Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Август 2020, 15:00

Һөтлө тәмлекәй (коржик)

#Бала_саҡ_тәмеӘсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецебы, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ.Кәрәк була:

#Бала_саҡ_тәме
Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецебы, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ.

Кәрәк була:

ярты стакан һөт
1 йомортҡа
100 г аҡ май
1ст. шәкәр
3-4ст. он
1 ҡап ҡабартҡыс

Әҙерләү:

Һөткә шәкәрҙе һалып утҡа иретергә ҡуябыҙ, ирегәс, 1-2 минут ҡайнатып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ.

Икенсе һауытта йомшарған май менән йомортҡаны болғатып, өҫтөнә һыуынған һөттө ҡоябыҙ ҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ҡабартҡыс менән ондо ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Хәҙер йәйергә лә мейескә оҙатырға ғына ҡала.

Йәймәнең ҡалынлығы 0,8 мм диаметры 10 см тирәһе була.

Тиҙ генә бешә был йәймәләр, шуға күрә оҙаҡ тотмағыҙ, 10-15минут етә.


Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!




Рецепт һәм фото: https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_652%2Fall
Читайте нас: