Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Август 2020, 11:50

Керештәй зыңлап тартылмаһын именлек

Кисә киске сәғәт туғыҙҙан ун бергә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡуштауҙы яҡлаусы әүҙемселәр менән осрашыуы барҙы.

Кисә киске сәғәт туғыҙҙан ун бергә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡуштауҙы яҡлаусы әүҙемселәр менән осрашыуы барҙы.
– Ҡуштау башында әйткәнде тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: уртаҡ фекергә, компромисҡа килмәй тороп, бер кем дә тауға теймәйәсәк һәм уны эшкәртеү башланмаясаҡ. Мин был хәлде шулай күрәм: Ҡуштауҙы яҡлаусылар башлыса ихлас кешеләр, улар ысын йөрәктән тауҙы һәм тәбиғәтте ярата. Шул уҡ ваҡытта “Сода” хеҙмәткәрҙәре лә бар, уларға предприятиеның эшләүе кәрәк. Улар тураһында ла уйларға, бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәткә ҡарамай уртаҡ ҡарар табырға кәрәк, – тип башланы һүҙҙе Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, тауҙы эшкәртә башлау тураһындағы ҡарар законға ярашлы һәм “БСК”ның рөхсәт документтары бар. Тик мәсьәлә законда түгел, ә халыҡтың позицияһында.
Алдан көтөлгәнсә, һөйләшеүгә бик күп кеше килде. Араларында тауҙы яҡлаусылар, йәмәғәтселәр, хәбәрселәр, кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет ағзалары, яҙыусылар, геологтар һәм башҡа бик күптәр булды.
Йәмәғәтсе Екатерина Телина фекеренсә, һөйләшеүҙә ике яҡ та ҡатнашһа ғына, компромисҡа килергә була. Һәм бында ике яҡтың да фекерен ҡарап эшләргә кәрәк.
– Әлеге ваҡытта беҙҙең йәмғиәттә донъяға ҡараш буйынса бүленеш бара, уны дауаларға кәрәк. Минең шундай принцип бар: “Ныҡлы дуҫлыҡ ныҡлы һуғыштан һуң башлана”. Беҙгә әрләште туҡтатырға һәм аралаша башларға ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, шаршамбы көндө “Сода” етәкселеге брифинг үткәрәсәк һәм уның барышында Ҡуштауҙы эшкәртеү өсөн булған барлыҡ рөхсәт документтарын күрһәтәсәк.
Осрашыу бик ҡыҙыу барҙы. Йәмәғәтселәрҙең етәкселеккә һорауҙары бик күп булды. Һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: