Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Август 2020, 12:00

Тоғро дуҫмы, әллә дошманмы?

15 август – Бөтә донъя берәҙәк хайуандар көнөХужалары булмаған берәҙәк хайуандар проблемаһы һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Һәм уның буйынса бәхәс бер ваҡытта ла тынмай.

15 август – Бөтә донъя берәҙәк хайуандар көнө
Хужалары булмаған берәҙәк хайуандар проблемаһы һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Һәм уның буйынса бәхәс бер ваҡытта ла тынмай. Ауыл-ҡалаларҙа өйөр менән йөрөгән берәҙәк эттәр йыртҡыс ҡырағай хайуандарҙы хәтәрләтәләр. Сөнки эттәрҙең уйында нимә булғанын белем булмай, тигәндәй. Улар кешегә лә ташланырға мөмкин, йорт-ҡураларҙағы ҡош-ҡортҡа, һарыҡтарға һөжүм итә. Эйәһеҙ эттәр шулай уҡ төрлө сир таратыусылар ҙа булыуы мөмкин. Уларҙы юҡ итеү сараһын күрәләр. Әммә бындай күренеш йәмғиәттә ҡапма-ҡаршы ҡараш тыуҙыра. Бер яҡтан, эттәрҙе атып беҙ үҙебеҙҙең кешелекһеҙлегебеҙҙе, рәхимһеҙлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ, икенсе яҡтан – берәҙек хайуандарға гуманлы мөнәсәбәт киләсәктә ҙур бәлә менән әүерелеүе бар. Әлбиттә, берәҙәк эттәрҙе, бәсәйҙәрҙе уларға зыян килтермәй генә тотоп, хайуандар приюттарына алып барырға мөмкин. Әммә ундай ойошмалар бармаҡ менән һанарлыҡ.
Быйыл февралдә Башҡортостанда ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандар менән мөғәмәлә итеү хаҡында «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында» закон ҡабул ителде. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белдереүҙәренсә, закон хайуандар менән эште финанслау нормативтарын иҫәпләүҙең яңы методикаһын индерә. «Йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн хужаһыҙ хайуандар һанын көйләргә кәрәк. Ләкин алымдар кешелекле булырға тейеш. Хәҙер һау-сәләмәт берәҙәк хайуандарҙы стерилләштерергә һәм элекке йәшәү урынына ҡайтарырға, ә үлемесле сиргә дусар булғандарын мәжбүри йоҡлатырға кәрәк. Уҫалдары менән ҡатмарлылаҡ. Уларҙы тәбиғи мөхиткә сығарыу хәүефле, ә эвтаназияға дусар итеү – кешелекһеҙлек. Бындай хайуандарҙы ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға тейештәр. Ошо эш властың муниципаль органдарына йөкмәтелә, был финанслау күләмен яңынан ҡарауҙы талап итә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. Унан алда берәҙәк хайуандар һанын көйләүгә республика бюджетынан йылына 63,4 миллион һум бүленде. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн биш тапҡырға күберәк – йылына 320 миллион һум самаһы кәрәк.
Читайте нас: