Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Август 2020, 21:00

Эремсекле тәмлекәс

Кәрәк була:2 стакан он, 1,5 стакан шәкәр, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 йомортҡа, 400 гр. Эремсек, 100 гр. һыйыр майы, 1 балғалаҡ сода, семтем тоҙ

Кәрәк була:
2 стакан он, 1,5 стакан шәкәр, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 йомортҡа, 400 гр. Эремсек, 100 гр. һыйыр майы, 1 балғалаҡ сода, семтем тоҙ. Сәтләүек, йөҙөм, цукат һ.б. – теләк буйынса
Йомортҡаларға шәкәр һалып ағарғансы туғыйбыҙ. Массаға ҡаймаҡ, эремсек, май, сода, тоҙ һалып йәнә болғатабыҙ. Аҙаҡ блендер менән әйләндереп алабыҙ. Шунан иләнгән он һалып, йәнә туғыйбыҙ.
Ҡамырҙы пергамент түшәлгән формаға ҡоябыҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 30 минут самаһы бешереп алабыҙ.
Бешеп сыҡҡан тәмлекәс– тәүҙә формала, шунан таҫтамалда һыуынырға тейеш.
Табынға бирер алдынан шәкәр пудраһы һибергә онотмағыҙ!
Читайте нас: