Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Август 2020, 22:05

Илсур Тайсин ҡайҙан ҡайтҡан?

– Мин ҡайттым, тыуған төйәгемә ашҡынып ҡайттым! – тип яҙа “Бәйләнештә” селтәрендә пародия оҫтаһы, ҡурайсы Илсур Тайсин.

– Мин ҡайттым, тыуған төйәгемә ашҡынып ҡайттым! – тип яҙа “Бәйләнештә” селтәрендә пародия оҫтаһы, ҡурайсы Илсур Тайсин. – Өр-яңы газ һәм нефть энергияһы алып, ижадыма тотондом. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем!
Тәүәккәлдәр тормошонда ҡапыл боролоштар яһай. Йырсы Илсур Тайсиндың көтмәгәндә Себер тарафтарына сығып китеүенә кемдер аптыраны, кемдер хупланы. Үҙе әйтеүенсә, унда ул "Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән әйтемде күҙ уңында тотоп, 71-се һөнәрен үҙләштерергә барған.
Яҡташыбыҙ ситтә төп эшенән тыш ижад менән дә шөғөлләнгән. Йырлап, ҡурай тартып, бейеп, хеҙмәттәштәренең күңелен күтәргән. Илсур Сулпан улы менән бергә эшләгән Данил Яхин әйтеүенсә, артист менән бер бригадала эшләү уға сикһеҙ оҡшаған, ул хатта отпускыға ҡайтмайынса, тағы бер вахтаға ҡалған.
Илсур Тайсинды йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратып тыңлай, концертында тамаша залы шығырым тулы була. Уның репертуарындағы “Яҙмышым, рәхмәт һиңә!”, “Туй йыры”, “Тыуған көн”, “Барыһы ла ваҡытлыса” исемле дәртле йырҙарҙы, шулай уҡ халыҡ йырҙарын тамашасы бик ярата.
ИЛДАР АҠЪЮЛОВ.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Читайте нас: