Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Август 2020, 16:00

Иғтибар үҙәгендә - юғары белемде үҫтереү мәсьәләләре

#национальныепроекты; #нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

“Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә Рәсәйҙә юғары белем биреүҙең конкуренцияға һәләтлелеген һәм уның сит ил студенттары өсөн йәлеп иеүсәнлеген арттырыу, шулай уҡ өҙлөкһөҙ белем биреүҙе үҫтереү бурыстарын ғәмәлгә ашыру менән Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы урынбаҫары Андрей Омельчук шөғөлләнәсәк.

Андрей Омельчук “Мәғариф” дөйөм дәүләт проектының министрлыҡ ҡарамағындағы өс федераль проекты етәксеһе сифатында сығыш яһай: “Йәш профессионалдар (һөнәри белем биреүҙең көндәшлеккә һәләтлелеген арттырыу)”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, шулай уҡ “Мәғариф экспорты”.

21 июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә уларҙы ғәмәлгә ашырыу сроктарын 2030 йылға ҡәҙәр оҙайтыуға бәйле рәүештә дөйөм дәүләт проекттары программаларына төҙәтмәләр индереүҙе йөкләне. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй фән һәм мәғариф министры Валерий Фальков, “Фән” һәм “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекттарын корректировкалау уларҙың сараларын финанслауҙы арттырыуҙы йәки кәметеүҙе күҙҙә тотмай, тип белдерҙе.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин

Фото: ТАСС.
Читайте нас: