкә саҡыралар. Фуат Фәтхулла улы был үҙәктә 15 йыл эшләү дәүерендә Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарына ҡортсолоҡ буйынса инспектор ҙа, башта – Күгәрсен районындағы, унан айырылып сыҡҡас, Ейәнсура районында асылған станцияларҙы етәкләй. Ошо осорҙа ул республика ҡортсолары бәйгеһенең береһен дә ҡалдырмай, тәүге йылдарҙа үҙе ҡатнашһа, аҙаҡ ойоштороу комитетында була.
Кемгәлер – шөғөл, кемгәлер кәсеп булған ҡортсолоҡ Фуат ағай өсөн ысынтылапйәшәү рәүешенә әйләнә. Бала саҡтан атаһы яғына да, әсәһе яғынан да өләсәй-ҡартайҙары ҡортсо булғас, был, бәлки, осраҡлылыҡ түгелдер. Әммә үҙең тырышмаһаң, ҡаныңда булыу ғына етмәй, тип иҫәпләй Фуат Фәтхулла улы. Заман менән бергә атлаған, алдынғы ҡарашлы ҡортсо бөгөнгө көндә лә белемен камиллаштыра, ҡортсолоҡ буйынса ваҡытлы матбуғатты уҡып бара. Шуға ла уға райондан ғына түгел, республиканың төрлө тарафтарынан кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бихисап.
Һуңғы йылдарҙа Фуат Фәтхулла улы бер нисә умартасыны бергә туплап, “Нектар” йәмғиәтен булдырғайны. Күптән түгел йөрьәт итеп, йәнә бер ҙур башланғысҡа тотондо – “Сура” кооперативын булдырҙы. Кооператив, килем килтереүсе проектты тормошҡа ашырыусы булараҡконкурста ҡатнашып, еңеп сыҡҡан. Инде бүленгән грантҡа төҙөлгән, йыһазландырылған бал ҡойоу цехы әҙер,тиҙҙән асыласаҡ.