+22 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 14:00
Имен-аман булһындар (хикмәтле хикәйә)
Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда ыжғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалғандар. Ситтән ҡарап тороусылар "былар өсөһө лә үлгәндер инде" - тип уйлаған. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, өс ҡыҙ ҙа иҫән була.
Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда ыжғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалғандар. Ситтән ҡарап тороусылар "былар өсөһө лә үлгәндер инде" - тип уйлаған. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, өс ҡыҙ ҙа иҫән була.
Ҡыҙҙар янында ғына йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай:
- Һин ниңә беренсеһен поезд аҫтына ырғытманың?
- Ырғыта алманым шул, ул бит иртәнән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеп ҡуя, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай!
- Ә һин ниңә икенсеһен ырғытманың?
- Ырғытырға, ул бит юлға сығыр алдынан "Аятел Көрси"ҙе өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға!
- Ә өсөнсөһөн? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай!
- Шулайын шулай ҙа, ләкин ул өйҙән сығып киткәндә уны әсәһе: "Иҫән-һау йөрөп ҡайт, ҡыҙым, Аллаһы Тәғәлә ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн үҙеңде!" тип доға уҡып оҙатып ҡалды. Бар, тейеп ҡара һин уға!- ти.
Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур теләктәр теләп, доғалар уҡып оҙатып ҡалайыҡ, дуҫтар!!! Барыһына ла имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Фото:
twitter.com
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша