Джафар ибн Рабиға тигән берәү бөтә Йәмәмә халҡын тетрәтеп торған юлбаҫар ине. Бер ваҡыт юлда йәшеренеп ятҡан юлбаҫарҙар бер ҡартты эләктереп алдылар ҙа Рабиға хозурына алып килделәр:
— Ҡайҙа китеп барыуың? — тине юлбаҫар.
— Бынан яҡында ғына Ләйс ибн Ғәли исемле бер дәрүиш йәшәй, шуға ашарға алып барам, — тине ҡарт.
Джафарҙа дәрүиш менән осрашыу теләге тыуҙы. Ҡарт менән бергә уның эргәһенә китте.
— Мин һине күптән көтә инем, Джафар ибн Рабиға, — тине Ләйс юлбаҫарҙы ҡаршы алып.
— Мине ҡайҙан беләһең?
— Миндә һинең кеүек бер юлбаҫар инем, — тине Ләйс, хәл-әхүәлдәрен һөйләне.
— Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙең: «Кем дә кем Аллаһ хаҡы өсөн тыйылғандарҙан тыйыла, шуға Ул ниғмәттәрен һис көтмәгән хәләл юлдар менән бирер», — тигән хәҙисен ишетгем. Шул уҡ төндә бер тол ҡатындың өйөнә төштөм. Күрәм: өҫтәлдә табын әҙерләнгән, бик тә асыҡҡайным. Ашарға үрелеү менән хәҙис иҫемә төштө, ашҡа үрелгән ҡулдарымды кире алдым. Икенсе бүлмәлә янсыҡ тулы алтын күреп ҡалдым, уны алырға үрелеү менән пәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәре иҫемә төштө, тағы ла туҡталып ҡалдым. Күрше бүлмәлә йоҡлап ятҡан бик сибәр ҡатынға күҙем төштө, гонаһлы теләктәргә бирелдем дә, тағы ла туҡтап ҡалдым. Өйҙө ташлап киттем. Теге ҡатын артымдан йүгереп сыҡты. Мәсеткә инеп ҡотолдом. Хужабикә лә мәсеткә килеп инде, минең менән булған хәлдәрҙе имамға һөйләп бирҙе. Аптырап ҡалған имам уға һорауҙар бирә-бирә тыңланы. Шунан ике яҡтың да ризалығы менән ул ҡатынды миңә кейәүгә бирҙе.
Хәҙистә әйтелгәнсә, мин Аллаһ ҡәһәренән ҡурҡып, үҙ теләгем менән ташлап киткән бөтә нәмәгә хужа булып ҡалдым, тине.
Рабиғаны тәүбәгә саҡырҙы дәрүиш.
Был тәҡдимде ишетеп ибн Рабига бөтөнләй аптырашта ҡалды: «Нисек инде мин — эшләмәгән бер гонаһым ҡалмаған юлбаҫар — тәүбәгә килә алам?» — тине.
— Әгәр ҙә, ысынлап та, гонаһ эштәрҙән тыйыла алмайым, тиһәң, гонаһ эшләгәнсе биш шартымды үтә, — тине дәрүиш.
Беренсеһе: гонаһ эшләгән ваҡыттарыңда Аллаһы Тәғәлә ниғмәттәренә ҡағылма! «Ғаләмдәге бөтә нәмә Аллаһтыҡы булған ваҡытта, уныҡы булмаған ризыҡты табып буламы? » — тине Джафар.
Икенсеһе: әгәр ҙә гонаһ эшләр булһаң, уны Аллаһ ихтыярындағы ерҙә эшләмә. «Ә һуң ҡайҙа эшләргә? Бөтә ер бит Аллаһтың үҙенеке!» — тине Джафар.
Өсөнсөһө, — тине дәрүиш үҙенең шарттарын дауам итеп, — гонаһ эшләһәң, уңы Аллаһҡа күренмәй торған ерҙә генә эшлә! «Ундай ер буламы, бармы?» — тине Джафар.
Дүртенсеһе: әгәр ҙә үлем фәрештәһе килә ҡалһа, тәүбә иткәнсе көтөп торорға ҡуш! «Был бит мөмкин түгел!» — тине Джафар.
Бишенсеһе: Аллаһ һине йәһәннәмгә ебәрһә, барма! «Был да мөмкин түгел!» — тине бөтөнләй аптырашта ҡалған Джафар.
— Мөмкин булмаһа, бер генә юл ҡала: гонаһ эшләмә! — тине дәрүиш.
Джафар тәүбәгә килде.
... Юлбаҫарҙар эргәһенә ҡайтып китте Джафар. Тегеләре был ваҡытта бик тә бай бер каруанды талап, юлбашсыларын көтөп торалар ине. Талап алынған байлыҡтың бөтәһен дә ҡайтарып бирергә ҡушты Джафар. Асыуҙары килгән юлбаҫарҙар уның үҙен әмиргә тотоп бирҙеләр. Әмирҙән ул ҡанескес хәлиф Хажжажға оҙатылды.
Юлбаҫарҙың үлемдән бөтөнләй ҡурҡмауын, хатта уға әҙер булыуын күреп, хәлиф уны йыртҡыс арыҫланға ташлатты. Джафарҙың Аллаһ ҡа тәүәккәллеге шул тиклем дә ҙур була был ваҡытта, арыҫлан уға яҡын да бармай.
Көндәрен ғибәҙәттә үткәргән Рабиғаға хәлиф ҡулын ғына һелтәй.
Көндәр үтә тора. Әмирҙәренең ҡыйырһытыуына түҙемлеге ҡалмаған халыҡ баш күтәрә, уны урынынан алып ташлай. Йәмәмәгә әмир итеп хәлиф Джафарҙы ебәрә.
«Мин — юлбаҫарҙар юлбашсыһы инем, — ти Джафар тағы ла пәйғәмбәребеҙ хәҙисен иҫенә төшөрә. — Бөтә Йәмәмәнең ҡотон алып торҙом. Әммә, Аллаһ хаҡына тип, юл баҫыуҙарымдан баш тарттым да Ул миңә Йәмәмәнең үҙен бирҙе».
Оҙаҡ йылдар дауамында ғәҙел әмир була ул. Уның ғәҙеллеге һәм халыҡҡа ҡарата, хәстәрлекле булыуы тураһындағы риүәйәттәр телдән телгә күсеп йөрөй.
Был хикәйәттең асыл мәғәнәһе шул: гонаһ эштәр эшләгәнгә тиклем һәр кем дәрүиш Ләйс аңлатып биргән биш шартты иҫендә тотһон һәм уларҙы үтәргә тырышһын.
Йә, Раббым! Гонаһтарҙан һаҡланыу өсөн тәүфиҡ бир!..