“Теге иртә”. Бейеменең ошо һүҙҙәре Гөлйөҙөмдө йәшен тиҙлегендә шул иртәгә алып китте. Бынан теүәл бер йыл элек, өмөт һәм хыялға тулы шул сихри иртәлә бейеме, йоҡоһонан тороп, тиҙ-тиҙ генә атын екте лә, Гөлйөҙөмгә өндәште: “Килен, әйҙә әле, һине Настя әбейгә алып барам. Айсыуаҡ көтә бирһен, ә беҙ һинең менән көтөп ятмайыҡ, сыуаш әбейенә барып. Бәпес һорап ҡайтайыҡ”, - тип кеткелдәп көлдө лә, киленен ултыртып, атын ҡыуалай-ҡыуалай елдереп сығып та китте.
Ул иртә лә нәҡ бөгөнгөгә оҡшаған ине шул. Шундай уҡ тымыҡ, иҫ киткес матур ине. Хатта таң һайын талға ҡунып, йырын һуҙған һандуғас та ошо сихри тынлыҡты боҙоуҙан ҡурҡып, тынып ҡалған ине.
Ун биш саҡрым араны бик тиҙ үтте улар. Бейеме атын тын да алдырмай ҡыуғайны шунда. Үҙе бер туҡтауһыҙ: “Әйҙә, малҡай, тиҙерәк булайыҡ, бәпес бөтөп ҡуймаһын”, - тип һөйләнде.
Сыуаш әбейе бик алсаҡ булып сыҡты. Өҫтөнә ап-аҡ ерлеккә ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр төшкән күлдәк кейгән, башына аҡ яулыҡ ябынған был бәләкәс кенә буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле Настя әбейҙе фәрештәгә оҡшатып ҡуйғайны Гөлйөҙөм. Тап ошо ҡаҡса әбекәй генә уның хәлен еңеләйтер, күңеле түрендә нисәмә йыл буйы йыйылып киткән ғазаптарын бәләкәс кенә устары менән һыпырып ташлар төҫлө тойолдо. Әбей Гөлйөҙөмдө һылап-һыйпап, үҙенсә ниҙер әйтеп өшкөрҙө лә, артыҡ бер ни ҙә һөйләп торманы. Ҡапҡанан сыҡҡас, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ҡыҙым, тик үҙеңде һаҡла, тип оҙатып ҡалды.
- Ҡана, килен, анау үәринйәңде генә алдыма ҡуйсәле. Йөрәк тирәм бер төрлө әсетеп, сәнсеп тора. Бер сынаяҡ сәйеңде эсәйем дә, ятып торайым.
Бейеменең ошо һүҙҙәре Гөлйөҙөмдө “теге” иртәнән әлеге хәленә кире ҡайтарҙы.
- Ятып тор, бейем, арып киткәнһеңдер, - тип һөйләнә-һөйләнә ҡайнатмалы һауытты килтереп ултыртты ла, ҡапыл шикләнеп, әбейҙең күҙҙәренә ҡараны. Бөгөн улар нисектер тоноҡланып киткәндәй. Йөҙө лә бер төрлө һурылып киткән. “Йөрәк тинеме ул? Бығаса зарланғаны юҡ ине бит әле”.
Килен кеше өҫтәл аша ғына үрелеп, бейеменең маңлайына ҡулын ҡуйҙы.
Хәҙисә әбей шуны ғына көткәндәй, Гөлйөҙөмдөң ҡулын үҙенең ҡытыршы устарына алып, һораулы ҡарашын уға төбәне: “Килен, дөрөҫ уйҙар уйлап йөрөйөммө мин? Дөрөҫ шатлыҡҡа ҡыуанаммы, ҡартлас? Әллә ҡасандан бирле һорамаҡсы булам, тик бәхет ҡошобоҙҙо ҡурҡытыуҙан, күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, өндәшмәй тик йөрөйөм. Берүк, дөрөҫ, бейем, тиң. Юғиһә, зыяратҡа инеп, Әхмәтшаға ла һөйләп өлгөрҙөм бит. Шул әллә ҡасандан хыялымда ғына етәкләп йөрөткән, ҡыҙыл таҫмалар таҡҡан ейәнсәрем тураһында”.
Шул мәлдә, оҙаҡ биш йыл буйы Гөлйөҙөмдөң йөрәген өйкәп торған һағыш-ғазаптары күҙ йәштәре булып тышҡа урғылды. Бейеменең алдына ятып, түгелеп-түгелеп иланы ул. “Һин мине бәпесле иттең бит, бейем. Әгәр ҙә һин булмаһаң, ғүмеремдең аҙағынаса “ҡыҫыр” исеме күтәреп йөрөр инем”, - тип һамаҡлай-һамаҡлай күҙ йәштәрен түкте ул.
Йөрәгемдең ауыртыуы баҫылғансы ғына ятып торам, тип түшәккә ятҡан Хәҙисә шул ятыуҙан торманы. Үҙенең ыңғырашыу ҡатыш һаташыулы һуңғы төнөн үткәрҙе лә, бар ауыл халҡы үҙенең сираттағы иртәһен ҡаршылаған минуттарҙа мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Килененең сәйен эсеп, хәл йыйып алғас, күршеһе Заһираға инеп, үҙенең эсенә һыймаҫ шатлығы менән уртаҡлашҡыһы, йылан телле Сәғиҙәнең һәм тағы ла уның ише күптәрҙең ауыҙҙарын яптырғыһы, ә бәпес тыуғас, уны етәкләп, бына, күрегеҙсе минең ейәнсәремде, тип оҙаҡ биш йыл буйы төшөбөрәк йөрөгән яурындарын күтәрә биреберәк, ғорур атлап ауыл урамдарын буйлағыһы килгәйне бит Хәҙисәнең. Был хыялдары хыял килеш, тормошҡа ашмай ҡалды.
- Янып бөтөп барған шәмдәй йәшәп ятҡанымда, миңә ялҡын өҫтәп, тоҡандырып ебәрҙең дә, үҙең ниңә шулай ҡапыл һүндең, бейем? Ошо оҙаҡ йылдар көткән балам донъяға ауаз һалһын өсөн мотлаҡ һинең китеүең кәрәк инеме ни? - Гөлйөҙөмдөң был һорауҙарға яуап таба алмай йонсоп һыҡтауын күрше Заһира әбейҙең һүҙҙәре бүлде:
- Күп ваҡыт шатлыҡ та, әсе ҡайғы кеүек, әҙәм балаһын аяҡтан йығыр көскә эйә шул, балам. Ана шул ҡыуанысын күтәрә алманы ул, бахырың.
Хәҙисә әбей менән хушлашырға бөтә ауыл йыйылды. Улар араһында Сәғиҙә генә юҡ ине.
...Ауыл осондағы зыяратта, ҡып-ҡыҙыл яран гөлдәре үҫеп ултырған ҡәберлек янында, дүрт-биш йәштәр самаһындағы ҡыҙын етәкләгән ҡатын баҫып тора. Сәсенә ҡыҙыл ғына матур таҫмалар таҡҡан ҡыҙсыҡ үҙенең кескәй генә устары менән ҡәрсәһенең ҡәбер ташына йәбештерелгән рәсемде һыйпай ине.