"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Август 2020, 14:30

Террорист ни өсөн мэрияны яндырырға уйлаған?

Нефтекама хакимиәте бинаһын яндырырға ниәтләгән террорист хаҡында ишеткәһегеҙҙер. Ул тотолған һәм ҡылығының сәбәптәрен әйткән.

Нефтекама хакимиәте бинаһын яндырырға ниәтләгән террорист хаҡында ишеткәһегеҙҙер. Ул тотолған һәм ҡылығының сәбәптәрен әйткән.
Йылытыуға тарифтарҙы арттырыу һәм "режимға нәфрәт" өсөн, тигән ул. Мэрияны һәм генерациялау компанияһы бинаһын "Молотов коктейле" ырғытып яндырмаҡсы булған. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идараһында хәбәр иттеләр.

Тотҡарланыусыға 30 йәш. Ул – Нефтекамала йәшәүсе кеше. Ут ҡабыҙыу яйланмаһын үҙе әҙерләгән. Беренсел мәғлүмәттар буйынса, ул урындағы хакимиәт бинаһына һәм БашРТС объекттарына ут төртөүҙе планлаштырған. Уға ҡарата ике статья буйынса - "Террорсылыҡ актын ниәтләгән өсөн" һәм "Террорсылыҡты асыҡтан-асыҡ аҡлау" буйынса енәйәт эше ҡузғатылған. Тикшереү дауам итә.

"Маҡсат шешәне БашРТС-ҡа ырғытыу ине, сөнки йылылыҡ өсөн тарифты күтәрәләр. Инде 9-10 меңгә ҡәҙәр етә. Шулай ук режимға нәфрәт арҡаһында Нефтекама хакимиәте бинаһына яндырғыс шыйыҡса ырғытыу тураһында ла уйландым", - тигән ул.

Фото: bashnews.ru
Читайте нас: