Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Август 2020, 16:30

Балалар баҡсаһы бик сағыу булмаҡсы "Сағыу"ҙа

#нацпроект_ДемографияБаш ҡаланың Дим районында урынлашҡан “Сағыу” биҫтәһе сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килһә лә, бик әүҙем төҙөлә. Бында күпләп йәштәр төпләнә, шуға күрә заманса балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр бик кәрәк.

Баш ҡаланың Дим районында урынлашҡан “Сағыу” биҫтәһе сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килһә лә, бик әүҙем төҙөлә. Бында күпләп йәштәр төпләнә, шуға күрә заманса балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр бик кәрәк.
Әлеге ваҡытта “Демография” милли проекты ярҙамында бында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостан капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы – “Башгражданстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Балалар баҡсаһын төҙөү былтыр августа башланған. Быйыл уны файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Төҙөүселәр эштәрҙең ҙур өлөшөн башҡарған да. Әлеге ваҡытта фасадты биҙәү тамамланып килә. Эске биҙәү эштәре, инженер селтәрҙәрен һалыу бара. Биләмәне төҙөкләндерер өсөн барыһы ла әҙерләнә – уйын майҙансыҡтарына нигеҙ һалынған, уларға хәүефһеҙ резина япма түшәләсәк һәм күләгә өсөн ҡыйыҡтар ҡуйыласаҡ.
Бинаның дөйөм майҙаны - өс мең квадрат метр самаһы. Яңы учреждение һигеҙ төркөмгә иҫәпләнгән, уларҙың береһе ясле төркөмө буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр көҙ тап ошо биҫтәлә республикалағы иң беренсе “СМАРТ” күп профилле полилингваль мәктәбе асылды. Уны ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөгәйнеләр.
Хәҙер иһә икенсе милли проект ярҙамы менән биҫтәлә заманса балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Быйыл “Демография” милли проекты буйынса Башҡортостанда барлығы 24 балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла.
Фото: building.bashkortostan.ru
Читайте нас: