Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Август 2020, 12:00

Яңы ҡаҙаныштар һеҙгә!

Бөгөн - Төҙөүселәр көнөРайон хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың төҙөлөш предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә һәм тармаҡ ветерандарына ҡотлауы - сайтта.

Хөрмәтле төҙөлөш предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Төҙөүселәр көнө менән ысын күңелдән йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Төҙөүсе һөнәре иң гуманлы һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булып тора. Күп быуын төҙөүселәре тарафынан булдырылған тораҡ пункттарҙың архитектур йөҙө, йәшәү һәм тормош шарттары күп йәһәттән район иҡтисадының һәм социаль өлкәһенең тотороҡлолоғон билдәләй.
Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөгөн райондың төҙөлөш ойошмалары тарафынан социаль-мәҙәни, көнкүреш объекттарын, урам-юл селтәрен һәм инженер коммуникацияларын төҙөү һәм ремонтлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Заманса технологияларҙы үҙләштереү, яңы төҙөлөш материалдарын ҡулланыу төҙөүсе һөнәре киләсәктә лә шулай уҡ абруйлы һәм кәрәкле буласағына, ә яҡшы сифат һәм матурлыҡ район төҙөлөш ойошмалары эшендә ныҡлы тамыр йәйгән принциптар булып ҡаласағына ышаныс бирә.
Һеҙҙе алда күп ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы көткәненә ышанам, ә был киләсәк һеҙҙең ҡулда булыуын аңлата. Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар, ҙур һәм ҡыҙыҡлы заказдар, яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: