Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Август 2020, 21:50

Ҡайҙа икән?

Ҡап-ҡара ҡаштары бер-береһенә ҡушыла яҙып торған бәләкәй генә малайға ҙур киләсәк юраны уның моңло тауышына әҫәрләнгән тамашасы. "Руслан хәҙер ҡайҙа икән?" - тип ҡыҙыҡһынған төркөмдәштәребеҙҙең һорауын ҡәнәғәтләндерергә ашығабыҙ:(Әйткәндәй, бөгөн кис уның башҡарыуында йырҙар тыңларбыҙ)

Руслан Яҡшыбаев мәктәптә уҡыған саҡта уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргәйне.
Ҡап-ҡара ҡаштары бер-береһенә ҡушыла яҙып торған бәләкәй генә малайға ҙур киләсәк юраны уның моңло тауышына әҫәрләнгән тамашасы. "Руслан хәҙер ҡайҙа икән?" - тип ҡыҙыҡһынған төркөмдәштәребеҙҙең һорауын ҡәнәғәтләндерергә ашығабыҙ: уҡыусы саҡта район сәхнәһендә йырлап йөрөһә лә, ул әртис һөнәрен һайламай.

Руслан Яҡшыбаев 2009 йылда Иҫәнғолдағы 2-се һанлы мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Хоҡуҡ институтына уҡырға инә. Студент йылдарында һөнәре буйынса юридик өлкәлә эш башлай. Диплом алып сыҡҡас, ошо өлкәлә эшмәкәрлеген дауам итә.
Әлеге ваҡытта “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив идара өлкәһендә эшләй, йәмғиәттең Директорҙар советы эшен ойоштора, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә, шулай уҡ башҡа органдарҙа мәнфәғәттәрҙе яҡлай. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы ла.

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй етди эштә, вазифала эшләһә лә, Руслан йырҙан айырылмай.
Читайте нас: