Бик борон заманда, ғәҙел солтан идара иткән бер дәүләттә Әхмәт исемле бер йәш егет йәшәгән, ти. Уның атаһы оҫта тимерсе булыуы менән дан тотҡан, кешеләр араһында бик абруйлы һәм хөрмәтле аҡһаҡал булған, ә ағалары сауҙа менән шөғөлләнгән, тик бер Әхмәт кенә тормошта үҙ урынын таба алмай ҡаңғырған. Уны төрлө һөнәрҙәргә һәм фәндәргә өйрәтергә тырышып ҡарағандар, тик егеттең тиҫкәрелеге һәм ҡарышҡаҡлығы уның уҡытыусыларының сабырлығынынан көслөрәк булып сыҡҡан, ти.
Бер ваҡыт Әхмәт, үҙенә уҡыған өгөт-нәсихәттәрҙән ялҡып һәм үҙенең дә нимәгәлер һәләтле булыуын иҫбат итер өсөн, бер эш менән шөғөлләнеп киткән, ти. Үҙенең бүлмәһенә бикләнеп, көнө-төнө ваҡытын шунда үткәрә башлаған, ә унда нимә менән булған - бер кем дә белмәгән.
Шулай итеп, бер нисә ай үтеп киткән, ти. Бына бер саҡ егет үҙенең бүлмәһенән сығып, һәләте менән таң ҡалдырыр өсөн, солтан һарайына юл тотҡан. Солтан егетте ҡабул итергә ризалыҡ белдергән. Үҙ янына саҡырып, уға һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә ҡушҡан. Әхмәт энә алған да уны һаҡсыларҙың береһенә тотоп торорға ҡушҡан. Шунан бер нисә аҙым артҡа киткән, ҡулына тағы ла бәләкәйерәк икенсе энә алып, уға еп үткәргән һәм һаҡсы ҡулында тотоп торған энәгә ырғытҡан. Бөтәһен дә таң ҡалдырып, бәләкәй энә һаҡсының ҡулындағы энә күҙәүенән үтеп киткән. Шунан егет тағы ла артҡараҡ сигенеп, быны тағы һәм тағы ҡабатлаған.
Солтан үҙенең вәзиренә өндәшкән:
- Был егетте 25 дирһәм менән бүләкләгеҙ, шунан уны яҡшылап ҡамсы менән ярығыҙ!
Был ҡарарға аптыраған Әхмәт солтандан:
- Ә ниңә, эй солтаным? Нимә өсөн? - тип һораған.
Быға солтан шулай тип яуап ҡайтарған:
- Һин үҙеңдең ваҡытыңды сарыф итеп, мәргәнлеккә өйрәнгәнһең, шуның өсөн мин һине 25 дирһәм менән бүләкләйем. Ләкин һин үҙ ваҡытыңды бушҡа үткәргәнһең: һинең был һөнәреңдән үҙеңә лә, башҡа кешеләргә лә, бигерәк тә беҙҙең дәүләтебеҙгә бер файҙа ла юҡ. Ә үҙенә лә, башҡаларға ла бер файҙа ла килтерә алмаған кешенән дә насарыраҡ тағы нимә бар? Бына шуның өсөн мин һиңә шундай яза бирергә ҡушам!